Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Туғандар бит улар!
Хужабикәнең шатлығы эсенә һыймай: инә ҡаҙ бер оя бәпкә сығарҙы. Уңды! Туғандарҙың ба­ры­һы ла бер-береһенә оҡшаш: йомшаҡ, һары ғыналар!
Ун көн тирәһе өйҙә тотҡас, хужабикә бәпкәләрҙе Сәрмәсән буйындағы сиҙәм­гә алып барҙы. Себештәр йәшел үләнде һары ғына суҡыштары менән өҙөп ҡаба-ҡаба ла йүгереп барып һыу эсә. Ә баш осонда балҡып торған ҡояш нурҙарына кинәнеүе нин­дәй рәхәт! Инә ҡаҙ менән ата ҡаҙ ҡаңғылдап ҡуя: ҡыуанысын белдерә улар.
Белеп тораһығыҙ: ҡыҙыу йәйҙә хужа­бикәнең эше муйындан. Бер сәғәткә генә ҡайтып киләйем тип, ул өйөнә ҡарай юлланды. Ә бәпкәләрҙе берәҙәк бесәй күҙәтеп торған икән! Әрек­мән япрағы аҫтынан бәләкәс­тәрҙең береһен эләк­тереп ала­йым ғына тигәндә, уны ара­лағы иң ҙур бәпкә күреп ҡалды ла әсәһенә әйтә һалды:
– Әсәй, анау кем ул?
Хәүефте һиҙгән инә ҡаҙ ярһып ҡаңғылдарға кереште.
– Кит бынан! Балаларыма те­йеп кенә ҡара! – тип асыу менән ҡыуып ебәрҙе бесәйҙе ата ҡаҙ.
Бәпкәләр саҡ ҡына ял итеп алды ла яңынан уйнарға, йүге­решергә тотондо. Ул да булмай, баш осонда төйлөгән өйөрөлә башланы. Ҡайҙан килгән дә ҡайҙан күргән тиң! Төйлөгән – бәпкәләрҙең иң ҡурҡыныс дошманы. Ауы­ҙыңды асып торһаң, эләк­те­реп ала ла китә.
– Сип-сип-сип! – тип ҡысҡы­рып ебәрҙе бер бәпкә. – Бер ҡош беҙҙең өҫкә төшөп килә!
Ата ҡаҙ ҡанаттарын ҡаға-ҡаға асыуланып ыҫылданы, уға инәһе лә ҡушылды. Төйлөгәнгә эләк­тереп алырға өлгөргән бәпкәне төшөрөп ҡалдырыуҙан башҡа сара ҡалманы. Себештәр ҡаҡ сал­ҡан ятҡан туғаны эргәһенә ташланды.
– Сип-сип-сип, тор инде, беҙ һине яратабыҙ, – тиештеләр.
Инә ҡаҙ бәләкәстәрен үҙ янына саҡырҙы:
– Үҫкәндәрем, ял итеп алығыҙ.
Бөтәһе лә әсәһенең ҡанат аҫ­тына инеп һыйынды. Эй, рәхәт! Әсәләренең мамығы йомшаҡ ҡы­на, унан тәмле еҫ килә. Ҡосаҡ­лашып ятҡан бәпкәләргә шундай күңелле. Күмәк булғас, бер ниҙән дә ҡурҡмайҙар. Туғандар бит улар: бер-береһенең йылыһын тойоп үҫәләр.
Әсәләре ныҡ ғорурланды улар менән:
– Бер-береһен яҡлаша ла белә инде хәҙер, батыр­ҡайҙа­рым!
Ата ҡаҙ иһә, муйынын һуҙып, тирә-яҡҡа ҡарап тора: берәй яуызы ҡәҙерлеләренә ташланып ҡуймаһын!


Автор: Зөлфиә КҮСКИЛДИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Республика көнөн үткәреү майҙансыҡтары аталды

Өфөлә Республика көнөн үткәреү майҙансыҡтары аталды 02.10.2026 // Йәмғиәт

Байрам һәм тантаналы саралар йома көндө башлана....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда колледж һәм техникум уҡытыусылары тәбрикләнде

Башҡортостанда колледж һәм техникум уҡытыусылары тәбрикләнде 02.10.2026 // Йәмғиәт

Республиканың урта һөнәри белем биреү системаһы 86 йыл эшләй....

Тотош уҡырға 3

Азат Ишемғолов Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын ҡалдырҙы

Азат Ишемғолов Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын ҡалдырҙы 02.10.2026 // Йәмғиәт

Азат Ишемғолов Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә киләһе аҙнанан күп фатирлы йорттарға йылы бирелә башлай

Өфөлә киләһе аҙнанан күп фатирлы йорттарға йылы бирелә башлай 02.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә киләһе аҙнанан күп фатирлы йорттарға йылы бирелә башлай...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда аҡһаҡалды Ололар көнө менән ҡотланылар

Башҡортостанда аҡһаҡалды Ололар көнө менән ҡотланылар 02.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда аҡһаҡалды Ололар көнө менән ҡотланылар...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда ял көндәренә һауа торошо: ямғыр, епшек ҡар һәм ҡырау

Башҡортостанда ял көндәренә һауа торошо: ямғыр, епшек ҡар һәм ҡырау 02.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә: урыны менән ямғыр, епшек ҡар яуыуы ихтимал....

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостан телдәренең яһалма зиһен технологияларында үҫеше тикшерелде

Өфөлә Башҡортостан телдәренең яһалма зиһен технологияларында үҫеше тикшерелде 01.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә «Башҡортостандың тел һәм мәҙәни мираҫы: мәғлүмәт ......

Тотош уҡырға 3

«Башинформ» иң яҡшы мәғлүмәт агентлығы тип танылды

«Башинформ» иң яҡшы мәғлүмәт агентлығы тип танылды 01.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген яҡтыртыуға йүнәлтелгән «Медицина һәм ......

Тотош уҡырға 4

Яҡташтарыбыҙ Абхазиянан ҡайта алмай

Яҡташтарыбыҙ Абхазиянан ҡайта алмай 01.10.2026 // Йәмғиәт

Сухум – Өфө рейсы пассажирҙары өйҙәренә ҡайта алмай, уларҙың рейсы бер тәүлеккә тотҡарлана....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда октябрҙең тәүге көндәрендә ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә
Яҡташыбыҙҙың үҙ балаларына 2 миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған

Яҡташыбыҙҙың үҙ балаларына 2 миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған 30.09.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙҙың үҙ балаларына 2 миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан буйынса Социаль фондта сентябрь өсөн пособиелар түләү көндәре аталды

Башҡортостан буйынса Социаль фондта сентябрь өсөн пособиелар түләү көндәре аталды 30.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан буйынса Социаль фондта сентябрь өсөн пособиелар түләү көндәре аталды...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә