Студент йылдары тормоштоң иң күркәм һәм йәмле мәле генә түгел, мөмкинлектәре менән дә бай. Ҡулынан килгәндәр, мәҫәлән, уҡып та йөрөй, эшләй ҙә. Шулай уҡ тик һабаҡ алыуға ғына бирелеп, ҙур ҡаҙаныштарға юлыҡҡандар ҙа бихисап. Ғөмүмән, елкәң булһа, һәр мөмкинлекте үҙ файҙаңа ауҙарырға була. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы тарих факультетының 4-се курсында белем алыусы Алһыу МОЗАФАРОВА – нәҡ шундай уңған һәм өлгөр студенттарҙың береһе. Уҡыуында ла уңыштарға өлгәшә ул, йәштәр араһында йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнай, ә үткән уҡыу йылында алыҫ Ҡытайға барып, Көнсығыш иленең телен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеп, тәжрибә туплап ҡайтҡан.
— Өсөнсө курста тик унда уҡыным, буласаҡ тарихсыға төрлө илдәрҙең үткәне генә түгел, бөгөнгө йәшәйеше лә мөһим, бигерәк тә үҙ күҙҙәрең менән күреүең яҡшы, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Алһыу. Ысынлап та, йөҙ тапҡыр ишеткәнсе бер тапҡыр барып күр, тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул.
Ғөмүмән, филиал үҙенең иң булдыҡлы студенттары араһынан 11 егет һәм ҡыҙҙы оҙата былтыр был сәйәхәткә. Төрлө факультет вәкилдәре шулай бер туғандай Ҡытай тормошон өйрәнеп ҡайта.
— Тел бер йылға тәжрибә туплаған кешегә түгел, оҙаҡ йылдар был илдә йәшәгәндәргә лә, минеңсә, ауыр бирелә, — тип дауам итә һүҙен студент. – Шулай ҙа һөйләшергә, аралашырға өйрәнеп ҡайттыҡ. Икмәк-тоҙлоҡ һупалайым, — тип шаяртыуға ла урын таба ҡыҙ. — Унда шул тиклем ихлас һәм ябай халыҡ йәшәй, ниндәйҙер ауырлыҡҡа тарыныңмы, шунда уҡ ярҙам итергә әҙерҙәр. Быға уларҙың тарихын, менталитетын өйрәнгәндә лә инандым.
Шулай ҙа Тыуған илен һағыныуын, сит ерҙә көнкүреш матур булыуға ҡарамаҫтан, үҙ йәнтөйәгенең ҡәҙерле булыуын да йәшермәй студент. Ысынлап та, алыҫ Ҡытайҙан тыуған Башҡортостан барыбер яҡыныраҡ.
Алһыу белем алған уҡыу йортона Рәсәйҙән генә түгел, АҠШ, Франция, Индонезия, Корея һәм башҡа илдәрҙән дә йәштәр эркелеп һабаҡ алырға барған. Был йәһәттән дә бәхетен йәшермәй студент – күпме милләт вәкилдәре менән аралашҡан, уларҙың телдәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнгән. Алһыуҙың был тәңгәлдә әйтелгән һүҙҙәре бигерәк тә ҡиммәт, минеңсә:
— Күп илдәрҙән, хатта башҡа ҡитғаларҙан килһәк тә, бер милләттәй татыу һәм дуҫ булып йәшәнек, бер-беребеҙгә ярҙам итеп торҙоҡ, ниндәйҙер сәйәсәт ҡороу, милләт-ара конфликт һымаҡ күренештәр бөтөнләй ят ине, беҙ бит белем алырға, бер-беребеҙҙе өйрәнергә һәм танырға тип барҙыҡ. Әйтергә кәрәк, күптәргә ҡарата мөнәсәбәтем яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе, беҙҙе лә яратып торҙолар, тимәк, бер-береңде ихтирам итеп йәшәгәндә, донъяла мотлаҡ тыныслыҡ хөкөм һөрәсәк, — бындай һүҙҙәрҙән һуң Алһыу Мозафарованан ысын тарихсы, ысын уҡытыусы сығырына шик юҡ. Йәштәрҙең һүҙҙәренә ҡайһы ваҡыт ололар ҙа ҡолаҡ һалһын ине...
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.