Өфөлә Волга буйы федераль округының милли сәйәсәт өлкәһе белгестәре өсөн уҡыу семинары үтә. Уны Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты менән берлектә ойоштора.
Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Михаил Ипатов белдереүенсә, бындай сара илдең бөтә һигеҙ федераль округында ла үтәсәк. Тәүгеһе күптән түгел Мәскәүҙә ойошторолған, әле сираттағыһы өсөн Өфө һәм Екатеринбург ҡалалары һайланған.
24 академик сәғәткә иҫәпләнгән семинар өс көн дауам итә. Уҡыуҙар тамамланғас, һәр тыңлаусыға М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының сертификаты тапшыраласаҡ.
Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән семинарҙа Волга буйы федераль округына ҡараған һәр төбәктән вәкилдәр бар, әммә ҡатнашыусыларҙың күпселеге – тап беҙҙең республиканан. Дәүләт власы органдары вәкилдәре, хакимиәт башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, республиканың төп баҫмаларының баш мөхәррирҙәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса белемен камиллаштырырға теләк белдергән.
– Милли сәйәсәт – бик нескә, һаҡсыл ҡараш талап иткән тема. Бөгөнгө донъялағы хәл-торош, боҙоҡ уйлы әҙәмдәрҙең милләттәрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға тырышыуы хәүефләндерә, уяу булырға өндәй. Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан да, быуаттар дауамында төрлө милләт вәкилдәренең дуҫлыҡ-татыулыҡта йәшәү өлгөһөн күрһәтә килә. Киләсәктә лә берҙәм тырышлыҡ менән ошо изге маҡсатҡа хеҙмәт итергә тейешбеҙ, – тине семинарҙы ойоштороусылар.