Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ӨФӨ, МИН ҺИНЕ ЯРАТАМ!
ӨФӨ, МИН ҺИНЕ ЯРАТАМ! Башҡорт йәмғиәте ҡыуаныслы яңылыҡ кисерҙе: күптән түгел һәләтле башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән” исемле тулы метражлы фильмы прокатҡа сыҡты. Уның баш ҡала кинотеатрҙарында ҙур аншлаг менән үтеүе, премьера мәлендә генә түгел, башҡа көндәрҙә лә тулы зал тамашасы йыйыуы фильмды күрергә теләүселәрҙең беҙҙең милләт вәкилдәре менән генә сикләнеп ҡалмауын, Өфөлә тыуған һәм уҡыған, йәшәгән һәр кем яратҡан ҡалаһын зәңгәр экран аша күрергә ашҡыныуын һөйләй. Улай ғына ла түгел, Өфөнән тыш, республикабыҙҙың төрлө ҡалаларында ла, Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда ла “Өфөнән һөйөү менән!” үҙенең күп тамашасыһын тапты.
“Өфө! Мин һине ярата-а-ам!” – тип ҡысҡырғы килә, фильмды ҡарап бөтөп баш ҡала урамдарына сыҡҡас. Көн дә күреүҙән шул хәтлем күнегелгән ҡала урамдарына ғына түгел, тотош Өфөнөң үҙенә йән кергәндәй, юҡҡа ғына фильмдың сағыу геройҙарынан тыш, баш ҡаланы айырым бер персонаж итеп һанамайҙыр әле бихисап тамашасы. Ысынлап та, экранда яратҡан ҡалабыҙ гүзәл, наҙлы, күркәм, бер аҙ үҙ һүҙле, әммә бөтмәҫ тылсым һәм һөйөү бөрккән һылыу булып күҙ алдына баҫҡандай. Фильмдағы башҡа геройҙар кеүек, ул ҡайҙалыр ашҡына, кемделер эҙләй, урыны менән ҡыуана, урыны менән бер аҙ һағышлана. Иң мөһиме – фильм геройҙарына кәрәк кешеләрен, әйберҙәрен генә түгел, яҙмыштарын да табырға ярҙам итә. Әйткәндәй, башҡа геройҙар тигәс, уларҙың ҡайһы берҙәренә, атап әйткәндә, төп геройҙарға айырым туҡталып үтеү зарур.
Бар ваҡиғалар Урал исемле тормоштоң әсеһен-сөсөһөн саҡ татый башлаған йәш егет тирәләй өйөрөлә. Асҡар Нагаевтың үҙ ролен мөкиббән китеп, бирелеп башҡарыуын күреп, күпселек тамашасы уны тормошта ла сығышы менән ябай ауыл малайы, тип уйлауы мөмкин. Һәр хәлдә минең шулай булыуына тамсы ла шигем юҡ ине. Асҡарҙың үҙенә кескәй генә әңгәмә башында “Урал менән һинең уртаҡ яҡтарығыҙ бихисапмы? Күпселек фекеренсә, һин фильмда үҙ-үҙеңде уйнағандайһың...” тигән һорау биргәнгә тиклем... Яуап мине бер аҙ ғәжәптә ҡалдырҙы: “Һис юҡ. Урал менән беҙ бөтөнләй төрлө кешеләр, яҙмыштары­быҙҙың да уртаҡлығы юҡ. Иң беренсе сиратта был минең Башҡортостанда үҫмә­үемдә сағыла. Роль өҫтөндә эшләгәндә мин Уралды үҙ-үҙемдән эҙләнем, теге йәки был хәлдәрҙә үҙ-үҙемде нисек тотор, нисек уйлар инем икән, тип күҙ алдыма килтерҙем. Шуға ла Урал – ул минең фантазия емеше, тип әйтергә лә мөмкиндер”. Баҡтиһәң, Асҡар Башҡортостанда тыуһа ла, Красноярск өлкәһенең Норильск ҡалаһында үҫкән, ә Өфөгә З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академия­һына уҡырға килеп, әлеге ваҡытта икенсе курста белем ала икән. Башҡорт телен дә фильмда төшөр өсөн махсус өйрәнә ул.
“Фильм кинотеатрҙарҙа ҙур уңыш менән бара. Һинең тормошоңа ул үҙгәрештәр килтереп, тормошоңдо “фильм сыҡҡанға тиклем” һәм “фильм сыҡҡандан һуң” тигән ике бүлеккә айырырға ла өлгөргәндер, эйеме?” – сираттағы һорауымды бирәм Асҡарға. “Төрлө урындарҙа танып ҡалып, бергә фотоға төшөргә теләк белдергән кешеләрҙе иҫәпкә алмағанда, артыҡ үҙгәрештәр тойолмай шикелле. Ә бына тормошом фильмда төшкәнгә тиклем һәм фильмда төшкәндән һуң үҙгәреш кисереүе дөрөҫ, сөнки минең өсөн был – оло тәжрибә”, – ти йәш актер.
