Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Шулай йәшәй Салауат
Шулай йәшәй СалауатБашҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың уҙған шәмбелә Салауат ҡалаһында үткән сәфәре ҡаланың предприятиелары, социаль-көнкүреш объекттары менән танышыуҙан башланды.
Тәүге туҡталыш — металл конструкцияларын тутығыуҙан һаҡлау өсөн цинк менән ҡаплаусы “Салауатметалл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Белгестәр әйтеүенсә, бындай ысул менән ҡапланған конструкцияларҙың файҙаланыу ваҡыты илле йылға тиклем оҙая. Артабан Рөстәм Хәмитов “Битум” предприятиеһының эше менән ҡыҙыҡһынды. Бында төрлө тармаҡтарҙа киң ҡулланыу мөмкинлегенә эйә булған битумды Башҡортостан предприятиеларының һатып алмауы асыҡланды. Баҡтиһәң, салауаттар үҙҙәре етештергән продукцияны республиканан ситкә оҙатырға мәжбүр икән.
— Был хәл менән беҙ һис кенә лә килешә алмайбыҙ, — тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы предприятие етәкселәренә. — Республикала етештерелгән продукция тәү сиратта Башҡортостан ҡулланыусыларына һатылырға тейеш. Ни өсөн битумға беҙҙә һорау юҡ? Сәбәбен тиҙ арала өйрәнергә һәм проблеманы ыңғай хәл итергә кәрәк.
Рөстәм Хәмитов 99 урынға иҫәпләнгән балалар дауаханаһында барған төҙөкләндереү эштәре менән дә танышты. Эштәр тамамланғас, бында заманса поликлиника үҙ ишектәрен асасаҡ. Диагностика һәм етлекмәй тыуған сабыйҙарҙың сәләмәтлеген нығытыу бүлектәре лә әсәләр өсөн оло ҡыуаныс буласаҡ.
Төҙөүселәр ҡала өсөн бик тә кәрәк объекттың беренсе сиратын 2012 йылдың 15 майына тапшырырға вәғәҙә бирҙе.
— Заманса ҡорамалдар алыу, яңы мебель ҡуйыу яҡшы, әлбиттә, — тине Рөстәм Хәмитов, медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп. — Ләкин һеҙҙең ярҙамға мохтаж сирлеләргә иң беренсе кешеләрсә йылы, яҡшы мөнәсәбәт булырға тейеш. Юғиһә, пациенттарға иғтибар етмәү, тупаҫ мөғәмәлә арҡаһында күптәрҙә тотош медицинаға кире ҡараш уяна.
Салауатта тағы бер объект республика етәксеһенең иғтибарын йәлеп итте. Ул — “Нефтехимик” спорт һарайы. Бында ла әле ремонт эштәре бара. 2012 йылдың майында асыласаҡ спорт комплексында киләсәктә волейбол, теннис, баскетбол, ауыр атлетика буйынса донъя беренселектәре лә үткәреү мөмкинлеге буласаҡ.
Ҡалаға был көндө Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев та килгәйне. Ул үҙенең сәфәрен ҡаланың үҙәк майҙанында урынлашҡан йәрминкә һәм предприятие, ойошмаларҙың күргәҙмәһе менән танышыуҙан башланы.
Күптән түгел Салауат икмәк комбинаты етәкселәре үҙҙәре етештергән продукцияға хаҡтарҙы төшөрҙө. Мәҫәлән, халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланған “Дарницкий” һәм “Алексеевский” икмәктәре 22 һум торһа, хәҙер улар ни бары — 19 һум.
Химиктар мәҙәниәт һарайында үткән ҡала йәмәғәтселеге менән осрашыуҙа республика Президенты Рөстәм Хәмитов салауаттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы һайлауға ғаиләһе менән килде

Башҡортостан Башлығы һайлауға ғаиләһе менән килде 20.09.2026 // Сәйәсәт

20 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатыны Каринэ Хәбирова менән бергә 109-сы ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгәндәр һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгәндәр һайлауҙа әүҙем ҡатнаша 20.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгәндәр һайлауҙа әүҙем ҡатнаша...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһына 650 эшҡыуар ҡушылған

Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһына 650 эшҡыуар ҡушылған 20.09.2026 // Сәйәсәт

«Алға-Патриот» спорт-патриотик үҙәге директоры Ринат Хәбиров икенсе көндөң һөҙөмтәләре хаҡында ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һайлауҙың өсөнсө көнө башланды

Башҡортостанда һайлауҙың өсөнсө көнө башланды 20.09.2026 // Сәйәсәт

Республика халҡы РФ Дәүләт Думаһына депутаттарҙы һайлай....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙың икенсе көнөндә халыҡтың 54,64% тауыш бирҙе

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙың икенсе көнөндә халыҡтың 54,64% тауыш бирҙе 19.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының киске сәғәт 8-гә мәғлүмәттәре шундай....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы: 19 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-кә халыҡтың 43,48% тауыш бирҙе
Башҡортостанда ялған мәғлүмәт таратыуҙары асыҡланды
Башҡортостан яугирҙәре МХО биләмәһендә нисек тауыш бирҙе

Башҡортостан яугирҙәре МХО биләмәһендә нисек тауыш бирҙе 19.09.2026 // Сәйәсәт

МХО-ла ҡатнашыусылар ваҡытынан алда тауыш бирҙе....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һайлауҙың икенсе көнө башланды

Башҡортостанда һайлауҙың икенсе көнө башланды 19.09.2026 // Сәйәсәт

Бөтә һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙә үҙ эшен башланы....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең беренсе көнөнә йомғаҡ яһаны

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең беренсе көнөнә йомғаҡ яһаны 18.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең беренсе көнөнә йомғаҡ яһаны...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге эшләй башланы

Башҡортостанда Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге эшләй башланы 18.09.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге асылды....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда һайлау башланды

Башҡортостанда һайлау башланды 18.09.2026 // Сәйәсәт

Республикала һайлау участкалары асылды....

Тотош уҡырға 2