Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтын ҡаҙна һайыҡмаһын
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры Миңһылыу Усманованың "Телгенәм-бергенәм" махсус битендә йылдан ашыу дауам иткән "Телебеҙҙе кем боҙа? Үҙебеҙ!" исемле мәҡәләһе күптәрегеҙҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр, дөрөҫ яҙыу һәм һөйләү ҡағиҙәләренә иғтибарлы булыу, туған телебеҙгә һаҡсыл ҡарау, уны ҡәҙерләү, хөрмәт итеү мөһимлегенә инандырғандыр.
Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙының гәзит уҡыусыларға әйтәһе һүҙе күп әле: һеҙҙең иғтибарға уның "Алтын ҡаҙна һайыҡмаһын" исемле яңы дауамлы яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.

Инеш һүҙ

Сираттағы мәҡәләмдә башҡорт теленең бай, боронғо икәнлеген күрһәткән лексик төркөмдәр, һүҙҙәр, уларҙың мәғәнәһе тураһында һүҙ алып барырбыҙ. Үҙемдең, шулай уҡ телебеҙҙе, уның диалект һүҙҙәрен йыйып өйрәнеп, күп хеҙмәт яҙып ҡалдырған ғалимдарыбыҙҙың эштәрен барлап сыҡҡандан һуң, шундай фекергә килдем: халҡыбыҙҙың тел байлығын, тарихи мәғлүмәттәрҙе йыйыуҙы тиҙләтергә, ә булғандарын ҡәҙерләп һаҡлап, киләһе быуындарға тапшыра барырға кәрәк. Йәштәр әйләнә-тирәләге ер-һыуҙың атамаһын, легендаларҙы белеп үҫһен. “Беҙҙең төбәктә тау, йылға, шишмә күп ул, әммә уларҙың тарихы, атамаһының килеп сығышы тураһында бер ни ҙә белмәйбеҙ”, — тип әйтергә яҙмаһын, киреһенсә, белгәндәр хаҡында ғорурланып һөйләрлек булһын.
Тәбиғәтебеҙ кеүек үк, телебеҙ ҙә бай. Уның өндәрен генә алайыҡ: һ, ҙ, ҫ, ғ, ҡ, ң, ә, ө, ү. Уларҙан яһалған башҡорт һүҙҙәре ҡайһылай матур: ҡурай, ҡымыҙ, ҡаҙы, ҡорот, ҡайны, әсәй, инәй, ҡәйнә, моң, һау, һаумы һәм башҡалар. Әйткәндәй, был өндәрҙең етәүһе (һ, ҙ, ҫ, ң, ә, ө, ү) инглиз телендә лә бар. Тимәк, йәштәрҙе был йәһәттән ҙур эҙләнеү эштәре көтә.
Бала туған телен бар нескәлектәрендә өйрәнһен, туғандарын танып, уларҙы атау буйынса терминдарҙы белеп үҫһен ине. Был ҙур эштә, хөрмәтле ата-әсәләр, төп таяныс — һеҙ. Мәҡәләмдә быны асыҡ тойорһоғоҙ. Әйҙәгеҙ, тәрбиә эшенә бергәләп тотонайыҡ. Һеҙҙең яҡта нисек һөйләшәләр? Бер-береһенә нисек өндәшәләр? Әҙәби телдә осрамаған ниндәй һүҙҙәр бар? Һөйләшәйек, фекер алышайыҡ, тәжрибә уртаҡлашайыҡ.

