Мәскәүҙә “Набоков премияһы китапханаһы” (“Nabokov Prize Library”) серияһында билдәле башҡорт сатиригы Марсель Сәлимовтың “Күгәрсен һөтө” (“The bird’s milk”) тигән китабы инглиз телендә баҫылып сыҡты.Был – Марсель Сәлимовтың быйыл донъя күргән дүртенсе китабы. Бынан алда Мәскәүҙә уның “Президент бесәйе” сатирик һәм юмористик әҫәрҙәр йыйынтығы нәшер ителде. Өфөлә иһә башҡорт телендә “Заманына күрә көлкөһө” исемле Брайль шрифты менән йыйылған йыйынтығы һәм аудиокитабы донъя күрҙе.
Абруйлы халыҡ-ара әҙәби премиялар һәм конкурстар лауреаты, Дуҫлыҡ ордены кавалеры Марсель Сәлимовтың ижады Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә яҡшы билдәле. Ул – күп телдәргә тәржемә ителгән ҡырҡҡа яҡын китап авторы. Яҙыусылар һәм журналистарҙың интернациональ берләшмәһенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, “Марсель Сәлимов үҙенең ижады менән Рәсәйҙә сатира һәм юморҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индерә”.
Совет һәм Рәсәй әҙәбиәте классигы Сергей Михалков юҡҡа ғына түбәндәге юлдарҙы яҙмаған: “Күренекле башҡорт яҙыусыһы, сағыу сатирик Марсель Сәлимовтың көлөүе һәр ваҡыт социаль яңғыраш таба, сөнки уның геройҙары халыҡ тормошонан алынған”. “Күгәрсен һөтө” сатирик повесы геройҙары ла шундай. Инглиз телле уҡыусылар улар менән бергә Рәсәй төпкөлөнә һәм хатта айға ҡыҙыҡлы сәйәхәт ҡыла ала.
“The bird’s milk” китабының тиражы — ике мең дана. Йыйынтыҡ Европа, АҠШ-тағы китап магазиндарына, шулай уҡ Интернет аша һатыуға сығарыла.