Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Кеше ғүмере өсөн яуаплыбыҙ”
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров террорсылыҡҡа ҡаршы комиссия ултырышын үткәрҙе. Ул мәғариф ойошмаларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә арналды. Башҡортостандағы белем биреү объекттарын һаҡлау ултырышта тикшерелгән төп мәсьәләләрҙең береһенә әүерелде.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, мәғариф объекттарын тикшереү барышында асыҡланған етешһеҙлектәрҙең барыһы ла ваҡытында төҙәтелергә тейеш. Ул ошондай ойошмаларҙың ҡайһы берҙәрендә видеокүҙәтеү камераларының булмауына иғтибарҙы йүнәлтте.

– Әле белем биреү учреждениеларының өстән бер өлөшөндә, йәғни меңдән ашыуында, видеокүҙәтеү системаһы юҡ. Һуңғы биш йылда уҡыу өсөн хәүефһеҙ шарттар тыуҙырыуға бөтә кимәлдәге бюджеттарҙан 1,5 миллиард һумға яҡын аҡса бүленгән. Быйыл тағы ла 116 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана. Әммә әлегә был да етмәй, – тине төбәк башлығы вазифаһын башҡарыусы.

Радий Хәбиров мәғариф учреждениелары етәкселәренә өҫтәмә хәүефһеҙлек сараһын күрергә, ойошмаларға инеү тәртибе талаптарын көсәйтергә, персоналға тәнҡит күҙлегенән баһа бирергә ҡушты. Республика Мәғариф министрлығына белем усаҡтарының хәүефһеҙлеген, һаҡлыҡ саралары менән тәьмин ителеүен тикшереү бурысы йөкмәтелде. 15 ғинуарҙа улар һөҙөмтәләр тураһында отчет тотасаҡ.

Ышаныс белдерелде

“Кеше ғүмере өсөн яуаплыбыҙ”Илшат Тажетдинов
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указы менән Илшат Тажетдинов Башҡорт­остан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының икенсе Указы менән Илшат Тажетдинов үҙ теләге буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһынан бушатылды.
Тажетдинов Илшат Азамат улы 1969 йылдың 20 майында Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған, иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.


Илшат Фәзрахманов

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указы менән Илшат Фәзрахманов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡорт­остандың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡыт­лыса башҡарыусының икенсе Указы менән Илшат Фәзрахманов үҙ теләге буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — республика ауыл хужалығы министры вазифаһынан бушатылды.
Фәзрахманов Илшат Илдус улы 1977 йылдың 8 авгусында Әлшәй районының Торонтайыш ауылында тыуған. Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған, иҡтисад фәндәре кандидаты.

Фәрхәд Самедов
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указы менән Фәрхәд Самедов Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының икенсе Указы менән Фәрхәд Самедов үҙ теләге буйынса Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһынан бушатылды.
Самедов Фәрхәд Астан улы 1959 йылдың 23 апрелендә Грузин ССР-ының Гардабани ҡалаһында тыуған. В.В. Куйбышев исемендәге Мәскәү инженерлыҡ-төҙөлөш институтын тамамлаған, техник фәндәр кандидаты. Рәсәй Федерацияһының почетлы химигы.

Олег Полстовалов
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указы менән Олег Полстовалов Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының икенсе Указы менән Евгений Гурьев үҙ теләге буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһынан бушатылды.
Полстовалов Олег Владимирович 1974 йылдың 8 сентябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, юридик фәндәр докторы.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда БДУ-ның криминалистика һәм суд экспертизалары кафедраһында стажер булып башлай. Төрлө йылдарҙа университетта ассистент, өлкән уҡытыусы, кафедра доценты, Хоҡуҡ институтында директор урынбаҫары, ошо институт директоры була. 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры, кафедра мөдире. 2017—2018 йылдарҙа Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡала округы хакимиәтендә хоҡуҡ идаралығы начальнигы булып эшләй.

Юрий Мельников
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указы менән республика ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыу республика ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельниковҡа йөкмәтелде.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының икенсе Указы менән Ленара Иванова, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, республика ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһынан бушатылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 309

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 270

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 345

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 366

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 272

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 357

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 260

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 266

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 336

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 246

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 131

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 232