Яҡындарҙы шатлыҡтан мәхрүм итмәйек
Ҡәҙерлеләребеҙ — атай, әсәй, ҡайным, ҡәйнәм

Билдәле булыуынса, туғанлыҡ терминдары — ҡан- ҡәрҙәшлекте, шулай уҡ ҡыҙ биреп, килен алып туғанлашҡанды белдергән һүҙҙәр. Әммә милләттәштәребеҙ араһында уларһыҙ ғына аралашырға ынтылыу, хатта әйтергә оялыу, йәки ҡатыны (ире) үҙенең яғында яҡындарына нимә тип өндәшә, шуны ҡабатлау күренештәре киң таралып китте. Был әлеге урта быуынға ла, йәштәргә лә ҡағыла.
Ә бит туғанлыҡты белдергән һүҙҙәрҙе әйтеп һөйләшеүҙе ата-бабабыҙ бик кәрәк тип һанаған. Был терминдар, ҡан-ҡәрҙәшлекте, шулай уҡ кейәү, килен яғынан туғандарҙың яҡынлығын күрһәтеп, татыулыҡҡа, берҙәмлеккә әйҙәп тора тип иҫәпләгән улар.
Башҡорт теле туғанлыҡ терминдарына бик бай. Уларҙы йыйып һәм классификациялап ҡарағанда, ғаиләгә мөнәсәбәте булған бер генә кешенең дә атамаһыҙ тороп ҡалмағаны күренә. Мәҫәлән, кемдер балдыҙ тип әйтә икән, беҙ шунда уҡ был кешенең ҡатыны барлығын, һүҙҙең уның бер туған һеңлеһе тураһында барғанын аңлайбыҙ. Ә инде ҡайынбикә, ҡайнаға ти икән, ғүмер юлдашының бер туған апаһы, ағаһы ла булғанын төшөнәбеҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа туғанлыҡ терминдары, бигүк ҡулланылмағанлыҡтан, телдән бөтөнләй төшөп ҡалып бара, тиһәң дә була. Өйҙәге яҡындарға әйтелгән әсәй, атай, олатай, өләсәй, апай, ағай һүҙҙәре генә йөрөй. Был рәткә бөгөнгө йәштәр мама, папа (мам, пап) тигәнде лә индереп ебәрә, ҡайһы берҙәре ҡайны-ҡәйнәһенә лә шулай өндәшә.
Күҙәтеүҙәргә ҡарағанда, йәш ғаилә ағзалары — кейәү менән килен — ике яҡтың туғанлыҡ терминдарын бер төрлө ҡуллана. Мәҫәлән, кәләшенә (иренә) эйәреп, уның әсәһен — әсәй (инәй, әней), атаһын — атай (әти, әткәй), ағаларын, апайҙарын ағай (абый), апай (апа) тип әйткәндәр әҙме ни? Берәй йәш ир менән ҡатын икеһе лә өйҙәге өлкәндәргә "атай", "әсәй" тип өндәшһә, сит кеше аптырап ҡалмаҫмы? Хужаларҙың балаһы ҡайһыһы һуң: ҡыҙ кеше киленме, әллә егет кейәүме? Ә бит йәш ир менән ҡатын, өйҙәге өлкәндәрҙе хөрмәтләп, үҙенең уларға кем булыуын белеп, атай, ҡайным (бабай), әсәй, ҡәйнәм (бейем, биана) тип әйтһә, ҡайһылай яҡшы булыр, күңелгә майҙай яғылыр ине.
Әсәй, атай берәү генә була. Улығыҙҙың (ҡыҙығыҙҙың) ғүмерлек йәр итеп һайлаған иң ҡәҙерле кешеһенә (килен йә кейәүегеҙгә), улар һеҙҙе нисек кенә ихтирам итмәһен, барыбер әсәй, атай була алмайһығыҙ. Шуға ла ғаилә ҡорғандар өсөн башҡорт телендә айырым терминдар булдырылған: Башҡортостандың бер төбәгендә (көнсығыш диалектта) — ҡайным, ҡәйнәм, икенсеһендә (көньяҡ диалектта) — ҡайным, бейем, өсөнсөһөндә (төньяҡ-көнбайыш диалектта) — бабай, бейатай, би анай, бей ана, ҡайнана, ҡайын инәй, әбей. Был һүҙҙәр айырым төбәктә йәшәп, балаларын өйләндергән (кейәүгә биргән) кеше өсөн ифрат ҡәҙерле, яҡын. Ата-әсә үҙенең шул дәрәжәгә күтәрелгәне — ҡәйнә (бейем, әбей), ҡайны (бабай) булып киткәне өсөн бик ҡыуана, бының менән ғорурлана. Һәр кем балаһы тыуғас та, уны матур итеп тәрбиәләп үҫтереп, һәйбәт ҡулға тапшырырға, ҡайны, ҡәйнә (бейем) тигән һүҙҙәрҙе ишетергә хыяллана бит. Ә һеҙ, ҡайһы бер йәштәр, уларҙы шул ҙур шатлыҡтан мәхрүм итәһегеҙ. Иманым камил: бер ата-әсә лә килененең, кейәүенең үҙенә атай, әсәй тип әйтеүен ихлас ҡабул итмәй, быға аптырағандың көнөнән, балаларының күңелен ҡыймаҫ өсөн генә риза була.
(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 631

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 630

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 273

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 429

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 252

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 522

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 314

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 325

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 143

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 252

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 156

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 383