Ошо көндәрҙә Өфөләге Конгресс-холда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙәк район дауаханаларының баш табиптарына һәм дөйөм белем биреү учреждениеларының директорҙарына ашығыс медицина ярҙамы автомобилдәренә һәм мәктәп автобустарына сертификат тапшырҙы. Башҡортостандағы мәктәптәр һәм дауаханалар өсөн автотранспорт Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға һатып алынды. Республикабыҙға 38 ашығыс медицина ярҙамы машинаһы тапшырылды. Автомобилдәр бөтә стандарттарҙы иҫәпкә алып эшләнгән, ГЛОНАСС системаһы, кондиционер, йылытҡыстар, тауышты көсәйтеү ҡулайламалары, үпкәне яһалма елләтеү ҡорамалдары, дефибриллятор, электрокардиограф, пациенттарҙы күсереү һәм ташыу һәм башҡа саралар менән йыһазландырылған.
Башҡортостан мәктәптәре иһә 58 автобусҡа эйә булды. Шуларҙың 35-е — “ГАЗель”, 17-һе — “ПАЗ”, өсәүһе — “ГАЗель NEXT”, икәүһе — “Ford”, берәүһе – “КаВЗ”. Автобустарҙың барыһы ла балаларҙы хәүефһеҙ ташыуға йүнәлтелгән стандарттарҙы иҫәпкә алып етештерелгән. Яңы машиналар файҙаланыу ваҡыты үткән транспортты алмаштырасаҡ. Улар ҡулайлаштырыу саралары һөҙөмтәһендә үҙгәртеп ойошторолған мәктәптәрҙең уҡыусыларын ташыуҙа ла булышлыҡ итәсәк.
Республика етәксеһе яңы транспортты ҡарап сыҡты, уларға уңайлыҡтар һәм хәүефһеҙлек йәһәтенән баһа бирҙе.
— Бөгөн барыбыҙ өсөн дә иҫтәлекле ваҡиға. Федераль ресурстар ярҙамында Башҡортостандың Мәғариф һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының автомобиль паркы тулыланды. Беҙ 38 ашығыс ярҙам машинаһы һәм мәктәптәргә балаларҙы йөрөтөү өсөн 58 автобус алдыҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Әлбиттә, ашығыс ярҙам автомобилдәре паркын даими яңыртырға кәрәк. Әле беҙҙә 600-гә яҡын автомобилдең өстән ике өлөшө тиерлек иҫкергән. Шуға күрә ашығыс медицина ярҙамы станцияларын, дауаханаларҙы яңы автомобилдәр менән йыһазландырыуҙы дауам итергә кәрәк. Был мәғариф системаһы өсөн автобустарға ла ҡағыла. Мәктәптәребеҙҙә улар 1200-ҙән ашыу иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа парк ярайһы уҡ яңыртылды — 250 машина һатып алынды. Әлбиттә, был яҡшы һөҙөмтә. Әммә яңы автомобилдәргә, автобустарға даими ихтыяж бар. Ошо йүнәлештәге эште артабан да дауам итәсәкбеҙ, тормошобоҙҙағы мөһим тармаҡтарҙы матди-техник йыһазландырыу йәһәтенән сара күрәсәкбеҙ.