Дуҫым хаҡында һүҙ09.02.2018
Данир Камалетдин улы Үзбәков. Башҡарған эштәре, киң белемлелеге, кешеләргә тоғро мөнәсәбәте менән халыҡ ихтирамын ҡаҙанған абруйлы шәхестәребеҙҙең береһе. Бар булмышы менән һоҡланғыс кеше. Матур ғаилә башлығы.
Данир менән 1951 йылда Темәс педагогия училищеһына уҡырға инеп, дүрт йыл бер төркөмдә белем алдыҡ. Уҡыу йортоноң ифрат бай китапханаһы бар ине. Белемгә ынтылған дуҫым өсөн был ҙур бәхет булды: ҡулынан китап төшмәне. Минең ағайымдың Мәскәүҙән алдырған “Вопросы языкознания” журналын, бигерәк тә С. И. Руденконың “Башкиры” китабын һорап алып, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып йөрөгәне хәтерҙә.
Белемгә ынтылыш, тырышлыҡ, китап яратыу һәм ниндәйҙер кимәлдә холоҡ-фиғелебеҙ оҡшашлығы ла беҙҙе бер-беребеҙгә яҡынлатты, дуҫлаштырҙы. Китап уҡығанда Данир бөтә донъяһын онотоп, бер аҙ бөҙрәләнеп торған матур ҡара сәстәрен уң ҡулының бармаҡ остары менән борғослай-борғослай ултыра торғайны. Шул саҡ исемен әйтеп өндәшһәң, ғәҙәттәгесә, ихлас йылмайып, күҙҙәренән нур бөркөп, әйләнеп ҡарар ине. Бына ошо күренеш күңелемдә уйылып ҡалған.
1955 йылда училищены уңышлы тамамлап, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралыштыҡ. Әрме йәшенә еткән егеттәрҙең барыһын да тиерлек, шул иҫәптән Данирҙы ла, хәрби хеҙмәткә алдылар.
Беҙ яңынан өс йылдан һуң ғына осраштыҡ: 1958 йылда, БДУ-ның өсөнсө курсын тамамлап, һуңғы имтихандарҙы биреп йөрөгәндә ятаҡтағы бүлмәбеҙгә һалдат кейемендәге Данир килеп инде. Элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Венгриялағы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында снаряд тейеп шартлаған локаторҙың ярсығы арҡаһын еңелсә яралаған икән, ара-тирә һыҙланып та ҡуя ине.
Осрашыуыбыҙға икебеҙ ҙә ныҡ ҡыуандыҡ. Ҡәҙерле дуҫымды барынса хөрмәт итеп, вокзалға оҙатып ҡуйҙым.
Артабан тормош һуҡмаҡтары беҙҙе оҙаҡ йылдарға айырып торҙо. Университетты тамамлап, бер йыл мәктәптә эшләгәндән һуң, мин дүрт йылға яҡын Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтып, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакцияһында эшләнем. Бер шулай Балаҡатай районына командировкаға барғайным. Шунда Данир дуҫым менән көтмәгәндә тап булышып, осрашыуыбыҙға бик шатландыҡ, хәл-әхүәлдәребеҙ менән уртаҡлаштыҡ.
Һалдат хеҙмәтенән ҡайтып, тәүҙә үҙҙәренең Хәйбулла район гәзите редакцияһында, унан һуң партияның район комитетында күпмелер эшләгәс, Данир Камалетдин улы КПСС өлкә комитетының йүнәлтмәһе буйынса Мәскәүҙә юғары партия мәктәбен тамамлаған. Әлеге ваҡытта яңы ойошторолған Балаҡатай районы гәзитенең мөхәррире булараҡ, тиҙ арала эшлекле коллектив туплап, редакцияның эшен яйға һалып йөрөүе ине.
Данирҙың ойоштороу һәләттәрен күреп, күп тә үтмәй, уны Өфөгә эшкә саҡырҙылар. Бында ла ул ниндәй вазифаларҙа эшләмәһен – “Башҡортостан” китап нәшриәте мөхәррире, БАССР Министрҙар Советында мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, административ органдар бүлегендә өлкән референт – ошо дәүерҙә хеҙмәтен теүәл, юғары кимәлдә үтәп, башҡаларҙың ихтирамын яуланы.
Шулай ҙа Данир Камалетдин улының республикабыҙ алдында күрһәткән, бөтә халыҡ рәхмәт әйткән иң ҙур хеҙмәте ул, әлбиттә, Башҡортостандың дәүләт архивын тергеҙеү, подвалдарҙа ташландыҡ хәлдә тип әйтерлек ятҡан ҡиммәтле мәғлүмәттәрҙе, кәрәкле документтарҙы ҡотҡарыу, һаҡлап алып ҡалыу булды. Бының өсөн архивтың матди базаһын нығытырға, иң беренсе уны яңы киң бинаға күсерергә кәрәк ине. “Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн күпме түрәнең ишек тупһаһын тапарға, һәр береһенә эштең мөһимлеген иҫбатларға тура килгәнде үҙем генә беләм”, – ти торғайны Данир һуңынан. Шулай уның тырышлығы, принципиаллеге менән был ҙур мәсьәлә лә хәл ителде. Әкренләп ҡала, район архивтарының да эш шарттары яҡшырҙы.
Данир Камалетдин улын һуңғы юлға оҙатҡанда Өфө ҡалаһы архивтарының береһенә етәкселек иткән рус ҡатыны, күҙ йәштәрен түгә-түгә, “ул беҙҙе подвалдарҙан яҡты донъяға сығарҙы” тип баш эйеп, барыһы исеменән дә рәхмәт әйткәйне. Эшеңә шулай халыҡ рәхмәтенән дә ҙурыраҡ баһа юҡтыр, моғайын.
Данир Камалетдин улы матур, мөхәббәт тулы ғаилә башлығы булды. Улар ҡатыны менән береһенән-береһе һөйкөмлө, эшһөйәр, итәғәтле балалар тәрбиәләп үҫтерҙе. Һәр береһе тормошта лайыҡлы урынын тапты.
Данир дуҫым тураһында уйлаһам, ғәҙәттәгесә, ихлас йылмайып, күҙҙәренән нур сәсеп, миңә әйләнеп ҡараған төҫлө тойола. Изге күңелле кешеләр генә хәтерҙә шулай булып ҡалалыр.
Зыя ӘБСӘЛӘМОВ,
филология фәндәре кандидаты,
БДУ-ның Сибай институты профессоры.