Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алыҫ Ҡытайға аралар яҡын
Алыҫ Ҡытайға аралар яҡынСтудент йылдары тормоштоң иң күркәм һәм йәмле мәле генә түгел, мөмкинлектәре менән дә бай. Ҡулынан килгәндәр, мәҫәлән, уҡып та йөрөй, эшләй ҙә. Шулай уҡ тик һабаҡ алыуға ғына бирелеп, ҙур ҡаҙаныштарға юлыҡҡандар ҙа бихисап. Ғөмүмән, елкәң булһа, һәр мөмкинлекте үҙ файҙаңа ауҙарырға була. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы тарих факультетының 4-се курсында белем алыусы Алһыу МОЗАФАРОВА – нәҡ шундай уңған һәм өлгөр студенттарҙың береһе.

Уҡыуында ла уңыштарға өлгәшә ул, йәштәр араһында йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнай, ә үткән уҡыу йылында алыҫ Ҡытайға барып, Көнсығыш иленең телен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеп, тәжрибә туплап ҡайтҡан.
— Өсөнсө курста тик унда уҡыным, буласаҡ тарихсыға төрлө илдәрҙең үткәне генә түгел, бөгөнгө йәшәйеше лә мөһим, бигерәк тә үҙ күҙҙәрең менән күреүең яҡшы, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Алһыу. Ысынлап та, йөҙ тапҡыр ишеткәнсе бер тапҡыр барып күр, тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул.
Ғөмүмән, филиал үҙенең иң булдыҡлы студенттары араһынан 11 егет һәм ҡыҙҙы оҙата былтыр был сәйәхәткә. Төрлө факультет вәкилдәре шулай бер туғандай Ҡытай тормошон өйрәнеп ҡайта.
— Тел бер йылға тәжрибә туплаған кешегә түгел, оҙаҡ йылдар был илдә йәшәгәндәргә лә, минеңсә, ауыр бирелә, — тип дауам итә һүҙен студент. – Шулай ҙа һөйләшергә, аралашырға өйрәнеп ҡайттыҡ. Икмәк-тоҙлоҡ һупалайым, — тип шаяртыуға ла урын таба ҡыҙ. — Унда шул тиклем ихлас һәм ябай халыҡ йәшәй, ниндәйҙер ауырлыҡҡа тарыныңмы, шунда уҡ ярҙам итергә әҙерҙәр. Быға уларҙың тарихын, менталитетын өйрәнгәндә лә инандым.
Шулай ҙа Тыуған илен һағыныуын, сит ерҙә көнкүреш матур булыуға ҡарамаҫтан, үҙ йәнтөйәгенең ҡәҙерле булыуын да йә­шермәй студент. Ысынлап та, алыҫ Ҡытайҙан тыуған Башҡортостан барыбер яҡыныраҡ.
Алһыу белем алған уҡыу йортона Рәсәйҙән генә түгел, АҠШ, Франция, Индонезия, Корея һәм башҡа илдәрҙән дә йәштәр эркелеп һабаҡ алырға барған. Был йәһәттән дә бәхетен йәшермәй студент – күпме милләт вәкилдәре менән ара­лашҡан, уларҙың телдәрен, ғөрөф-ғәҙәт­тәрен өйрәнгән. Алһыуҙың был тәңгәлдә әйтелгән һүҙҙәре бигерәк тә ҡиммәт, минеңсә:
— Күп илдәрҙән, хатта башҡа ҡитғалар­ҙан килһәк тә, бер милләттәй татыу һәм дуҫ булып йәшәнек, бер-беребеҙгә ярҙам итеп торҙоҡ, ниндәйҙер сәйәсәт ҡороу, милләт-ара конфликт һымаҡ күренештәр бөтөнләй ят ине, беҙ бит белем алырға, бер-беребеҙҙе өйрәнергә һәм танырға тип барҙыҡ. Әйтергә кәрәк, күптәргә ҡарата мөнәсәбәтем яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе, беҙҙе лә яратып торҙолар, тимәк, бер-береңде ихтирам итеп йәшәгәндә, донъяла мотлаҡ тыныслыҡ хөкөм һөрәсәк, — бындай һүҙҙәрҙән һуң Алһыу Мозафарованан ысын тарихсы, ысын уҡытыусы сығырына шик юҡ. Йәштәрҙең һүҙҙәренә ҡайһы ваҡыт ололар ҙа ҡолаҡ һалһын ине...

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 2

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 2

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды 08.06.2026 // Йәмғиәт

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды....

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә