Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡоралын да, спиртын да ташыным”
“Ҡоралын да, спиртын да ташыным”Ғәйзулла ИМАНАЕВ, Мәләүез районы, Шәрип ауылы:
– Һуғыш башланғансы Мәсүрә исемле ҡыҙға өйләнеп, улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙ тыуғайны. Тәүҙә тракторсыларҙы “бронь” биреп ҡалдыралар ине. Шуға бер йыл алмай торҙолар. Һуңынан саҡырыу ҡағыҙы килде.
Барыу менән “полуторка”ға ултырттылар ҙа, аҙ-маҙ өйрәткеләп, ҡорал тейәп, передовойға оҙаттылар. Шул уҡ төндә нимес самолеттары бомбаға тотто. Беҙ, машиналарҙан сығып, соҡор яғына һике­реш­тек. Былай ҡурҡыу ғәләмәте булғандыр инде, йөҙөң ҡасҡан, тип көлдө иптәштәр.
Сталинград өсөн алыштар бик хәтәр булды. Алғы һыҙыҡҡа бер туҡтауһыҙ йөк ташыйбыҙ. Нимес туҡтауһыҙ бомбаға тота. Унда бер барып ҡайтыуың да үлемгә бәрәбәр. Яралыларҙы ла, ҡоралын да, спиртын да ташырға тура килде. Спиртты һалдаттар фляжкаларға тултырып ала. Батырлыҡ өсөн кәрәк бит инде, шунһыҙ булмай.
Әй, ул һуғыш... Кабина снаряд ярсыҡтарынан, пулянан тишкеләнеп бөттө. Сталинградта еңгәс, кирегә табан киттек. Таганрог яғында Молочная тип аталған йылға бар. Шуны аша сығып, ҡалаға ыңғайларға кәрәк. Ана шул йылғаны кискәндә яраланғанмын. Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, күҙҙән уттар ғына осто. Алты ай госпиталдә яттым. 1944 йылдың июлендә мине ярты йылға һаулыҡты нығытыу өсөн ауылға ҡайтарҙылар. Тик ял итеп ятып буламы ни, МТС-ҡа саҡырҙылар. Шунда уҡ трактор бригадиры итеп ҡуйҙылар ҙа ҡабат “бронь” бирҙеләр.
Һуғышта “Сталинградты обороналаған өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградландым. Шулай ҙа бәхетле булдым: иҫән ҡайттым, Мәсүрә менән туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Хәҙер балаларымдың утыҙға яҡын балаһы бар.

(1995 йылдың мартында яҙып алынды).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 150

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 120

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 178

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 167

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 2528

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 186

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 154

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 142

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 371

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 396

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 379

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 387