“Фин-уғыр транзиты: ғаилә традициялары” халыҡ-ара сәнғәт һәм халыҡ ижады фестиваленең гала-концертында тәүге тапҡыр башҡорттарҙың мәҙәниәте өлгөләре күрһәтелә. Башҡортостанда йәшәгән Аралбаевтар ғаиләһе башҡорт көйҙәрен башҡара. Гала-концерт 20 сентябрҙә Сочи ҡалаһының Лазарев районында уҙғарыла. Унда ғаилә ижад коллективтары йыйылып, фин-уғыр халыҡтарының бейеү, йыр һәм инструменталь ижады менән таныштырасаҡ.Сарала Ленинград өлкәһенән “Varasta”, Карелиянан “Pengerel”, Мари Иле Республикаһынан Лукьяновтар, Мордва Республикаһынан “Поюня” фольклор ансамбле, Пермь крайындағы Коми-Пермяк округынан Ермаковтар, Удмурт Республикаһынан “Пельга” ансамбле һәм “Шудо ғаилә” фольклор коллективы, Коми Республикаһынан “Зорюшка”, Ханты-Манси автономиялы округы – Югранан “Касум ех”, Эстониянан “Leigarid” ансамблдәре һәм Лазарев районындағы ижади коллективтар ҡатнаша.
Краснодар крайындағы төп учреждениеларҙың береһе – Лазарев район милли мәҙәниәттәр үҙәгендә гала-концерттан тыш, “Минең ҙур милли туйым” фотокүргәҙмәһе ойошторола, этнографик фильмдар күрһәтелә. 18 – 20 сентябрҙә урындағы мәҙәниәт һәм ял паркында, үҙәк майҙанда балалар өсөн ҡораманан ҡурсаҡ һәм бетеүҙәр яһау, халыҡ уйындары һәм йолалар буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Ҡунаҡтар өсөн шулай уҡ иҫтәлекле урындар, Этнография музейы буйлап экскурсия ойоштороласаҡ.
“Фин-уғыр транзиты: ғаилә традициялары” халыҡ-ара сәнғәт һәм халыҡ ижады фестивале саралары Мордва, Мари Иле, Удмурт һәм Башҡортостан республикаларында үткәрелгәйне. Концепцияға ярашлы, фестиваль циклы киләһе йыл гала-концерт менән тамамланырға тейеш.