Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңел аҙығын йәлләмәйек
Күңел аҙығын йәлләмәйек– Аҡ тирәк, күк тирәк, беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
– Беҙгә анау оҙон сәсле ҡыҙ кәрәк!
– Алып ҡарағыҙ, улай булғас, килен итеп!
– Һай, йүгер-йүгер!

…Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе бала-сағаның сыр-сыуына күмелгән. Етәкләшкән уйынсылар баҫҡан урынында бейеп тора, иптәштәрен дәртләндерә. Ә үҙҙәре башҡортса һөйләшә! Бар яҡлап та бына шундай матур күренештәргә бай булды әлеге мәҙәни усаҡта үткән “Ҡарға бутҡаһы” тамашаһы. Төрлө милләт балалары ябай күҙәтеүсе генә түгел ине бында, уйындарҙа үҙҙәре лә ихлас ҡатнашты. Хатта теләүселәр күп булып, бер уйынды ике тапҡыр ҡабатларға тура килде әле алып барыусыларға.
Ҡала башҡорттары ҡоролтайының урындағы хакимиәттең мәғариф идаралығы һәм театр менән берлектә әҙерләгән был тамашаһы, һис шикһеҙ, тәрән мәғәнәгә эйә. Балалар күңел асып ҡына ҡалманы, ә йолаларыбыҙҙың “эсенә сумды”, башҡорт һүҙҙәрен өйрәнде. Әлбиттә, артистар үҙебеҙсә һөйләп, үҙҙәре генә уйнап йөрөһә, бәлки, уҡыусыларҙы ылыҡтырып та булмаҫ ине. Был йәһәттән проектты мәктәп кимәлендә башлап ебәргән 1-се лицей уҡытыусыларына һәм тамашаның режиссеры Зиннур Сөләймәновҡа “Афарин!” тип әйтергә кәрәк – уҡыусылар белмәгән һүҙҙәренең урыҫсаға тәржемәһен дә ишетеп торҙо. Теге йәки был аңлатманы алып барыусылар менән бергә ике телдә лә ҡабатланылар, уйындарҙа ҡатнашып, һүҙҙәрҙе һәм йолаларҙы нығытып ҡуйҙылар. Ҡайһы берҙә уҡытыусыларҙың кластан тыш сараларҙы һәм традицион булмаған дәрестәрҙе нисек итеп үткәреү хаҡында баш ватҡанын күргән бар. Ошо дәрес түгелме ни?! Әйткәндәй, был тамашаны ҡаланың бөтә уҡыусылары ла ҡарай алды.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: балаларға тәғәйенләнһә лә, сара ололар өсөн дә бик әһәмиәтле булды. Һәр хәлдә, үҙебеҙҙең бала саҡтағы уйындарҙы һағынып иҫләп ултырҙыҡ. “Йәшерәм, йәшерәм яулығымды…” тип йырлап уйнай инек Кәмәтау битенә “Ҡарға бутҡаһы”на сыҡҡанда.
Әйткәндәй, йоланы йола итеп, тамаша аҙағында уйынсылар ҡарғаны бутҡа менән һыйланы. Уңыш мул булһын өсөн һыйҙы йәлләргә ярамай, күп итеп һалырға кәрәк, тиҙәр халыҡта. Ә балаларыбыҙҙың киләсәктә башҡорт телен белеүе һәм ихтирам итеүе ошондай тамашаларға туранан-тура бәйле. Тимәк, әлегеләй һый-сараларҙы ла йәлләмәһәк ине йәш быуын өсөн.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521