Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кәңәшле эш тарҡалмаҫ
Кәңәшле эш тарҡалмаҫОшо көндәрҙә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашты. Сара барышында халыҡ вәкилдәренең бурыстары, маҡсаттары билдәләнде, социаль ярҙам мәсьәләләре тикшерелде. Дүртенсе саҡырылышҡа Йәмәғәт палатаһы рәйесе итеп “Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды” етәксеһе Ольга Панчихина һайланды.
– Бынан алдағы составта эшләгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Республикабыҙ өсөн мөһим, ҡыҙыҡлы, файҙалы эштәр башҡарылды. Палата ағзалары, бер яҡтан, яңы идеялар тәҡдим итһә, икенсенән, йәмғиәттәге киҫкен мәсьәләләрҙе яйға һалыуҙа ла әүҙем ҡатнашты. Иң мөһиме – улар үҙҙәренең кәрәклеген, мөһимлеген һәм кешеләр менән эшләй белеүен раҫланы, – тине Рөстәм Хәмитов.
Ольга Панчихина үҙ сығышында яңы состав алдындағы мөһим бурыстарҙы билдәләне: артабан да йәмәғәт контролен ғәмәлгә ашырыу, республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары өсөн берҙәм көйләүсе ресурс үҙәген һәм проект майҙансығын ойоштороу, йәмәғәт структуралары реестрын булдырыу һәм уларҙың эшмәкәрлеген сағылдырыусы мәғлүмәт порталын әҙерләү һәм башҡалар.
Йәмәғәт палатаһы ағзалары халыҡҡа социаль ярҙам, шул иҫәптән аҙ тәьмин ителгән балаларҙың мәктәптә туҡланыуын ойоштороу, ишле ғаиләләргә төҙөлөш өсөн ер бүлеү, йәштәр өсөн торлаҡ һатып алыуҙа ташламалы шарттар тыуҙырыу, республика ҡала һәм райондарында инвалидтарға уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Республика Башлығы Башҡортостан дәүләт медицина университетының Онкология ғилми-тикшеренеү институты директоры Шамил Ганцевтың Йәмәғәт палатаһы ағзаларын Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ҡаралған мөһим закон проекттарын тикшереүҙә ҡатнаштырыу тураһындағы тәҡдимен хупланы. Республика парламенты спикеры Константин Толкачевтың фекеренсә, Йәмәғәт палатаһы ағзаларына закон сығарыу инициативаһы белдереү хоҡуғын бирергә лә мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы 2009 йылда ойошторолдо. Уның составына 30 кеше инә. Вәкәләттәренең ваҡыты – ике йыл. Республика Башлығы Указы менән республика һәм йәмғиәт алдындағы хеҙмәттәре булған граждандар араһынан палатаның 15 ағзаһы раҫлана. Артабан улар Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына йәмәғәт берләшмәләренең 15 вәкилен конкурс нигеҙендә һайлап алыу тураһында ҡарар ҡабул итә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 294

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 327

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 350

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 339

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 324

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213