Башҡорт йәмғиәте ҡыуаныслы яңылыҡ кисерҙе: күптән түгел һәләтле башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән” исемле тулы метражлы фильмы прокатҡа сыҡты. Уның баш ҡала кинотеатрҙарында ҙур аншлаг менән үтеүе, премьера мәлендә генә түгел, башҡа көндәрҙә лә тулы зал тамашасы йыйыуы фильмды күрергә теләүселәрҙең беҙҙең милләт вәкилдәре менән генә сикләнеп ҡалмауын, Өфөлә тыуған һәм уҡыған, йәшәгән һәр кем яратҡан ҡалаһын зәңгәр экран аша күрергә ашҡыныуын һөйләй. Улай ғына ла түгел, Өфөнән тыш, республикабыҙҙың төрлө ҡалаларында ла, Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда ла “Өфөнән һөйөү менән!” үҙенең күп тамашасыһын тапты.“Өфө! Мин һине ярата-а-ам!” – тип ҡысҡырғы килә, фильмды ҡарап бөтөп баш ҡала урамдарына сыҡҡас. Көн дә күреүҙән шул хәтлем күнегелгән ҡала урамдарына ғына түгел, тотош Өфөнөң үҙенә йән кергәндәй, юҡҡа ғына фильмдың сағыу геройҙарынан тыш, баш ҡаланы айырым бер персонаж итеп һанамайҙыр әле бихисап тамашасы. Ысынлап та, экранда яратҡан ҡалабыҙ гүзәл, наҙлы, күркәм, бер аҙ үҙ һүҙле, әммә бөтмәҫ тылсым һәм һөйөү бөрккән һылыу булып күҙ алдына баҫҡандай. Фильмдағы башҡа геройҙар кеүек, ул ҡайҙалыр ашҡына, кемделер эҙләй, урыны менән ҡыуана, урыны менән бер аҙ һағышлана. Иң мөһиме – фильм геройҙарына кәрәк кешеләрен, әйберҙәрен генә түгел, яҙмыштарын да табырға ярҙам итә. Әйткәндәй, башҡа геройҙар тигәс, уларҙың ҡайһы берҙәренә, атап әйткәндә, төп геройҙарға айырым туҡталып үтеү зарур.
Бар ваҡиғалар Урал исемле тормоштоң әсеһен-сөсөһөн саҡ татый башлаған йәш егет тирәләй өйөрөлә. Асҡар Нагаевтың үҙ ролен мөкиббән китеп, бирелеп башҡарыуын күреп, күпселек тамашасы уны тормошта ла сығышы менән ябай ауыл малайы, тип уйлауы мөмкин. Һәр хәлдә минең шулай булыуына тамсы ла шигем юҡ ине. Асҡарҙың үҙенә кескәй генә әңгәмә башында “Урал менән һинең уртаҡ яҡтарығыҙ бихисапмы? Күпселек фекеренсә, һин фильмда үҙ-үҙеңде уйнағандайһың...” тигән һорау биргәнгә тиклем... Яуап мине бер аҙ ғәжәптә ҡалдырҙы: “Һис юҡ. Урал менән беҙ бөтөнләй төрлө кешеләр, яҙмыштарыбыҙҙың да уртаҡлығы юҡ. Иң беренсе сиратта был минең Башҡортостанда үҫмәүемдә сағыла. Роль өҫтөндә эшләгәндә мин Уралды үҙ-үҙемдән эҙләнем, теге йәки был хәлдәрҙә үҙ-үҙемде нисек тотор, нисек уйлар инем икән, тип күҙ алдыма килтерҙем. Шуға ла Урал – ул минең фантазия емеше, тип әйтергә лә мөмкиндер”. Баҡтиһәң, Асҡар Башҡортостанда тыуһа ла, Красноярск өлкәһенең Норильск ҡалаһында үҫкән, ә Өфөгә З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға килеп, әлеге ваҡытта икенсе курста белем ала икән. Башҡорт телен дә фильмда төшөр өсөн махсус өйрәнә ул.
“Фильм кинотеатрҙарҙа ҙур уңыш менән бара. Һинең тормошоңа ул үҙгәрештәр килтереп, тормошоңдо “фильм сыҡҡанға тиклем” һәм “фильм сыҡҡандан һуң” тигән ике бүлеккә айырырға ла өлгөргәндер, эйеме?” – сираттағы һорауымды бирәм Асҡарға. “Төрлө урындарҙа танып ҡалып, бергә фотоға төшөргә теләк белдергән кешеләрҙе иҫәпкә алмағанда, артыҡ үҙгәрештәр тойолмай шикелле. Ә бына тормошом фильмда төшкәнгә тиклем һәм фильмда төшкәндән һуң үҙгәреш кисереүе дөрөҫ, сөнки минең өсөн был – оло тәжрибә”, – ти йәш актер.
