Ғәйзулла ИМАНАЕВ, Мәләүез районы, Шәрип ауылы:– Һуғыш башланғансы Мәсүрә исемле ҡыҙға өйләнеп, улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙ тыуғайны. Тәүҙә тракторсыларҙы “бронь” биреп ҡалдыралар ине. Шуға бер йыл алмай торҙолар. Һуңынан саҡырыу ҡағыҙы килде.
Барыу менән “полуторка”ға ултырттылар ҙа, аҙ-маҙ өйрәткеләп, ҡорал тейәп, передовойға оҙаттылар. Шул уҡ төндә нимес самолеттары бомбаға тотто. Беҙ, машиналарҙан сығып, соҡор яғына һикерештек. Былай ҡурҡыу ғәләмәте булғандыр инде, йөҙөң ҡасҡан, тип көлдө иптәштәр.
Сталинград өсөн алыштар бик хәтәр булды. Алғы һыҙыҡҡа бер туҡтауһыҙ йөк ташыйбыҙ. Нимес туҡтауһыҙ бомбаға тота. Унда бер барып ҡайтыуың да үлемгә бәрәбәр. Яралыларҙы ла, ҡоралын да, спиртын да ташырға тура килде. Спиртты һалдаттар фляжкаларға тултырып ала. Батырлыҡ өсөн кәрәк бит инде, шунһыҙ булмай.
Әй, ул һуғыш... Кабина снаряд ярсыҡтарынан, пулянан тишкеләнеп бөттө. Сталинградта еңгәс, кирегә табан киттек. Таганрог яғында Молочная тип аталған йылға бар. Шуны аша сығып, ҡалаға ыңғайларға кәрәк. Ана шул йылғаны кискәндә яраланғанмын. Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, күҙҙән уттар ғына осто. Алты ай госпиталдә яттым. 1944 йылдың июлендә мине ярты йылға һаулыҡты нығытыу өсөн ауылға ҡайтарҙылар. Тик ял итеп ятып буламы ни, МТС-ҡа саҡырҙылар. Шунда уҡ трактор бригадиры итеп ҡуйҙылар ҙа ҡабат “бронь” бирҙеләр.
Һуғышта “Сталинградты обороналаған өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградландым. Шулай ҙа бәхетле булдым: иҫән ҡайттым, Мәсүрә менән туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Хәҙер балаларымдың утыҙға яҡын балаһы бар.
(1995 йылдың мартында яҙып алынды).