“Съемкалар ваҡытында иҫеңдә айырыуса уйылып ҡалған ваҡыттар булды­мы?” – тип ҡыҙыҡһынам. “Бөтәһе лә хәтергә уйылды, әммә шулай ҙа иң сағыу тәьҫораттар: аяҡтарҙа баштүбән эленеп тороу, яһалма ямғыр, һыуыҡ...” – тип йылмая Асҡар.
Асҡар Нагаевтан тыш “Өфөнән һөйөү менән!” фильмын оҫта уйындары, сағыу геройҙары, юморға нигеҙләнеп һуғарылған ҡылыҡтары менән тағы ла Эмиль Әмиров (Фәрит), Полина Смыковская (Александра) биҙәй. Фәрит персонажы бер яҡтан күңел асыусы, кәйеф-сафа ҡороусы һәм гүзәл заттарҙы яратыусы егеткә ҡайтып ҡалһа, шул уҡ ваҡытта беҙ уның ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер, кеше ҡайғыһына битараф булмаған, һуңлап булһа ла хаталарын танырға әҙер кеше икәнен күҙәтәбеҙ. Ғөмүмән, ул да, Александра ла аҙ ғына танышыуҙарына ҡарамаҫтан, Уралға ярҙам итергә ынтылып тороуҙары менән үҙҙәренә ҡарата ихтирам уята. Әйткәндәй, был өс геройҙарҙың исемдәрендәге баш хәрефтәрҙе бергә ҡушһаҡ, “УФА” һүҙе килеп сығыуы бик ҡыҙыҡлы күренеш.
Йәшел сәсле скутерҙағы серле ҡыҙ... Анастасия Речистер башҡарыуындағы Дина образы миңә ни өсөндөр үҙе Өфө һыны менән ауаздаш күренде. Шулай уҡ йәшлек, сафлыҡ, гүзәллек бөркә, үҙендә анһат ҡына асылып бармаған серҙәр һаҡлай... Кино таҫмаларында ғына түгел, күрә, тоя белгән кешегә Өфө үҙе һәр саҡ шундай сүрәттә килеп баҫа бит. Уға ҡарап йәшәге, йәшнәге, йылмайғы, яратҡы килә.
Өлкәнерәк быуын актерҙарынан Азат Йыһаншин, Алмас Әмиров, Хөрмәтулла Үтәшев, Илһөйәр Ғизетдинова, Әхәт Хөсәйенов һәм башҡалар оҫта уйындары менән ҡыуандырҙы: ҡайҙалыр көлдөрттө, ҡайҙалыр хатта күңел тулғандай итте. “Өфөнән һөйөү менән!” фильмы кинотеатр­ҙар буйлап прокатҡа сыҡҡан көндән үк әҫәрләнгән тамашасы Интернет селтәре аша үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша башланы.
“Ҡарлы, ямғырлы, туң, һыуыҡ йәки хәл­де алырлыҡ эҫе – ниндәй генә булмаһын, мин Өфөнө һушым китеп яратам!” – ти шундай тамашасыларҙың береһе. “Фильм­ды ҡарап сыҡҡандан һуң, үҙемде ҡаланы яңы күргән туристай тойоп, кадрҙарға ингән ерҙәр буйлап йәйәүләп йөрөп сыҡтым, Өфөнөң яҙғы көндәрҙә тап яңыса һулыш алған мәле...” Ә өсөнсө тамашасы үҙ тәьҫораттарын түбәндәге юлдар аша белдерә: “Өфөнән һөйөү менән!” фильмы тәьҫирендә кисә Үҙәк баҙарҙан алып, БДУ-ға хәтле ашыҡмай ғына, һәр күренеште күҙҙән үткәреп, йәйәү барҙым. Шул хәтлем яратам мин был ҡаланы!”
Тормош булғас, төрлө мәлдәр була. Көн дә тәҙрә аша бер үк ҡаланы күреп, уға күнегелә, ялҡып та кителә хатта. Иң башта булған сикһеҙ һоҡланыу битараф­лыҡ менән алмашына. Нимәһен йәшерер­гә: үҙем дә шул хәлдә инем. Ун ете йәшлек сағымда Өфөлә йәшәй генә башлағанда, баш ҡалаға һоҡланып һәм дан йырлап туя алмай инем, тыуған яҡтарыма ҡайтып бер аҙ торғас та, һағыныуға сыҙай алмай, Өфөгә ингән күперҙе үткән саҡта автобустың алдына төшөп йүгерерҙәй булһам, йылдар үтә бара был хистәрем бер аҙ тоноғая төшкәйне. Әммә Айнур Асҡаровҡа, уның ғәжәп фильмына рәхмәт: бар тойғолар кире ҡайтты! Өфө, мин һине яратам! Һәм бер мин генә түгел, “Өфөнән һөйөү менән!”де ҡараған һәр кем ошо тойғоно кисергәндер, быныһына тамсы ла шигем юҡ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521