Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Радий Хәбиров һайлауҙа үҙ кандидатураһын тәҡдим итерме?
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, ябай булмаған мөнәсәбәттәр тарихына ҡарамаҫтан, сентярҙә төбәк етәксеһен һайлауға “Берҙәм Рәсәй” партияһынан барасаҡ. Был турала “Ведомости” хәбәр итте. 2008 йылдың июнендә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Хәбировты үҙ Хакимиәте етәксеһе вазифаһынан бушатты. Киң мәғлүмәт саралары ул дәүерҙә Рәхимов Радий Хәбировтың Кремль тарафынан үҙенең вариҫы тип һайланыуынан ҡурҡты, тип яҙғайны. Ошо хәлдән һуң июль – сентябрҙә партияның төбәк бүлексәһе Хәбировты ике тапҡыр үҙ сафынан сығарҙы, әммә юғары бюро уны кире ҡайтара килде.

Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбировтың күптән түгел генә губернатор итеп тәғәйенләнгән коллегаларының күпселеге вазифаға үҙ-үҙен тәҡдим итеү теләген белдергәйне. “Берҙәм Рәсәй”ҙән ситтәрәк торорға тәҡдим иткән коллегаларым бар. Әммә холҡом бүтәнсәрәк. Мин ошо партия ағзаһымын, бының менән ғорурланам. Әлбиттә, мин партияның бик үҙенсәлекле ағзаһымын: ике тапҡыр уның сафынан сығарып, ике тапҡыр кире ҡайтарҙылар. Үҙ партияңды нисек яратмайһың инде?” – тине республика етәксеһе. Уның әйтеүенсә, партияны мөһим сәйәси инструмент булараҡ ҡабул итергә кәрәк.

Политолог Аббас Ғәлләмовтың фекеренсә, был дөрөҫ ҡарар: “Республикала көстө, ныҡышмалылыҡты һәм принципиаллекте ихтирам итәлр. Һуңғы ваҡыттағы сәйәси моданан баш тартып, Хәбиров урындағы һайлаусы, элита үҙ иткән сифаттарҙы сағылдыра”.


Автор: Лилиә Дәүләтбәкова
Фото: “Башинформ” МА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 198

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 155

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 160

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 172

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 153

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 207

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 146

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 227

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 171

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 202

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 162

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 181