Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дуҫым хаҡында һүҙ
Данир Камалетдин улы Үзбәков. Башҡарған эштәре, киң белемлелеге, кешеләргә тоғро мөнәсәбәте менән халыҡ ихтирамын ҡаҙанған абруйлы шәхестәребеҙҙең береһе. Бар булмышы менән һоҡланғыс кеше. Матур ғаилә башлығы.


Данир менән 1951 йылда Темәс педа­гогия училищеһына уҡырға инеп, дүрт йыл бер төркөмдә белем алдыҡ. Уҡыу йортоноң ифрат бай китап­ха­на­һы бар ине. Белемгә ынтылған дуҫым өсөн был ҙур бәхет булды: ҡу­лы­нан китап төшмәне. Минең ағайым­дың Мәскәүҙән алдырған “Вопросы языкознания” журналын, бигерәк тә С. И. Руденконың “Башкиры” китабын һорап алып, ҙур ҡыҙыҡ­һыныу менән уҡып йөрөгәне хәтерҙә.
Белемгә ынтылыш, тырышлыҡ, китап яратыу һәм ниндәйҙер кимәлдә холоҡ-фиғелебеҙ оҡшашлығы ла беҙҙе бер-беребеҙгә яҡынлатты, дуҫлаштырҙы. Китап уҡығанда Данир бөтә донъяһын онотоп, бер аҙ бөҙрә­ләнеп торған матур ҡара сәстәрен уң ҡулының бармаҡ остары менән борғослай-борғослай ултыра тор­ғайны. Шул саҡ исемен әйтеп өндәш­һәң, ғәҙәттәгесә, ихлас йылмайып, күҙҙәренән нур бөркөп, әйләнеп ҡарар ине. Бына ошо күренеш күңелемдә уйылып ҡалған.
1955 йылда училищены уңышлы тамамлап, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа тара­лыштыҡ. Әрме йәшенә еткән егеттәр­ҙең барыһын да тиерлек, шул иҫәптән Данирҙы ла, хәрби хеҙмәткә алдылар.
Беҙ яңынан өс йылдан һуң ғына осраштыҡ: 1958 йылда, БДУ-ның өсөн­сө курсын тамамлап, һуңғы имтихан­дарҙы биреп йөрөгәндә ятаҡтағы бүлмәбеҙгә һалдат кейемен­дәге Данир килеп инде. Элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙ­мәт иткән. Венгрия­лағы хәрби хә­рәкәт­тәр ваҡы­тында снаряд тейеп шарт­лаған локаторҙың ярсығы арҡа­һын еңелсә яралаған икән, ара-тирә һыҙланып та ҡуя ине.
Осрашыуыбыҙға икебеҙ ҙә ныҡ ҡыуандыҡ. Ҡәҙерле дуҫымды барынса хөрмәт итеп, вокзалға оҙатып ҡуйҙым.
Артабан тормош һуҡмаҡтары беҙҙе оҙаҡ йылдарға айырып торҙо. Универ­ситетты тамамлап, бер йыл мәктәптә эшләгәндән һуң, мин дүрт йылға яҡын Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтып, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакция­һын­да эшләнем. Бер шулай Балаҡатай районына ко­ман­дировкаға барғайным. Шунда Данир дуҫым менән көтмәгәндә тап булышып, осрашыуыбыҙға бик шатлан­дыҡ, хәл-әхүәлдәребеҙ менән уртаҡ­лаш­тыҡ.
Һалдат хеҙмәтенән ҡайтып, тәүҙә үҙҙәренең Хәйбулла район гәзите редакцияһында, унан һуң партияның район комитетында күпмелер эшләгәс, Данир Камалетдин улы КПСС өлкә комитетының йүнәлтмәһе буйынса Мәскәүҙә юғары партия мәктәбен та­мам­лаған. Әлеге ваҡытта яңы ойош­торолған Балаҡатай районы гәзитенең мөхәррире булараҡ, тиҙ арала эшлекле коллектив туплап, редакцияның эшен яйға һалып йөрөүе ине.
Данирҙың ойоштороу һәләттәрен күреп, күп тә үтмәй, уны Өфөгә эшкә саҡырҙылар. Бында ла ул ниндәй вазифаларҙа эшләмәһен – “Башҡорт­остан” китап нәшриәте мөхәррире, БАССР Министрҙар Советында мәға­риф, һаулыҡ һаҡлау, административ органдар бүлегендә өлкән референт – ошо дәүерҙә хеҙмәтен теүәл, юғары кимәлдә үтәп, башҡа­ларҙың ихтирамын яуланы.
