Туғандар бит улар!09.08.2014
Хужабикәнең шатлығы эсенә һыймай: инә ҡаҙ бер оя бәпкә сығарҙы. Уңды! Туғандарҙың ба­ры­һы ла бер-береһенә оҡшаш: йомшаҡ, һары ғыналар!
Ун көн тирәһе өйҙә тотҡас, хужабикә бәпкәләрҙе Сәрмәсән буйындағы сиҙәм­гә алып барҙы. Себештәр йәшел үләнде һары ғына суҡыштары менән өҙөп ҡаба-ҡаба ла йүгереп барып һыу эсә. Ә баш осонда балҡып торған ҡояш нурҙарына кинәнеүе нин­дәй рәхәт! Инә ҡаҙ менән ата ҡаҙ ҡаңғылдап ҡуя: ҡыуанысын белдерә улар.
Белеп тораһығыҙ: ҡыҙыу йәйҙә хужа­бикәнең эше муйындан. Бер сәғәткә генә ҡайтып киләйем тип, ул өйөнә ҡарай юлланды. Ә бәпкәләрҙе берәҙәк бесәй күҙәтеп торған икән! Әрек­мән япрағы аҫтынан бәләкәс­тәрҙең береһен эләк­тереп ала­йым ғына тигәндә, уны ара­лағы иң ҙур бәпкә күреп ҡалды ла әсәһенә әйтә һалды:
– Әсәй, анау кем ул?
Хәүефте һиҙгән инә ҡаҙ ярһып ҡаңғылдарға кереште.
– Кит бынан! Балаларыма те­йеп кенә ҡара! – тип асыу менән ҡыуып ебәрҙе бесәйҙе ата ҡаҙ.
Бәпкәләр саҡ ҡына ял итеп алды ла яңынан уйнарға, йүге­решергә тотондо. Ул да булмай, баш осонда төйлөгән өйөрөлә башланы. Ҡайҙан килгән дә ҡайҙан күргән тиң! Төйлөгән – бәпкәләрҙең иң ҡурҡыныс дошманы. Ауы­ҙыңды асып торһаң, эләк­те­реп ала ла китә.
– Сип-сип-сип! – тип ҡысҡы­рып ебәрҙе бер бәпкә. – Бер ҡош беҙҙең өҫкә төшөп килә!
Ата ҡаҙ ҡанаттарын ҡаға-ҡаға асыуланып ыҫылданы, уға инәһе лә ҡушылды. Төйлөгәнгә эләк­тереп алырға өлгөргән бәпкәне төшөрөп ҡалдырыуҙан башҡа сара ҡалманы. Себештәр ҡаҡ сал­ҡан ятҡан туғаны эргәһенә ташланды.
– Сип-сип-сип, тор инде, беҙ һине яратабыҙ, – тиештеләр.
Инә ҡаҙ бәләкәстәрен үҙ янына саҡырҙы:
– Үҫкәндәрем, ял итеп алығыҙ.
Бөтәһе лә әсәһенең ҡанат аҫ­тына инеп һыйынды. Эй, рәхәт! Әсәләренең мамығы йомшаҡ ҡы­на, унан тәмле еҫ килә. Ҡосаҡ­лашып ятҡан бәпкәләргә шундай күңелле. Күмәк булғас, бер ниҙән дә ҡурҡмайҙар. Туғандар бит улар: бер-береһенең йылыһын тойоп үҫәләр.
Әсәләре ныҡ ғорурланды улар менән:
– Бер-береһен яҡлаша ла белә инде хәҙер, батыр­ҡайҙа­рым!
Ата ҡаҙ иһә, муйынын һуҙып, тирә-яҡҡа ҡарап тора: берәй яуызы ҡәҙерлеләренә ташланып ҡуймаһын!



Вернуться назад