Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ихаталар ҙа күркәмләнер...
Ихаталар ҙа күркәмләнер...Их, беҙҙең Өфө матур һәм төҙөк тә һуң! Айырыуса “ҡыҙыл һыҙат”та урынлашҡан урамдар менән ихаталар күркәм. Әммә саҡ ҡына төпкәрәк инә башлаһаң, ватыҡ асфальт, күп йылдар ремонт күрмәгән ихаталар, хөрт кенә балалар майҙансығы һәм былай ҙа ҡыҫынҡы урамда тығылып ултырған шәхси гараждар...
Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында йәшәүселәр өсөн был таныш хәл. Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов менән бергә ошоноң кеүек бер нисә ихатала булды. Беҙ төбәк башлығын СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 45/1 адресы буйынса ҡаршы алдыҡ. Ихатала асфальт бөтөнләй юҡ ине. Бәлки, ул ҡасандыр булғандыр... Юлдағы тишек-тошоҡто күп мәртәбә ямағандар, тик бынан ни фәтүә! Кешеләр абына, машиналарҙың аҫты бәрелә. Ә йорт алдына ҡуйылған автомобилдәр араһынан йөрөүе лә ҡыйын. Йорт комитеты рәйесе Лидия Меньшова әйтеүенсә, уларға ихатаны киңәйтергә шәхси гараждар ҡамасаулай. Өфөнөң Октябрь районы буйынса идарасы компанияһы директоры Илдар Ғөбәйҙуллин белдереүенсә, районға ихаталарҙы ремонтлау өсөн республика бюджетынан йыл һайын аҡса бүленә. Эштәр “500 ихата” республика программаһы буйынса башҡарыла. Идарасы компания иҫәбендә 486 йорт бар, ләкин былтыр 10 процентына ғына ремонт яһалған, шуға күрә улар тиҙлекте бер аҙ арттырмаҡсы.
Рөстәм Хәмитов йорт комитеты рәйесе Лидия Меньшова менән аралашты, ихатаның хәл ителәһе урындарын бергәләп ҡарап сыҡтылар. Президент яҡын арала ҡороған ағастарҙы ҡырҡырға ҡушты, сөнки яңыраҡ ҡына шундай ағас йығылыуы сәбәпле йәш егет һәләк булған, бындай хәл ҡабатланырға тейеш түгел.
— Былтыр 500 ихата ремонтланды, быйыл тағы шунсаға өмөт итәбеҙ. Әммә был аҙ, күләмде йылына кәм тигәндә бер меңгә еткереү кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Өфөлә әле 5 мең самаһы ихата бар, эш күләме бик ҙур. Бер юлы гараждарҙы алып ташларға, юлды ремонтларға, ғөмүмән, төҙөкләндереүҙе тиҙләтергә кәрәк.
Ирек Ялалов әйтеүенсә, быйылдан ихата ерҙәрен йорт комитетына тапшыра башлаясаҡтар. Гараж хужалары менән эште хәл иткәс, улар һүтеләсәк һәм бушаған урында автомобиль ҡуйыу өсөн махсус урын эшләнәсәк.
Рөстәм Хәмитов ихатаны төҙөкләндереүҙе иртәгәнән үк башларға һәм 1 июлгә эште тамамларға ҡушты. Шул көндө үҙе килеп тикшерәсәген дә әйткәс, йыйылышҡан халыҡ шатлығын йәшермәне.
— Яҡын арала беҙҙең ихата иң матуры булыр, — тиеште улар.
Әлфиә ӘЙҮПОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 292

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 248

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213