Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы технологиялар һайлауға ышанысты арттыра
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һәм Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко эш сәфәре менән Яңауыл районында булды. Ҡунаҡтар территориаль һәм участка һайлау комиссияларының эше менән танышты, күп функциялы үҙәктә булды. Унда Хәйҙәр Вәлиев менән Евгений Шевченко һайлау көнөндә граждандарҙың барған ерендә тауыш биреүе тураһындағы ғаризалар ҡабул итеү эшенең нисек ойошторолоуын тикшерҙе, күп функциялы үҙәккә килеүселәр өсөн мәғлүмәт плакаттарына ыңғай баһа бирҙе.

Артабан улар Яңауыл ҡалаһындағы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһында урынлашҡан 3409-сы участка комиссияһына юлланды. Бында комиссия рәйесе Гөлнар Ҡаһирова менән һайлауҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса фекер алышты, практик эш менән танышты.

Ҡунаҡтар урындағы киң мәғлүмәт саралары журналистарына интервью бирҙе, федераль һайлау кампанияһындағы яңылыҡтар, һайлауҙы техник йәһәттән тәьмин итеү, күҙәтеүселәрҙең эше тураһында һөйләне.

Евгений Шевченко Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов менән осрашты. Ул хакимиәттең һайлау комиссияһы менән аныҡ һәм һөҙөмтәле бәйләнешен булдырған өсөн район етәксеһенә рәхмәт әйтте. Һайлауҙы ойоштороусылар – территориаль комиссия ағзалары, участка комиссиялары рәйестәре, уларҙың урынбаҫарҙары, секретарҙар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙы Евгений Шевченко Рәсәй Президентын һайлауҙы уңышлы үткәргән өсөн рәхмәт һүҙҙәре менән башланы. Хәйҙәр Вәлиев иһә осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауға әҙерлек барышы менән таныштырҙы, һайлау кампанияһының һуңғы этабындағы төп бурыстарҙы билдәләне.

Һайлауҙы ойоштороусылар менән әңгәмәлә Евгений Шевченко “мобиль һайлаусы” технологияһын ҡулланыуҙың әһәмиәтен, бөгөн республикала 2 меңдән ашыу кешенең яңы тауыш биреү тәртибенән файҙаланыуын, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау көнөндә үҙҙәре барған ерҙә һайлаусылар исемлегенә индереү хаҡында ғариза биреүен билдәләне. Ул шулай уҡ барлыҡ һайлау участкаларында протоколдарға QR-кодын ҡуйыуҙың әһәмиәте тураһында әйтте.

– Тауыш биреү йомғаҡтары протоколына машина ғына уҡый алған код ҡуйыу технологияһы бик үҙенсәлекле, ул башҡа бер ерҙә лә юҡ, – тине Евгений Шевченко. – Код ике бурысты үтәй: тауыш биреүгә аныҡ йомғаҡ яһауҙы һәм “Һайлау” автоматлаштырылған дәүләт системаһына протокол мәғлүмәттәрен йылдам индереүҙе тәьмин итә. Ахыр сиктә – технология һайлауға ышанысты арттыра.

Һайлау комиссиялары эшмәкәрлегенә ул ыңғай баһа бирҙе. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы әйтеүенсә, ойоштороусыларға яуаплылыҡты арттырырға, асыҡтан-асыҡ эш итергә кәрәк.

– Һайлауҙың ғәҙеллегендә шик тыумаһын өсөн күҙәтеүселәргә, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә законда билдәләнгән барлыҡ һайлау ғәмәлдәренең үтәлешенә аңлатма биреү фарыз, – тине ул.

Кәңәшмә аҙағында Хәйҙәр Вәлиев менән Евгений Шевченко территориаль һәм участка һайлау комиссиялары ағзаларына быйыл 18 мартта Рәсәй Президентын һайлауға әҙерләнеүҙә һәм уны үткәреүҙә һөҙөмтәле эшләгән өсөн Рәсәй һәм Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссиялары наградаларын тапшырҙы.

Яңауыл районының территориаль һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренән.


Фото: ИА Башинформ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 294

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 327

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 350

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 339

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 324

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213