Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөһим тармаҡтарҙы хәстәрләү дауам итә
Мөһим тармаҡтарҙы  хәстәрләү дауам итә Ошо көндәрҙә Өфөләге Конгресс-холда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙәк район дауаханаларының баш табиптарына һәм дөйөм белем биреү учреждениеларының директорҙарына ашығыс медицина ярҙамы автомобилдәренә һәм мәктәп автобустарына сертификат тапшырҙы.

Башҡортостандағы мәктәптәр һәм дауаханалар өсөн автотранспорт Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға һатып алынды. Республикабыҙға 38 ашығыс медицина ярҙамы машинаһы тапшырылды. Автомобилдәр бөтә стандарттарҙы иҫәпкә алып эшләнгән, ГЛОНАСС системаһы, кондиционер, йылытҡыстар, тауышты көсәйтеү ҡулайламалары, үпкәне яһалма елләтеү ҡорамалдары, дефибриллятор, электрокардиограф, пациенттарҙы күсереү һәм ташыу һәм башҡа саралар менән йыһазландырылған.
Башҡортостан мәктәптәре иһә 58 автобусҡа эйә булды. Шуларҙың 35-е — “ГАЗель”, 17-һе — “ПАЗ”, өсәүһе — “ГАЗель NEXT”, икәүһе — “Ford”, берәүһе – “КаВЗ”. Автобустарҙың барыһы ла балаларҙы хәүефһеҙ ташыуға йүнәлтелгән стандарттарҙы иҫәпкә алып етештерелгән. Яңы машиналар файҙаланыу ваҡыты үткән транспортты алмаштырасаҡ. Улар ҡулайлаштырыу саралары һөҙөмтәһендә үҙгәртеп ойошторолған мәктәптәрҙең уҡыусыларын ташыуҙа ла булышлыҡ итәсәк.
Республика етәксеһе яңы транспортты ҡарап сыҡты, уларға уңайлыҡтар һәм хәүефһеҙлек йәһәтенән баһа бирҙе.
— Бөгөн барыбыҙ өсөн дә иҫтәлекле ваҡиға. Федераль ресурстар ярҙамында Башҡорт­остандың Мәғариф һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының автомобиль паркы тулыланды. Беҙ 38 ашығыс ярҙам машинаһы һәм мәктәптәргә балаларҙы йөрөтөү өсөн 58 автобус алдыҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Әлбиттә, ашығыс ярҙам автомобилдәре паркын даими яңыртырға кәрәк. Әле беҙҙә 600-гә яҡын автомобилдең өстән ике өлөшө тиерлек иҫкергән. Шуға күрә ашығыс медицина ярҙамы станцияларын, дауаханаларҙы яңы автомобилдәр менән йыһазландырыуҙы дауам итергә кәрәк. Был мәғариф системаһы өсөн автобустарға ла ҡағыла. Мәктәптәребеҙҙә улар 1200-ҙән ашыу иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа парк ярайһы уҡ яңыртылды — 250 машина һатып алынды. Әлбиттә, был яҡшы һөҙөмтә. Әммә яңы автомобилдәргә, автобустарға даими ихтыяж бар. Ошо йүнәлештәге эште артабан да дауам итәсәкбеҙ, тормошобоҙҙағы мөһим тармаҡтарҙы матди-техник йыһаз­ландырыу йәһәтенән сара күрәсәкбеҙ.


Автор: Шәфҡәт ҒӘБИТОВ.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521