Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Күләгә” иҡтисадына ҡаршы көрәш көсәйә
“Күләгә” иҡтисадына ҡаршы көрәш көсәйәБашҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов 28 мартта Волга буйы федераль округы Советының Ырымбур ҡалаһында уҙғарылған ултырышында ҡатнашты. Криминаль һәм “күләгә” иҡтисады менән көрәш мәсьәләләренә арналған сараны Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич алып барҙы. Сарала РФ Эске эштәр, Сәнәғәт һәм сауҙа, Иҡтисади үҫеш, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау, Юстиция министрлыҡтары, Федераль һалым хеҙмәте, Финанс мониторингы буйынса федераль хеҙмәт, Алкоголь баҙарын көйләү буйынса федераль хеҙмәт вәкилдәре, федераль округ төбәктәре етәкселәре ҡатнашты.

Совет ултырышын асып, Михаил Бабич федераль округ иҡтисадының һуңғы осорҙағы йылдам үҫешен билдәләп үтте. Уҙған 2016 йылда төп капиталға инвестициялар күләме 2,4 триллион һум, төбәктәрҙең бюджет килемдәре 1,2 триллион һум тәшкил иткән. Төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә йүнәлтелгән был ҙур финанс ресурстарын маҡсатлы ҡулланыу ныҡлы күҙәтеүгә алынырға тейеш.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, федераль округта иҡтисади енәйәттәр һаны артыуы күҙәтелә, уларҙан күрелгән зыян 27 миллиард һум тәшкил иткән. Енәйәттәрҙең ҙур өлөшө һалым түләү, сауҙа, күсемһеҙ милек, торлаҡ фонды, социаль хеҙмәтләндереү өлкәләренә тура килә.
Иң хәүефле енәйәт төрҙәре тип дәүләт һәм муниципаль контракттары төҙөгәндә “откат” схемалары ҡулла­ныу, законһыҙ банк эшмәкәр­леге, финанс пирамидалары төҙөү, контрафакт продукция, айырыуса суррогат алкоголь менән сауҙа итеү, “күләгә” инкассацияһы, законһыҙ килемдәрҙе легалләштереү өсөн “бер көнлөк” фирмалар ойоштороу күрһәтелде.
Хеҙмәт ресурстарының сағыш­тыр­маса ҙур өлөшөнөң “күләгә” иҡти­садына йәлеп ителеүе лә ауыр проб­лемалар тыуҙыра. 2016 йылда 3,5 миллион кеше (эшкә һәләтле халыҡ­тың 24,4 проценты) һалым систе­маһынан ситләштерелеп, эш хаҡын “һоро” схемалар буйынса алған. Килә­сәктә уларға пенсия тәғәйен­ләгәндә, социаль түләүҙәр бил­дәләгәндә байтаҡ ҡыйынлыҡтар буласаҡ. Сит ил граждандары күпләп йәлеп ителгән төҙөлөш, транспорт тармаҡтарында “күләгә” иҡтисады, хатта асыҡтан-асыҡ криминаль структуралар айырыуса киң таралған. Белгестәр раҫлауынса, криминаль һәм “күләгә” иҡтисады буйынса рәсми статистика алып барыу, заманса мәғлүмәт базалары төҙөү талап ителә. Шикле финанс-хужалыҡ мөнәсәбәттәрен, финанс ағымдарын күҙәтеүгә алыу өсөн был айырыуса мөһим.
Совет ултырышында ҡатна­шыусы­лар эш һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй Хөкүмәтенә, федераль министрлыҡ­тарға, федераль хеҙмәттәргә, Дәүләт Думаһына, төбәктәр етәкселәренә тапшырыу өсөн тәҡдимдәр ҡабул итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 293

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213