Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бар булмышым менән мин илдеке
Бар булмышым менән мин илдеке “Бар булмышым менән мин илдеке,
Ил йәшәһә – мин дә ҡалырмын.
Тыуған халҡым, яңы дәүерҙәргә
Һинең менән бергә барырмын...” –

тип 80 йәшенә аяҡ баҫты олуғ аҡһаҡалыбыҙ, күренекле шағир һәм ғалим, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшит Закир улы Шәкүров.

Уның оло юбилейын билдәләргә баш ҡала халҡы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының тамаша залына йыйылды. Эйе, Рәшит Закир улының бөгөнгә ҡәҙәр уҙған тормошо, халҡы алдындағы фиҙакәр хеҙмәте барыбыҙға ла үрнәк һәм ғорурлыҡ ул. Бөгөн сәхнә түренән генә түгел, ә халҡыбыҙҙың йөрәгенән урын алған аҡһаҡалыбыҙ Әлшәй районының Яңы Абдрахман ауылында дәһшәтле, ҡәһәрле 1937 йылдың ғинуарында ғаиләлә туғыҙынсы бала булып донъяға килгән. Шуғалыр ҙа, ул йылдарҙың бейеклегенән сығып фекер йөрөткәндә, хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙҙың ер йөҙөндәге тәғәйенләнеше ана шул һәләкәтле йылдарҙағы золом ҡорбандарына әйләнгән аҫыл заттарыбыҙҙы, ғәзиз халҡыбыҙҙың тоғро хеҙмәт итеүен ихтирамлап дауам итер өсөн бирелгәндер тигән фекер тыуа... Шуға ла әҙип һәм ғалим урау-урау тормош юлдары аша, ысын-ысынында ҡаршылыҡтарҙы үтеп сығып, фән, ғилем, ижад донъяһында үҙ юлын тапҡан да залимдарға баш эймәйенсә фәҡәт үҙе булып ҡала белгән.
Хәйер, тап бөгөн, Аҡмулла, Өмөтбаев, Фәхретдинов кеүек арҙаҡлы әҙиптәрҙең ижадын ентекле өйрәнеп, уларҙы ил, донъя кимәлендә танытҡан ғалимдың үҙенең тормош һәм ижад юлын барлап, милләтебеҙгә үрнәк итеп күрһәтерлек. Ошо хаҡта юбилей кисәһендә Башҡортостан Хөкүмәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, республиканың Дуҫлыҡ йорто, Яҙыусылар союзы етәкселәре һәм вәкилдәре, ижадташ дуҫтары, ҡәләмдәштәре лә бәйән итте, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Бөгөнгө көндә филология фәндәре докторы, йәмәғәт эшмәкәре, публицист, педагог, энциклопедист, тел һәм әҙәбиәт белгесе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һәм тағы бик күп дан-шөһрәттәргә эйә булған әҙип милләтебеҙҙең төп таяуының береһе булып тора. Уның халҡы алдындағы фиҙакәр эшмәкәрлегенә баш эйерлек. Үҙе лә бит бер яҙмаһында:
“Ҡарт даланың утлы ҡояшын,
Меңәр йыллыҡ даръя һағышын,
Күкрәгемә һалып килтерҙем,
Күкрәүҙәрҙе алып мин килдем”, – тип яҙа.
Был ергә халҡының, олуғ донъяның асылын, яҙмыштарын үҙ йөрәгенә һалып килтергән ҡәҙерле аҡһаҡалыбыҙға именлек кенә теләйбеҙ!


Автор: Т. РӘСҮЛ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521