Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр кемгә уңайлы үҙәк
Һәр кемгә уңайлы үҙәкӨфөлә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктең Үҙәк офисы асылды. Ул Яңы Күпер урамының 8-се йортонда урынлашҡан. Тантанала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республиканың иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин, яңы асылған үҙәктең директоры Руслан Усманов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәткән үҙәктә граждандарҙың һәм ойошмаларҙың документтары “берҙәм тәҙрә” принцибында ҡабул ителә, теркәлә һәм тапшырыла.Һәр кемгә уңайлы үҙәкХеҙмәттәр алыу өсөн граждандарға үҙәккә ике тапҡыр ғына килергә тура киләсәк: тәү килеүҙә ғариза яҙып ҡалдыраһың һәм ҡануниәткә ярашлы документтар тапшыраһың, икенсе килеүеңдә әҙер документты йәки тейешле яуап алаһың. Үҙәк белгестәре төрлө ойошмаларҙың барлыҡ кәрәкле документтарын үҙҙәре туплай. Шулай итеп, ғариза яҙыусыға дәүләт һәм муниципаль органдарҙың вазифалы кешеләре менән күҙгә-күҙ осрашырға кәрәкмәй. Был үҙ сиратында власть органдарындағы коррупцияны һәм төрлө ығы-зығыны бөтөрөүгә килтерә. Һөҙөмтәлә гражданға төрлө инстанциялар буйлап кәрәкле документ туплау өсөн йүгереп йөрөргә тура килмәй.
Һәр кемгә уңайлы үҙәкҮҙәк офиста 60-ҡа яҡын хеҙмәт күрһәтеләсәк. Бында мөрәжәғәт иткән һәр кем халыҡты социаль яҡлау, эшҡыуарлыҡ, эш менән тәьмин итеү, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә хеҙмәттәр алыуға тейешле документ юллай ала. Мәҫәлән, үҙәк белгестәре төрлө белешмә бирергә, адреслы социаль ярҙам һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы субсидиялары юлларға ярҙам итергә әҙер.
– Үҙәкте асыу көнүҙәк проблеманы хәл итәсәк – административ кәртәләр бөтәсәк. Хәҙер документ юллау халыҡҡа күпкә еңелләшәсәк. Ниндәйҙер бер документты йәки ҡиммәтле ҡағыҙҙы алыуға күп ваҡыт, көс һәм финанс юғалтыуҙар сарыф ителмәйәсәк, – тине үҙәк директоры Руслан Усманов.
Бында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү бушлай, әммә, Рәсәй Федерацияһының ҡануниәтенә ярашлы, ғариза биреүсе дәүләт пошлиналарын түләй.
Үҙәктә халыҡҡа уңайлы булһын өсөн касса, банкоматтар һәм мәғлүмәти-түләү терминалдары эшләй. Кафе, балалар өсөн урын да күптәргә хуш килер. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға ла шарттар бар.
Быйыл Күмертау, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Бәләбәй ҡалаларында үҙәктең филиалдарын, ә Приют ҡасабаһында бүлексәһен асыу күҙаллана.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Укытыусы
    Укытыусы от 29.06.2012, 12:06
    Муниципаль хезмэт, дэулэт пошлинаhы,документ,торлэ ойошма,торлэ инстанция,ер-молкэт монэсэбэте,хужалык субсидияhы,финанс югалтыу,банкомат,терминал,момкинлек -- hузенэн hун куплек ялгауы кэрэкмэй. Ни осэн мин "hузенэн" тип язам ? Ни осэн " hуззэренэн" тугел? Сонки алда hаналып килгэн hуззэр куплек берэмеген анлатып тора."Быйыл Кумертау,Бэлэбэй калаhында узэктен филиалы " тип языу дорэс.hойлэмдэ калалар hаналып килгэс,"кала"га ла, "филиал"га ла куплек ялгауы кэрэкмэй. Эшегеззэ уныш телэйем! ("Уныштар" тугел."Уныш" hузе дойэмлок тошэнсэhенэ эйэ.)






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 293

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 248

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213