Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов 28 мартта Волга буйы федераль округы Советының Ырымбур ҡалаһында уҙғарылған ултырышында ҡатнашты. Криминаль һәм “күләгә” иҡтисады менән көрәш мәсьәләләренә арналған сараны Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич алып барҙы. Сарала РФ Эске эштәр, Сәнәғәт һәм сауҙа, Иҡтисади үҫеш, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау, Юстиция министрлыҡтары, Федераль һалым хеҙмәте, Финанс мониторингы буйынса федераль хеҙмәт, Алкоголь баҙарын көйләү буйынса федераль хеҙмәт вәкилдәре, федераль округ төбәктәре етәкселәре ҡатнашты. Совет ултырышын асып, Михаил Бабич федераль округ иҡтисадының һуңғы осорҙағы йылдам үҫешен билдәләп үтте. Уҙған 2016 йылда төп капиталға инвестициялар күләме 2,4 триллион һум, төбәктәрҙең бюджет килемдәре 1,2 триллион һум тәшкил иткән. Төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә йүнәлтелгән был ҙур финанс ресурстарын маҡсатлы ҡулланыу ныҡлы күҙәтеүгә алынырға тейеш.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, федераль округта иҡтисади енәйәттәр һаны артыуы күҙәтелә, уларҙан күрелгән зыян 27 миллиард һум тәшкил иткән. Енәйәттәрҙең ҙур өлөшө һалым түләү, сауҙа, күсемһеҙ милек, торлаҡ фонды, социаль хеҙмәтләндереү өлкәләренә тура килә.
Иң хәүефле енәйәт төрҙәре тип дәүләт һәм муниципаль контракттары төҙөгәндә “откат” схемалары ҡулланыу, законһыҙ банк эшмәкәрлеге, финанс пирамидалары төҙөү, контрафакт продукция, айырыуса суррогат алкоголь менән сауҙа итеү, “күләгә” инкассацияһы, законһыҙ килемдәрҙе легалләштереү өсөн “бер көнлөк” фирмалар ойоштороу күрһәтелде.
Хеҙмәт ресурстарының сағыштырмаса ҙур өлөшөнөң “күләгә” иҡтисадына йәлеп ителеүе лә ауыр проблемалар тыуҙыра. 2016 йылда 3,5 миллион кеше (эшкә һәләтле халыҡтың 24,4 проценты) һалым системаһынан ситләштерелеп, эш хаҡын “һоро” схемалар буйынса алған. Киләсәктә уларға пенсия тәғәйенләгәндә, социаль түләүҙәр билдәләгәндә байтаҡ ҡыйынлыҡтар буласаҡ. Сит ил граждандары күпләп йәлеп ителгән төҙөлөш, транспорт тармаҡтарында “күләгә” иҡтисады, хатта асыҡтан-асыҡ криминаль структуралар айырыуса киң таралған. Белгестәр раҫлауынса, криминаль һәм “күләгә” иҡтисады буйынса рәсми статистика алып барыу, заманса мәғлүмәт базалары төҙөү талап ителә. Шикле финанс-хужалыҡ мөнәсәбәттәрен, финанс ағымдарын күҙәтеүгә алыу өсөн был айырыуса мөһим.
Совет ултырышында ҡатнашыусылар эш һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй Хөкүмәтенә, федераль министрлыҡтарға, федераль хеҙмәттәргә, Дәүләт Думаһына, төбәктәр етәкселәренә тапшырыу өсөн тәҡдимдәр ҡабул итте.