Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы проект – яңы бурыс
Яңы проект –  яңы бурыс Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең ултырышын үткәрҙе. Сара дәүләт власы органдары эшмәкәрлегенә проектлы идара өлгөләрен индереүгә арналды.

Балалар баҡсаларына сират һәр саҡ киҫкен булды. Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында 2012 йылдан бирле 52 мең урын өҫтәлгән. Халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәр төҙөү йәһәтенән Башҡортостан илдә алдынғы урынды биләй. Был уңышҡа ҡыҫҡа ваҡытта, бүленгән аҡса күләме аҙыраҡ булып та, уны бәрәкәтле ҡулланыу, һәр аҙымды етди контролдә тотоу һөҙөмтәһендә өлгәшелгән. Бына ошо була инде идара итеү проектының төп асылы.
– Республикала бындай алым иҡтисад, инвес­тиция өлкәһендә, ҙур яуаплы сараларға әҙерләнгәндә әүҙем ҡулланыла, – тине Рөстәм Зәки улы. ­– Уны беҙҙең үҫеш институттары, министрлыҡтар, ведомстволар уңышлы тормошҡа ашыра.
Тап шуға ла ил етәкселеге тарафынан төбәктәрҙә был эште системалы алып барыу, дәүләт власының бөтә органдарын һәм урындағы үҙидараны уға йәлеп итеү, барлыҡ кимәлдәге етәкселәрҙең эш һөҙөмтәһен күтәреү бурысы ҡуйыла.
Республика Башлығы билдәләүенсә, проекттың төп идеяһы – административ системаны шәхси компанияларға оҡшатып үҙгәртеп ҡороу. Атап әйткәндә, дәүләт хеҙмәтенең яуаплылыҡ, тәртип, илһөйәрлек кеүек барлыҡ принциптарын берләштереп, эшҡыуарлыҡҡа коллектив ҡараш булдырыу. Бында һәр хеҙмәткәрҙән аныҡ һөҙөмтә талап ителә.
Әлбиттә, барлыҡ кимәлдәге проект технологияларына күсеү – еңел булмаған мәсьәлә. Бының үҙ сәбәптәре лә бар. Мәҫәлән, дәүләт власы органдарының үтә етди ойоштороу структураһы, хеҙмәткәрҙәрҙең белеме аҡһауы һәм идара итеүҙә яңы алымдарҙы ҡулланыуҙа практик тәжрибәһе булмауы, шулай уҡ кадрҙарҙың йыш алмашыныуы. Тап шуға ла Рөстәм Зәки улы яңы шарттарҙа эшләү өсөн уҡытыуҙы ойоштороу бурысын ҡуйҙы, муниципаль власть әһелдәрен әүҙемерәк йәлеп итеү тәҡдимен әйтте.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республика Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов үҙ сығышында күптән түгел Рәсәй Президенты эргәһендәге Президиум Советының ултырышында ҡатнашыуы, идара итеү проекты алымдарының ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерләнгәндә, Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш райондарын комплекслы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда ҡулланылыуы хаҡында һөйләне.
Проектты тикшереү барышында Белгород һәм Ленинград өлкәләрендәге, Ханты-Манси автономиялы округындағы эш һөҙөмтәләре ҡаралды.
Комитет идара итеү проектының функцияларын Башҡортостан Хөкүмәте Президиумына йөкмәтеү тәҡдимен индерҙе. Уны республика Хөкүмәте Премьер-министры етәкләйәсәк.




Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 293

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213