Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төбәктең үҫеш мәсьәләләре барланды
Төбәктең үҫеш мәсьәләләре барландыКөньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади яҡтан үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһының 2020 йылға тиклем оҙайтылыуы төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, ситтән инвесторҙар йәлеп итеүгә, яңы эш урындары асыуға булышлыҡ итте. Һәр район, үҙ мөмкинлектәренә ҡарап, төрлө йүнәлештә үҫешә, яңы инвестиция проекттарын тәҡдим итә, уларҙы уңышлы яҡлай. Әммә, программаның ҡабул ителеүенә байтаҡ ваҡыт үтһә лә, һөҙөмтәләр ҡәнәғәтләндермәй, маҡтанырлыҡ эштәр бик аҙ. Тап ошо проблемаларҙы хәл итеү юлдарын барлау, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы инструменттарын йәлеп итеү, урындарҙа кооперативтар, кооперациялар төҙөү алымдарын өйрәнеү маҡсатында Ейәнсура районында күсмә кәңәшмә үтте. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, республика Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, төбәктәге көньяҡ-көнсығыш райондарҙың иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән программаның координация етәксеһе Илшат Тажетдинов, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, район хакимиәте башлыҡтары һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.


Сарала ҡатнашыусылар тәүҙә Яңы Себенле ауылы янында урынлашҡан 1 мең 280 баш малға иҫәпләнгән һөт-тауар фермаһы менән танышты. Ҡасандыр төҙөлгән бина төрлө сәбәптәр арҡаһында эшләп китә алмай, инвесторҙар талап ителә. Һөҙөмтәлә Ырымбур өлкәһендә йәшәгән эшҡыуар Алексей Комаровский тармаҡҡа үҙ өлөшөн индерергә теләк белдерә. Бөгөн заман талаптарына яуап биргән ҡурала бар шарттар тыуҙырылған, ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы тупланған.
Һарыҡсылыҡ – ейәнсуралар өсөн иң табышлы тармаҡтарҙың береһе. Беренсенән, төбәктең тәбиғәте мал аҫрау өсөн отошло һаналһа, икенсенән, бында элек-электән һарыҡсылыҡ киң үҫеш алған. Киләһе туҡталыш – Хоҙайбәндә ауылы янында урынлашҡан “Маяҡ” муниципаль унитар ауыл хужалығы предприятиеһының “Аҡҡондоҙ” бригадаһы. 2012 йылда төҙөлгән хужалыҡта бөгөн һигеҙ меңдән ашыу һарыҡ үрсетелә. Һарыҡсылыҡ тармағын үҫтереү һәм агросәнәғәт кластеры төҙөү концепцияһына индерелгән хужалыҡ етәксеһе Дәмин Юланов әйтеүенсә, Башҡорт Самаҙыһы, Таҙлар, Кинйәбулат, Вәлишә ауылдарында һарыҡ фермалары бар. “Франчеза” (волгоград) тоҡомло һарыҡтың йөнө сифатлы, ите тәмле, үҙҙәренең талымһыҙ булыуы хужалыҡ өсөн отошло һанала.
– Һарыҡ ите баҙарҙа ҙур һорау менән файҙалана, шулай уҡ Ҡорбан байрамдарында беҙҙең продукцияға һорау икеләтә арта. “Ләлә-Тюльпан” Өфө йәмиғ мәсете менән килешеү төҙөлгән, йыл һайын ҡорбанға һимеҙ, тәмле, экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы ит тәҡдим итәбеҙ. Шулай уҡ уның йөнө лә бик үтемле. Күптән түгел Татарстандан килеп, килоһын 105 һумдан алып киттеләр, ябай һарыҡ йөнө менән сағыштырғанда, ун тапҡырға ҡиммәтерәк. Беҙҙең төп маҡсат – 2020 йылға тиклем һарыҡтарҙың һанын 60 меңгә еткереү, – тип һөйләне хужалыҡтың эшмәкәрлеге хаҡында Дәмин Марат улы.
Әйткәндәй, был эштәрҙе тормошҡа ашырыу маҡсатында хужалыҡҡа 119 миллион 300 мең һумлыҡ инвестиция талап ителә. Был суммаға һарыҡ һанын арттырыу, яңы ҡуралар төҙөү, техника һатып алыу, урында ит эшкәртеү цехы булдырыу кеүек мәсьәләләр ҡаралған. Проект биш йылға иҫәпләнгән, ошо арауыҡта ул тулыһынса үҙ-үҙен аҡларға тейеш.