Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең ултырышын үткәрҙе. Сара дәүләт власы органдары эшмәкәрлегенә проектлы идара өлгөләрен индереүгә арналды.Балалар баҡсаларына сират һәр саҡ киҫкен булды. Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында 2012 йылдан бирле 52 мең урын өҫтәлгән. Халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәр төҙөү йәһәтенән Башҡортостан илдә алдынғы урынды биләй. Был уңышҡа ҡыҫҡа ваҡытта, бүленгән аҡса күләме аҙыраҡ булып та, уны бәрәкәтле ҡулланыу, һәр аҙымды етди контролдә тотоу һөҙөмтәһендә өлгәшелгән. Бына ошо була инде идара итеү проектының төп асылы.
– Республикала бындай алым иҡтисад, инвестиция өлкәһендә, ҙур яуаплы сараларға әҙерләнгәндә әүҙем ҡулланыла, – тине Рөстәм Зәки улы. – Уны беҙҙең үҫеш институттары, министрлыҡтар, ведомстволар уңышлы тормошҡа ашыра.
Тап шуға ла ил етәкселеге тарафынан төбәктәрҙә был эште системалы алып барыу, дәүләт власының бөтә органдарын һәм урындағы үҙидараны уға йәлеп итеү, барлыҡ кимәлдәге етәкселәрҙең эш һөҙөмтәһен күтәреү бурысы ҡуйыла.
Республика Башлығы билдәләүенсә, проекттың төп идеяһы – административ системаны шәхси компанияларға оҡшатып үҙгәртеп ҡороу. Атап әйткәндә, дәүләт хеҙмәтенең яуаплылыҡ, тәртип, илһөйәрлек кеүек барлыҡ принциптарын берләштереп, эшҡыуарлыҡҡа коллектив ҡараш булдырыу. Бында һәр хеҙмәткәрҙән аныҡ һөҙөмтә талап ителә.
Әлбиттә, барлыҡ кимәлдәге проект технологияларына күсеү – еңел булмаған мәсьәлә. Бының үҙ сәбәптәре лә бар. Мәҫәлән, дәүләт власы органдарының үтә етди ойоштороу структураһы, хеҙмәткәрҙәрҙең белеме аҡһауы һәм идара итеүҙә яңы алымдарҙы ҡулланыуҙа практик тәжрибәһе булмауы, шулай уҡ кадрҙарҙың йыш алмашыныуы. Тап шуға ла Рөстәм Зәки улы яңы шарттарҙа эшләү өсөн уҡытыуҙы ойоштороу бурысын ҡуйҙы, муниципаль власть әһелдәрен әүҙемерәк йәлеп итеү тәҡдимен әйтте.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республика Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов үҙ сығышында күптән түгел Рәсәй Президенты эргәһендәге Президиум Советының ултырышында ҡатнашыуы, идара итеү проекты алымдарының ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерләнгәндә, Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш райондарын комплекслы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда ҡулланылыуы хаҡында һөйләне.
Проектты тикшереү барышында Белгород һәм Ленинград өлкәләрендәге, Ханты-Манси автономиялы округындағы эш һөҙөмтәләре ҡаралды.
Комитет идара итеү проектының функцияларын Башҡортостан Хөкүмәте Президиумына йөкмәтеү тәҡдимен индерҙе. Уны республика Хөкүмәте Премьер-министры етәкләйәсәк.