“Съемкалар ваҡытында иҫеңдә айырыуса уйылып ҡалған ваҡыттар булдымы?” – тип ҡыҙыҡһынам. “Бөтәһе лә хәтергә уйылды, әммә шулай ҙа иң сағыу тәьҫораттар: аяҡтарҙа баштүбән эленеп тороу, яһалма ямғыр, һыуыҡ...” – тип йылмая Асҡар.
Асҡар Нагаевтан тыш “Өфөнән һөйөү менән!” фильмын оҫта уйындары, сағыу геройҙары, юморға нигеҙләнеп һуғарылған ҡылыҡтары менән тағы ла Эмиль Әмиров (Фәрит), Полина Смыковская (Александра) биҙәй. Фәрит персонажы бер яҡтан күңел асыусы, кәйеф-сафа ҡороусы һәм гүзәл заттарҙы яратыусы егеткә ҡайтып ҡалһа, шул уҡ ваҡытта беҙ уның ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер, кеше ҡайғыһына битараф булмаған, һуңлап булһа ла хаталарын танырға әҙер кеше икәнен күҙәтәбеҙ. Ғөмүмән, ул да, Александра ла аҙ ғына танышыуҙарына ҡарамаҫтан, Уралға ярҙам итергә ынтылып тороуҙары менән үҙҙәренә ҡарата ихтирам уята. Әйткәндәй, был өс геройҙарҙың исемдәрендәге баш хәрефтәрҙе бергә ҡушһаҡ, “УФА” һүҙе килеп сығыуы бик ҡыҙыҡлы күренеш.
Йәшел сәсле скутерҙағы серле ҡыҙ... Анастасия Речистер башҡарыуындағы Дина образы миңә ни өсөндөр үҙе Өфө һыны менән ауаздаш күренде. Шулай уҡ йәшлек, сафлыҡ, гүзәллек бөркә, үҙендә анһат ҡына асылып бармаған серҙәр һаҡлай... Кино таҫмаларында ғына түгел, күрә, тоя белгән кешегә Өфө үҙе һәр саҡ шундай сүрәттә килеп баҫа бит. Уға ҡарап йәшәге, йәшнәге, йылмайғы, яратҡы килә.
Өлкәнерәк быуын актерҙарынан Азат Йыһаншин, Алмас Әмиров, Хөрмәтулла Үтәшев, Илһөйәр Ғизетдинова, Әхәт Хөсәйенов һәм башҡалар оҫта уйындары менән ҡыуандырҙы: ҡайҙалыр көлдөрттө, ҡайҙалыр хатта күңел тулғандай итте. “Өфөнән һөйөү менән!” фильмы кинотеатрҙар буйлап прокатҡа сыҡҡан көндән үк әҫәрләнгән тамашасы Интернет селтәре аша үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша башланы.
“Ҡарлы, ямғырлы, туң, һыуыҡ йәки хәлде алырлыҡ эҫе – ниндәй генә булмаһын, мин Өфөнө һушым китеп яратам!” – ти шундай тамашасыларҙың береһе. “Фильмды ҡарап сыҡҡандан һуң, үҙемде ҡаланы яңы күргән туристай тойоп, кадрҙарға ингән ерҙәр буйлап йәйәүләп йөрөп сыҡтым, Өфөнөң яҙғы көндәрҙә тап яңыса һулыш алған мәле...” Ә өсөнсө тамашасы үҙ тәьҫораттарын түбәндәге юлдар аша белдерә: “Өфөнән һөйөү менән!” фильмы тәьҫирендә кисә Үҙәк баҙарҙан алып, БДУ-ға хәтле ашыҡмай ғына, һәр күренеште күҙҙән үткәреп, йәйәү барҙым. Шул хәтлем яратам мин был ҡаланы!”
Тормош булғас, төрлө мәлдәр була. Көн дә тәҙрә аша бер үк ҡаланы күреп, уға күнегелә, ялҡып та кителә хатта. Иң башта булған сикһеҙ һоҡланыу битарафлыҡ менән алмашына. Нимәһен йәшерергә: үҙем дә шул хәлдә инем. Ун ете йәшлек сағымда Өфөлә йәшәй генә башлағанда, баш ҡалаға һоҡланып һәм дан йырлап туя алмай инем, тыуған яҡтарыма ҡайтып бер аҙ торғас та, һағыныуға сыҙай алмай, Өфөгә ингән күперҙе үткән саҡта автобустың алдына төшөп йүгерерҙәй булһам, йылдар үтә бара был хистәрем бер аҙ тоноғая төшкәйне. Әммә Айнур Асҡаровҡа, уның ғәжәп фильмына рәхмәт: бар тойғолар кире ҡайтты! Өфө, мин һине яратам! Һәм бер мин генә түгел, “Өфөнән һөйөү менән!”де ҡараған һәр кем ошо тойғоно кисергәндер, быныһына тамсы ла шигем юҡ!