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов проект бик урынлы һәм ваҡытлы булыуын, күргәндәре менән ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе. Шулай уҡ күсмә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар “Маяҡ” хужалығының йәнә бер эшен ыңғай баһаланы һәм күп хужалыҡтарға өлгө булараҡ тәҡдим итергә һәм күрһәтергә, тигән ҡарарға килде. Бында шәхси ихата, фермер (крәҫ­тиән) хужалыҡтары һәм район-ара хеҙмәттәшлекте булдырыу маҡса­тында, һарыҡсылыҡ тармағына ҡыҙыҡһыныу арттырыу ниәтендә бик отошло алым булдырылған: малдарҙы ҡышҡылыҡҡа шәхси хужалыҡтарға тапшыралар. Бының өсөн йорт йәки фермер хужалығына “Маяҡ” етәкселеге тарафынан ҡуйылған шарттарҙы үтәү ҙә етә. Иң мөһиме: аҙбарың һәм ялан кәртә булһын. Быйыл бындай хеҙмәт­тәшлек күрше Йылайыр районы менән булдырылған. Киләсәктә башҡа райондар менән эшләү ҙә ҡаралған. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Туймазы һәм Бүздәк районында таралған бешмә сире сәбәпле, һарыҡтар күптән ҡураларға ябылған, көтөү ҡаралмаған.
Артабан сараның төп өлөшө Ейәнсура районы хакимиәте бинаһында дауам итте. Рөстәм Мәрҙәнов үҙ сығышында. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙы иҡтисади яҡтан үҫтереү программаһының оҙайтылып та, уның һөҙөмтәһенең аҙ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Төбәккә инвестициялар йәлеп итеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн кемдеңдер килеп, ярҙам итеүен йәки субсидиялар бүленеүен көтөп ултырырға ярамай. Ошоға тиклем тәҡдим ителгән инвестицион проекттарҙың төбәк өсөн иң уңышлыларын ғына һайлап, улар өҫтөндә эшләү – күптән өлгөргән мәсьәлә. Урындарҙа хәл ителә торған бурыстарҙы, хакимиәт башлыҡтары, үҙегеҙҙә эшләргә өйрәнегеҙ. Районға килгән һәр инвесторҙың теләген, проблемаһын бергәләп ыңғай хәл иткәндә генә артабан ул һеҙҙең менән эшләргә теләк белдерәсәк. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн бөгөн кооператив, кооперациялар төҙөү көнүҙәк. Бигерәк тә ауыл хужалығында был хаҡта уйланырға кәрәк. “Маяҡ” хужалығы миҫалында беҙ һарыҡсылыҡ тармағының нисек үҫешеүен асыҡ күрҙек, уларҙан өйрәнәһе нәмәләр күп, – тине ул.
Илшат Тажетдинов иһә, программа ҡабул ителгән осорҙан алып бөгөнгө көнгә тиклем ҡыҫҡаса күҙәтеү яһап, эштең ыңғай һәм кире яҡтарына туҡталды. Ниндәй хаталар өҫтөндә эшләү бурысын ҡуйҙы, килешеүҙәр төҙөлөп тә, әлегә тиклем урынынан ҡуҙғалмаған проекттарҙы атаны, тормошҡа ашырыл­ған­дарына туҡталды. Сит ил инвес­торҙары, атап әйткәндә, ҡытайҙар Сибай ҡалаһы янында – цемент, Әбйәлил районы биләмәһендә Австрия эшҡыуарҙары ҡоро төҙөлөш ҡатышмаларын етештереүсе завод төҙөй башлаған да инде. Әммә килешеүҙәр төҙөлөп тә, бөгөн Әбйәлил районында – ҡуян фер­маһы, Темәстә ит эшкәртеү, “Башҡорт колбасалары” цехының һаман булһа тик “ҡағыҙҙа эленеп” тороуы район етәкселеге һәм инвесторҙар өсөн матур күренеш түгел. Хәйбулла, Баймаҡ һәм Әбйәлил районында ғына иң ҡаты сортлы бойҙайҙың үҫеүен иҫәпкә алғанда ла, төбәктә уны эшкәртеү цехы төҙөү мәсьәләһе лә асыҡ ҡала.
Дөйөм алғанда, төбәктең бихисап проблемаларын үҙ эсенә алған күсмә кәңәшмә эшлекле шарттарҙа үтте, атап әйткәндә, инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса аныҡ тәҡдимдәр әйтелде, кооператив һәм кооперация төҙөү юлдары барланды, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн туризм мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланыу маҡсаты ҡуйылды. Ә инде 2021 йылда үтәсәк “Апимондия” халыҡ-ара конгресын юғары кимәлдә ойоштороу өсөн тап ошо төбәккә оло яуаплылыҡ ятыуын иҫәпкә алғанда, көньяҡ-көнсығыш район етәкселәренә бөгөндән үк ең һыҙғанып эшләү бурысы ҡуйылды.

Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 294

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 327

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 350

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 339

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 324

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213