Өфөлә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктең Үҙәк офисы асылды. Ул Яңы Күпер урамының 8-се йортонда урынлашҡан. Тантанала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республиканың иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин, яңы асылған үҙәктең директоры Руслан Усманов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәткән үҙәктә граждандарҙың һәм ойошмаларҙың документтары “берҙәм тәҙрә” принцибында ҡабул ителә, теркәлә һәм тапшырыла.
Хеҙмәттәр алыу өсөн граждандарға үҙәккә ике тапҡыр ғына килергә тура киләсәк: тәү килеүҙә ғариза яҙып ҡалдыраһың һәм ҡануниәткә ярашлы документтар тапшыраһың, икенсе килеүеңдә әҙер документты йәки тейешле яуап алаһың. Үҙәк белгестәре төрлө ойошмаларҙың барлыҡ кәрәкле документтарын үҙҙәре туплай. Шулай итеп, ғариза яҙыусыға дәүләт һәм муниципаль органдарҙың вазифалы кешеләре менән күҙгә-күҙ осрашырға кәрәкмәй. Был үҙ сиратында власть органдарындағы коррупцияны һәм төрлө ығы-зығыны бөтөрөүгә килтерә. Һөҙөмтәлә гражданға төрлө инстанциялар буйлап кәрәкле документ туплау өсөн йүгереп йөрөргә тура килмәй.
Үҙәк офиста 60-ҡа яҡын хеҙмәт күрһәтеләсәк. Бында мөрәжәғәт иткән һәр кем халыҡты социаль яҡлау, эшҡыуарлыҡ, эш менән тәьмин итеү, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә хеҙмәттәр алыуға тейешле документ юллай ала. Мәҫәлән, үҙәк белгестәре төрлө белешмә бирергә, адреслы социаль ярҙам һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы субсидиялары юлларға ярҙам итергә әҙер.
– Үҙәкте асыу көнүҙәк проблеманы хәл итәсәк – административ кәртәләр бөтәсәк. Хәҙер документ юллау халыҡҡа күпкә еңелләшәсәк. Ниндәйҙер бер документты йәки ҡиммәтле ҡағыҙҙы алыуға күп ваҡыт, көс һәм финанс юғалтыуҙар сарыф ителмәйәсәк, – тине үҙәк директоры Руслан Усманов.
Бында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү бушлай, әммә, Рәсәй Федерацияһының ҡануниәтенә ярашлы, ғариза биреүсе дәүләт пошлиналарын түләй.
Үҙәктә халыҡҡа уңайлы булһын өсөн касса, банкоматтар һәм мәғлүмәти-түләү терминалдары эшләй. Кафе, балалар өсөн урын да күптәргә хуш килер. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға ла шарттар бар.
Быйыл Күмертау, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Бәләбәй ҡалаларында үҙәктең филиалдарын, ә Приют ҡасабаһында бүлексәһен асыу күҙаллана.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.