Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мар.Сәлимде инглиздәр ҙә уҡый!
Мар.Сәлимде инглиздәр ҙә уҡый!
Мәскәүҙә “Набоков премияһы китапханаһы” (“Nabokov Prize Library”) серияһында билдәле башҡорт сатиригы Марсель Сәлимовтың “Күгәрсен һөтө” (“The bird’s milk”) тигән китабы инглиз телендә баҫылып сыҡты.
Был – Марсель Сәлимов­тың быйыл донъя күргән дүртенсе китабы. Бынан алда Мәскәүҙә уның “Президент бесәйе” сатирик һәм юмористик әҫәрҙәр йыйынтығы нәшер ителде. Өфөлә иһә башҡорт телендә “Заманына күрә көлкөһө” исемле Брайль шрифты менән йыйылған йыйынтығы һәм аудиокитабы донъя күрҙе.
Абруйлы халыҡ-ара әҙәби премиялар һәм конкурстар лауреаты, Дуҫлыҡ ордены кавалеры Марсель Сәлимовтың ижады Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә яҡшы билдәле. Ул – күп телдәргә тәржемә ителгән ҡырҡҡа яҡын китап авторы. Яҙыусылар һәм журналистарҙың интернациональ берләшмәһенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, “Марсель Сәлимов үҙенең ижады менән Рәсәйҙә сатира һәм юморҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индерә”.
Совет һәм Рәсәй әҙәбиәте классигы Сергей Михалков юҡҡа ғына түбәндәге юлдарҙы яҙмаған: “Күренекле башҡорт яҙыусыһы, сағыу сатирик Марсель Сәлимовтың көлөүе һәр ваҡыт социаль яңғыраш таба, сөнки уның геройҙары халыҡ тормошонан алынған”. “Күгәрсен һөтө” сатирик повесы геройҙары ла шундай. Инглиз телле уҡыусылар улар менән бергә Рәсәй төпкөлөнә һәм хатта айға ҡыҙыҡлы сәйәхәт ҡыла ала.
“The bird’s milk” китабының тиражы — ике мең дана. Йыйынтыҡ Европа, АҠШ-тағы китап магазиндарына, шулай уҡ Интернет аша һатыуға сығарыла.


Автор: Л. ҒАФАРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523