Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡануниәтте камиллаштырыу фарыз
Балалар өсөн йәй көнө айырыуса хәүефләнәбеҙ – ҡайҙа ебәрергә, ялын нисек ойошторорға, ваҡытын нисек үткәрергә? Мәктәпкә йә баҡсаға йөрөгәндә көн тәртибе билдәле, һәр мәлдең айырым тәғәйенләнеше бар һымаҡ та бит...

Әммә... Ҡайһы бер проблемалар менән сағыштырғанда, бәлиғ булмағандарға бәйле был мәсьәләләр уйын ғына һымаҡ икән. Миҫал өсөн, Рәсәй Президенты эргәһендә Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова әйтеүенсә, бәлиғ булмағандарҙы хәрби хәрәкәттәр барған урындарға алып сығыу осраҡтары хаҡында ил буйынса 350 ғариза ҡабул ителгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был – заман күренеше, ҡайһы бер ололар, үҙҙәре радикаль секталарҙың ҡорбаны булыу етмәгән, тоҙаҡҡа балаларын да әйҙәй, уларҙың ғүмерен ялған идеялар хаҡына хәүеф аҫтына ҡуя.
Анна Кузнецова әйтеүенсә, бындай һәр осраҡ айырым тикшерелә, бар үҙенсәлектәре иҫәпкә алына. Мәҫәлән, күптән түгел Белоруссияла бынан бер йыл элек Мәскәүҙә урлап алып кителгән биш йәшлек малайҙы тапҡандар. Шөкөр, бала иҫән-һау, мәгәр фанатиктар тарафынан сектаға йәлеп ителгән булған. Енәйәтселәрҙе асыҡлау, баланы туғандарына ҡайтарыу кеүек мәсьәләләр барыһы ла шәхси килешеүҙәр, бәйләнештәр аша эшләнә, ти омбудсмен. Уның фекеренсә, ошондай осраҡтарҙы хәл итеүҙең һөҙөмтәлерәк, ыңғай юлдарын эҙләү зарур, балаларға һәм ғаиләләргә ярҙам халыҡ-ара хоҡуҡи нигеҙҙә һәм норматив вәкәләттәр сигендә башҡарылырға тейеш.
Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы вәкилдәре әйтеүенсә, иң ҙур бәлә – балаларҙың рәсми властарға буйһонмаған биләмәләргә барып эләгеүе. Ғәҙәттә, террорсылар бер ниндәй илде һәм власты бар тип тә белмәй, үҙҙәренең фекерҙәштәрен һатмай. Интерпол баланың ҡайҙа икәнлеген асыҡлаған осраҡта ла, хоҡуҡи йәһәттән уны ҡайтарыу бик ауыр, ошондай вәкәләттәр йөкмәтелгән берҙәм ойошма ла юҡ.
Сик хеҙмәтендә эшләгәндәрҙең дә хоҡуҡи йәһәттән ҡулдары бәйле. Мәҫәлән, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте бәғзе граждандарҙың тормош рәүеше хаҡында хәбәрҙар, әммә үҙ балалары менән сит илгә сығып китеүҙе тыя алмай. Суд йәһәтенән атайға йәки әсәйгә сикте сығыуға тыйыу юҡ икән, закон буйынса бала ла улар менән юллана ала. Унан тыш, бала яҡындары менән сикте сыҡты икән, уны хәбәрҙән тыш юғалды тип иғлан итеп булмай, сөнки ҡануниәт ата-әсәнең выжданлыҡ презумпция­һына нигеҙләнгән. Ҡыҫҡаһы, бындай осраҡтарҙы сикләүҙең юлы бер: намыҫһыҙ ата-әсәләрҙең норматив тыйыуҙарҙы урап үтергә тырышыуын, мутлашыуын асыҡлаған осраҡта. Анна Кузнецова фекеренсә, теге йәки был сәйәхәткә ата-әсәһенең береһе генә йыйынған икән, икенсеһенән баланы сит илгә алып сығыуға мотлаҡ рөхсәт алыуҙы индереү зарур. Шулай уҡ ғаилә ағзаларының береһенең баланы урлап алып китеүен енәйәткә тиңләһәләр, был да выжданһыҙ ата-әсәләрҙе уйландырыр ине, моғайын.
Ошоларҙан сығып, Рәсәй Президенты эргәһендә Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең аппараты ғәмәлдәге хәлдәрҙең барыһын да анализларға, аныҡ тәҡдимдәр индерергә әҙерләнә. Балаларҙың хоҡуҡтарын һаҡлау йәһәтенән ҡануниәтте камиллаштырыуға, илдең бәләкәй граждандарының ғүмерен һаҡлап ҡалыуға был ҙур этәргес буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521