Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милли сәйәсәт һаҡсыл ҡараш талап итә


Өфөлә Волга буйы федераль округының милли сәйәсәт өлкәһе белгестәре өсөн уҡыу семинары үтә. Уны Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты менән берлектә ойоштора.

Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Михаил Ипатов белдереүенсә, бындай сара илдең бөтә һигеҙ федераль округында ла үтәсәк. Тәүгеһе күптән түгел Мәскәүҙә ойошторолған, әле сираттағыһы өсөн Өфө һәм Екатеринбург ҡалалары һайланған.
24 академик сәғәткә иҫәпләнгән семинар өс көн дауам итә. Уҡыуҙар тамамланғас, һәр тыңлаусыға М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының сертификаты тапшыраласаҡ.


Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән семинарҙа Волга буйы федераль округына ҡараған һәр төбәктән вәкилдәр бар, әммә ҡатнашыусыларҙың күпселеге – тап беҙҙең республиканан. Дәүләт власы органдары вәкилдәре, хакимиәт башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, республиканың төп баҫмаларының баш мөхәррирҙәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса белемен камиллаштырырға теләк белдергән.

– Милли сәйәсәт – бик нескә, һаҡсыл ҡараш талап иткән тема. Бөгөнгө донъялағы хәл-торош, боҙоҡ уйлы әҙәмдәрҙең милләттәрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға тырышыуы хәүефләндерә, уяу булырға өндәй. Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан да, быуаттар дауамында төрлө милләт вәкилдәренең дуҫлыҡ-татыулыҡта йәшәү өлгөһөн күрһәтә килә. Киләсәктә лә берҙәм тырышлыҡ менән ошо изге маҡсатҡа хеҙмәт итергә тейешбеҙ, – тине семинарҙы ойоштороусылар.


Автор: Гөлдәр ВАРИСОВА
Фото: Юлай Кәримов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Радий Хәбиров Урта һөнәри белем биреү буйынса республика советы ултырышын үткәрҙе

Радий Хәбиров Урта һөнәри белем биреү буйынса республика советы ултырышын үткәрҙе 01.07.2025 // Сәйәсәт

Министрлыҡ, ведомство һәм уҡыу йорттары етәкселәре республика колледждарында тәрбиә эшен ойоштороу...

Тотош уҡырға 10

Хәбиров республика райондарына яңы етәкселәр тәғәйенләнеүен иғлан итте

Хәбиров республика райондарына яңы етәкселәр тәғәйенләнеүен иғлан итте 30.06.2025 // Сәйәсәт

Хәбиров республика райондарына яңы етәкселәр тәғәйенләнеүен иғлан итте...

Тотош уҡырға 15

Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде 26.06.2025 // Сәйәсәт

Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды 25.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды...

Тотош уҡырға 25

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды 25.06.2025 // Сәйәсәт

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды...

Тотош уҡырға 25

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе 25.06.2025 // Сәйәсәт

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе...

Тотош уҡырға 31

Башҡортостанда опекундарға түләүҙәр 16,6% арта

Башҡортостанда опекундарға түләүҙәр 16,6% арта 24.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда 2025 йылдың 1 июненән етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарау өсөн...

Тотош уҡырға 29

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны 20.06.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны...

Тотош уҡырға 39

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны 19.06.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны...

Тотош уҡырға 34

Башҡортостан Башлығы террорҙан  һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы террорҙан һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты 11.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы террорҙан һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты...

Тотош уҡырға 36

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде 09.06.2025 // Сәйәсәт

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 43

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде 04.06.2025 // Сәйәсәт

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 72