Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сочи: башҡорт мәҙәниәте өлгөләре күрһәтелә
Сочи: башҡорт мәҙәниәте өлгөләре күрһәтелә “Фин-уғыр транзиты: ғаилә традициялары” халыҡ-ара сәнғәт һәм халыҡ ижады фестиваленең гала-концертында тәүге тапҡыр башҡорттарҙың мәҙәниәте өлгөләре күрһәтелә. Башҡортостанда йәшәгән Аралбаевтар ғаиләһе башҡорт көйҙәрен башҡара. Гала-концерт 20 сентябрҙә Сочи ҡалаһының Лазарев районында уҙғарыла. Унда ғаилә ижад коллективтары йыйылып, фин-уғыр халыҡтарының бейеү, йыр һәм инс­трументаль ижады менән таныштырасаҡ.
Сарала Ленинград өлкәһенән “Varasta”, Карелиянан “Pengerel”, Мари Иле Республикаһынан Лукьяновтар, Мордва Республикаһынан “Поюня” фольклор ансамбле, Пермь крайындағы Коми-Пермяк округынан Ермаковтар, Удмурт Республикаһынан “Пельга” ансамбле һәм “Шудо ғаилә” фольклор коллективы, Коми Республикаһынан “Зорюшка”, Ханты-Манси автономиялы округы – Югранан “Касум ех”, Эстониянан “Leigarid” ансамблдәре һәм Лазарев районындағы ижади коллективтар ҡатнаша.
Краснодар крайындағы төп учрежде­ниеларҙың береһе – Лазарев район милли мәҙәниәттәр үҙәгендә гала-концерттан тыш, “Минең ҙур милли туйым” фотокүр­гәҙмәһе ойошторола, этнографик фильмдар күрһәтелә. 18 – 20 сентябрҙә урындағы мәҙәниәт һәм ял паркында, үҙәк майҙанда балалар өсөн ҡораманан ҡурсаҡ һәм бетеүҙәр яһау, халыҡ уйындары һәм йолалар буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Ҡунаҡтар өсөн шулай уҡ иҫтәлекле урындар, Этнография музейы буйлап экскурсия ойоштороласаҡ.
“Фин-уғыр транзиты: ғаилә традициялары” халыҡ-ара сәнғәт һәм халыҡ ижады фестивале саралары Мордва, Мари Иле, Удмурт һәм Башҡортостан республикаларында үткәрелгәйне. Концепцияға ярашлы, фестиваль циклы киләһе йыл гала-концерт менән тамамланырға тейеш.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523