“Бар булмышым менән мин илдеке,
Ил йәшәһә – мин дә ҡалырмын.
Тыуған халҡым, яңы дәүерҙәргә
Һинең менән бергә барырмын...” –
тип 80 йәшенә аяҡ баҫты олуғ аҡһаҡалыбыҙ, күренекле шағир һәм ғалим, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшит Закир улы Шәкүров. Уның оло юбилейын билдәләргә баш ҡала халҡы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының тамаша залына йыйылды. Эйе, Рәшит Закир улының бөгөнгә ҡәҙәр уҙған тормошо, халҡы алдындағы фиҙакәр хеҙмәте барыбыҙға ла үрнәк һәм ғорурлыҡ ул. Бөгөн сәхнә түренән генә түгел, ә халҡыбыҙҙың йөрәгенән урын алған аҡһаҡалыбыҙ Әлшәй районының Яңы Абдрахман ауылында дәһшәтле, ҡәһәрле 1937 йылдың ғинуарында ғаиләлә туғыҙынсы бала булып донъяға килгән. Шуғалыр ҙа, ул йылдарҙың бейеклегенән сығып фекер йөрөткәндә, хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙҙың ер йөҙөндәге тәғәйенләнеше ана шул һәләкәтле йылдарҙағы золом ҡорбандарына әйләнгән аҫыл заттарыбыҙҙы, ғәзиз халҡыбыҙҙың тоғро хеҙмәт итеүен ихтирамлап дауам итер өсөн бирелгәндер тигән фекер тыуа... Шуға ла әҙип һәм ғалим урау-урау тормош юлдары аша, ысын-ысынында ҡаршылыҡтарҙы үтеп сығып, фән, ғилем, ижад донъяһында үҙ юлын тапҡан да залимдарға баш эймәйенсә фәҡәт үҙе булып ҡала белгән.
Хәйер, тап бөгөн, Аҡмулла, Өмөтбаев, Фәхретдинов кеүек арҙаҡлы әҙиптәрҙең ижадын ентекле өйрәнеп, уларҙы ил, донъя кимәлендә танытҡан ғалимдың үҙенең тормош һәм ижад юлын барлап, милләтебеҙгә үрнәк итеп күрһәтерлек. Ошо хаҡта юбилей кисәһендә Башҡортостан Хөкүмәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, республиканың Дуҫлыҡ йорто, Яҙыусылар союзы етәкселәре һәм вәкилдәре, ижадташ дуҫтары, ҡәләмдәштәре лә бәйән итте, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Бөгөнгө көндә филология фәндәре докторы, йәмәғәт эшмәкәре, публицист, педагог, энциклопедист, тел һәм әҙәбиәт белгесе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һәм тағы бик күп дан-шөһрәттәргә эйә булған әҙип милләтебеҙҙең төп таяуының береһе булып тора. Уның халҡы алдындағы фиҙакәр эшмәкәрлегенә баш эйерлек. Үҙе лә бит бер яҙмаһында:
“Ҡарт даланың утлы ҡояшын,
Меңәр йыллыҡ даръя һағышын,
Күкрәгемә һалып килтерҙем,
Күкрәүҙәрҙе алып мин килдем”, – тип яҙа.
Был ергә халҡының, олуғ донъяның асылын, яҙмыштарын үҙ йөрәгенә һалып килтергән ҡәҙерле аҡһаҡалыбыҙға именлек кенә теләйбеҙ!