Ошо көндәрҙә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашты. Сара барышында халыҡ вәкилдәренең бурыстары, маҡсаттары билдәләнде, социаль ярҙам мәсьәләләре тикшерелде. Дүртенсе саҡырылышҡа Йәмәғәт палатаһы рәйесе итеп “Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды” етәксеһе Ольга Панчихина һайланды.– Бынан алдағы составта эшләгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Республикабыҙ өсөн мөһим, ҡыҙыҡлы, файҙалы эштәр башҡарылды. Палата ағзалары, бер яҡтан, яңы идеялар тәҡдим итһә, икенсенән, йәмғиәттәге киҫкен мәсьәләләрҙе яйға һалыуҙа ла әүҙем ҡатнашты. Иң мөһиме – улар үҙҙәренең кәрәклеген, мөһимлеген һәм кешеләр менән эшләй белеүен раҫланы, – тине Рөстәм Хәмитов.
Ольга Панчихина үҙ сығышында яңы состав алдындағы мөһим бурыстарҙы билдәләне: артабан да йәмәғәт контролен ғәмәлгә ашырыу, республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары өсөн берҙәм көйләүсе ресурс үҙәген һәм проект майҙансығын ойоштороу, йәмәғәт структуралары реестрын булдырыу һәм уларҙың эшмәкәрлеген сағылдырыусы мәғлүмәт порталын әҙерләү һәм башҡалар.
Йәмәғәт палатаһы ағзалары халыҡҡа социаль ярҙам, шул иҫәптән аҙ тәьмин ителгән балаларҙың мәктәптә туҡланыуын ойоштороу, ишле ғаиләләргә төҙөлөш өсөн ер бүлеү, йәштәр өсөн торлаҡ һатып алыуҙа ташламалы шарттар тыуҙырыу, республика ҡала һәм райондарында инвалидтарға уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Республика Башлығы Башҡортостан дәүләт медицина университетының Онкология ғилми-тикшеренеү институты директоры Шамил Ганцевтың Йәмәғәт палатаһы ағзаларын Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ҡаралған мөһим закон проекттарын тикшереүҙә ҡатнаштырыу тураһындағы тәҡдимен хупланы. Республика парламенты спикеры Константин Толкачевтың фекеренсә, Йәмәғәт палатаһы ағзаларына закон сығарыу инициативаһы белдереү хоҡуғын бирергә лә мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы 2009 йылда ойошторолдо. Уның составына 30 кеше инә. Вәкәләттәренең ваҡыты – ике йыл. Республика Башлығы Указы менән республика һәм йәмғиәт алдындағы хеҙмәттәре булған граждандар араһынан палатаның 15 ағзаһы раҫлана. Артабан улар Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына йәмәғәт берләшмәләренең 15 вәкилен конкурс нигеҙендә һайлап алыу тураһында ҡарар ҡабул итә.