Ҡануниәтте камиллаштырыу фарыз05.07.2017
Балалар өсөн йәй көнө айырыуса хәүефләнәбеҙ – ҡайҙа ебәрергә, ялын нисек ойошторорға, ваҡытын нисек үткәрергә? Мәктәпкә йә баҡсаға йөрөгәндә көн тәртибе билдәле, һәр мәлдең айырым тәғәйенләнеше бар һымаҡ та бит...
Әммә... Ҡайһы бер проблемалар менән сағыштырғанда, бәлиғ булмағандарға бәйле был мәсьәләләр уйын ғына һымаҡ икән. Миҫал өсөн, Рәсәй Президенты эргәһендә Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова әйтеүенсә, бәлиғ булмағандарҙы хәрби хәрәкәттәр барған урындарға алып сығыу осраҡтары хаҡында ил буйынса 350 ғариза ҡабул ителгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был – заман күренеше, ҡайһы бер ололар, үҙҙәре радикаль секталарҙың ҡорбаны булыу етмәгән, тоҙаҡҡа балаларын да әйҙәй, уларҙың ғүмерен ялған идеялар хаҡына хәүеф аҫтына ҡуя.
Анна Кузнецова әйтеүенсә, бындай һәр осраҡ айырым тикшерелә, бар үҙенсәлектәре иҫәпкә алына. Мәҫәлән, күптән түгел Белоруссияла бынан бер йыл элек Мәскәүҙә урлап алып кителгән биш йәшлек малайҙы тапҡандар. Шөкөр, бала иҫән-һау, мәгәр фанатиктар тарафынан сектаға йәлеп ителгән булған. Енәйәтселәрҙе асыҡлау, баланы туғандарына ҡайтарыу кеүек мәсьәләләр барыһы ла шәхси килешеүҙәр, бәйләнештәр аша эшләнә, ти омбудсмен. Уның фекеренсә, ошондай осраҡтарҙы хәл итеүҙең һөҙөмтәлерәк, ыңғай юлдарын эҙләү зарур, балаларға һәм ғаиләләргә ярҙам халыҡ-ара хоҡуҡи нигеҙҙә һәм норматив вәкәләттәр сигендә башҡарылырға тейеш.
Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы вәкилдәре әйтеүенсә, иң ҙур бәлә – балаларҙың рәсми властарға буйһонмаған биләмәләргә барып эләгеүе. Ғәҙәттә, террорсылар бер ниндәй илде һәм власты бар тип тә белмәй, үҙҙәренең фекерҙәштәрен һатмай. Интерпол баланың ҡайҙа икәнлеген асыҡлаған осраҡта ла, хоҡуҡи йәһәттән уны ҡайтарыу бик ауыр, ошондай вәкәләттәр йөкмәтелгән берҙәм ойошма ла юҡ.
Сик хеҙмәтендә эшләгәндәрҙең дә хоҡуҡи йәһәттән ҡулдары бәйле. Мәҫәлән, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте бәғзе граждандарҙың тормош рәүеше хаҡында хәбәрҙар, әммә үҙ балалары менән сит илгә сығып китеүҙе тыя алмай. Суд йәһәтенән атайға йәки әсәйгә сикте сығыуға тыйыу юҡ икән, закон буйынса бала ла улар менән юллана ала. Унан тыш, бала яҡындары менән сикте сыҡты икән, уны хәбәрҙән тыш юғалды тип иғлан итеп булмай, сөнки ҡануниәт ата-әсәнең выжданлыҡ презумпцияһына нигеҙләнгән. Ҡыҫҡаһы, бындай осраҡтарҙы сикләүҙең юлы бер: намыҫһыҙ ата-әсәләрҙең норматив тыйыуҙарҙы урап үтергә тырышыуын, мутлашыуын асыҡлаған осраҡта. Анна Кузнецова фекеренсә, теге йәки был сәйәхәткә ата-әсәһенең береһе генә йыйынған икән, икенсеһенән баланы сит илгә алып сығыуға мотлаҡ рөхсәт алыуҙы индереү зарур. Шулай уҡ ғаилә ағзаларының береһенең баланы урлап алып китеүен енәйәткә тиңләһәләр, был да выжданһыҙ ата-әсәләрҙе уйландырыр ине, моғайын.
Ошоларҙан сығып, Рәсәй Президенты эргәһендә Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең аппараты ғәмәлдәге хәлдәрҙең барыһын да анализларға, аныҡ тәҡдимдәр индерергә әҙерләнә. Балаларҙың хоҡуҡтарын һаҡлау йәһәтенән ҡануниәтте камиллаштырыуға, илдең бәләкәй граждандарының ғүмерен һаҡлап ҡалыуға был ҙур этәргес буласаҡ.