Шулай ҙа Данир Камалетдин улы­ның республикабыҙ алдында күрһәт­кән, бөтә халыҡ рәхмәт әйткән иң ҙур хеҙмәте ул, әлбиттә, Башҡорт­остан­дың дәүләт архивын тергеҙеү, подвал­дарҙа ташландыҡ хәлдә тип әйтерлек ятҡан ҡиммәтле мәғлү­мәттәрҙе, кәрәк­ле документтарҙы ҡотҡарыу, һаҡлап алып ҡалыу булды. Бының өсөн архивтың матди базаһын нығытырға, иң беренсе уны яңы киң бинаға күсе­рер­гә кәрәк ине. “Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн күпме түрәнең ишек туп­һа­һын тапарға, һәр береһенә эш­тең мөһимлеген иҫбат­ларға тура килгәнде үҙем генә беләм”, – ти тор­ғайны Данир һуңынан. Шулай уның тырышлығы, принципиаллеге менән был ҙур мәсьәлә лә хәл ителде. Әкрен­ләп ҡала, район архивтарының да эш шарттары яҡшырҙы.
Данир Камалетдин улын һуңғы юлға оҙатҡанда Өфө ҡалаһы архив­тарының береһенә етәкселек иткән рус ҡатыны, күҙ йәштәрен түгә-түгә, “ул беҙҙе подвалдарҙан яҡты донъяға сығарҙы” тип баш эйеп, барыһы исе­ме­нән дә рәхмәт әйткәйне. Эшеңә шулай халыҡ рәхмәтенән дә ҙурыраҡ баһа юҡтыр, моғайын.
Данир Камалетдин улы матур, мөхәббәт тулы ғаилә башлығы булды. Улар ҡатыны менән береһенән-береһе һөйкөмлө, эшһөйәр, итәғәтле балалар тәрбиәләп үҫтерҙе. Һәр береһе тормошта лайыҡлы урынын тапты.
Данир дуҫым тураһында уйлаһам, ғәҙәттәгесә, ихлас йылмайып, күҙҙәре­нән нур сәсеп, миңә әйләнеп ҡараған төҫлө тойола. Изге күңелле кешеләр генә хәтерҙә шулай булып ҡалалыр.

Зыя ӘБСӘЛӘМОВ,
филология фәндәре кандидаты,
БДУ-ның Сибай институты профессоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған

Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған 15.05.2026 // Йәмғиәт

Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты 15.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың өс районы биләмәһендә юғары класлы янғын хәүефе индерелде

Башҡортостандың өс районы биләмәһендә юғары класлы янғын хәүефе индерелде 15.05.2026 // Йәмғиәт

Муниципалитет халҡынан һәм ҡунаҡтарынан һаҡлыҡ күрһәтеүҙәрен һорайҙар....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде 15.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде...

Тотош уҡырға 1

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне 15.05.2026 // Йәмғиәт

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 1

Өфөнөң Совет майҙанында кадеттарға наградалар тапшырылды

Өфөнөң Совет майҙанында кадеттарға наградалар тапшырылды 15.05.2026 // Йәмғиәт

Улар – Башҡортостандың ғорурлығы, тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе эҫе ял көндәре көтә
Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған

Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған 14.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара 14.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды 14.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды...

Тотош уҡырға 1

Республикала бер ир балаһына 1 миллион һум түләмәйенсә ҡасҡан
Республикала Дәүләт автоинспекцияһының махсус операцияһы башланды

Комментарий өҫтәргә