Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Яҙмышымдан уңдым”
“Яҙмышымдан уңдым” Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙы Годбодь (Ҡолмөхәмәтова) Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында донъяға килә. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң Башҡортостан телевидениеһында, Бөрө һәм Благовещен район гәзиттәрендә, Сибай һәм Өфө мәктәптәрендә, республика баҫмаларында эшләй.
Әле ул йәмәғәте Владимир Годбодь менән Чехияла йәшәй һәм ижад итә, Чех Республикаһының рус телле журналистар союзына ҡабул ителгән. Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙы Башҡортостан баҫмалары менән ижади хеҙмәттәшлек итә. Ул “Башҡортостан”дың да даими авторы, ике тапҡыр (2005 һәм 2014 йылдарҙа) гәзитебеҙҙең лауреаты булды.
Бөгөн баҫмабыҙҙың әүҙем авторы Миләүшә ханым 60 йәше тулыу уңайынан беҙҙә ҡунаҡта – сит илдә йәшәү сәбәпле уның менән Интернет аша әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Миләүшә ханым, элек “сит илдә йә­шәрмен” тип уйлай торғайны­ғыҙ­мы?
– Башыма ла инеп сыҡманы. “Башҡортостан” гәзите – бала саҡтан яратҡан баҫмам, бәләкәйҙән яҙыштым. Ошо баҫмала Хисмәтулла һәм Яҡуп Ҡолмой бабайымдар ҙа эшләгән. Хисмәтулла бабайым “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән.
Ҙур йылға ла инештән башлана, тигәндәй, бала сағымдан “Башҡортостан”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ағиҙел”, ”Торатау”, “Аманат” баҫмаларын уҡып үҫтем, тик элек уларҙың исемдәре икенсе төрлө ине. Ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡып туҙҙырып бөтә торғайныҡ ошо баҫмаларҙы. Әҙиптәрҙең мәҡәләләрен, шиғырҙарын ҡырҡып, бер папкаға йыйып барҙым. Улар миңә аҙаҡ Башҡорт дәүләт универси­тетының филология факультетына уҡырға ингәндә ярап ҡалды. Үҙем дә шул ғалимдар кеүек рецензиялар яҙа белһәм ине, тип хыяллана торғайным.
– Әҙәбиәткә нисек ылығып китте­геҙ?
– Бәләкәйҙән йыр-моң, шиғыр яраттым. Ҡурай еләге үҫкән баҡсабыҙға сығам да шиғыр һөйләйем, йә телевизорҙан күргән хәрәкәттәрҙе яһап бейей торғайным. Шиғырҙы тиҙ ятлай инем. Китап уҡырға яраттым. Дүртенсе класта саҡта “Ленинға” тип аталған тәүге шиғырымды яҙҙым. Уларҙы бер дәфтәргә туплап бара торғайным. Үҙем әсәйем йәки туғандарым күреп ҡалмаһа ярар, ине тип ҡурҡам. Йәшереп кенә иҫтәлек дәфтәре лә тотам. Унда класташтар менән бер-беребеҙгә шиғырҙар, йырҙар күсереп яҙышабыҙ, төрлө һүрәттәр, сәскәләр менән биҙәйбеҙ. Үҫә килә мөхәббәт шиғырҙары ла яҙа башланым.
Ошондай бер күңелһеҙ хәлде бер ваҡытта ла онотмайым. Етенсе класта уҡығанда оҙон тәнәфестә мәктәп директоры менән класс етәксеһе беҙҙе коридорға ҡыуып сығарҙы ла сумка­ларыбыҙҙы тентене. Шунда нәҫелдәш класташым Фәриҙә Баймөхәмәтованың һәм минең иҫтәлек дәфтәрҙәрен тапҡандар бит. Уның өсөн класс алдында баҫтырып: “Хәҙерҙән мөхәббәт тураһында уйлай­һығыҙмы, ә уҡыуҙы кем хәстәрләр?” – тип “әхлаҡһыҙлығыбыҙ” өсөн бик ҡаты әрләнеләр. Шул хәлдән һуң да шиғыр яҙыуымды туҡтатманым, ә Фәриҙә иҫ киткес матур йырлай ине, тик ғүмере ҡыҫҡа булды.
1970 йылдарҙа элекке “Восход” (“Торатау”) йәш һәләттәрҙе үҫтереү ниәтендә ижади түңәрәк ойошторҙо. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әминә Вахитованың тәҡдиме менән мин дә шунда йөрөй башланым. Гәзиттә ауыл хәбәрҙәре, нәҫерҙәр баҫтыра торғайным. Кәүҙәгә еңел булғас, шәп йүгерәм, бер нисә тапҡыр еңел атлетика буйынса район ярыштарында ҡатнаштым, тик спорт мине ҡыҙыҡһындырманы.
1972 йылда Башҡортостан комсомо­лының республика уҡыусылары өсөн ойошторолған ижади конкурсында ҡатнашып диплом алдым һәм, күп тә үтмәй, Маҡтау ҡағыҙы менән бергә шағир Яҡуп Ҡолмойҙан хат килеп төштө. Архивымда диплом һаҡланһа ла, йыш күсеп йөрөү арҡаһында хат ҡайҙалыр юғалған, ләкин йөкмәткеһен яҡшы хәтерләйем, ятлап бөткәйнем. Я. Ҡолмой иншамды бик оҡшатыуын әйткән, университеттың филология факультетына уҡырға инеүемде теләгән. “Йәне моңдоң күңеле туң булмай ул”, тигән. Эй ҡанатланғайным шунда! Бабайымдың хаты миңә дөрөҫ юл һайларға ярҙам итте: үҙемдең яҙышырға тейешлегемде мәктәптә уҡығанда уҡ аңлап үҫтем. Тик әҙәбиәткә урау-урау юлдар менән килдем.
Ул заманда беҙҙең Ҡанаҡай һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандар күпләп профтехучилищеларға китә торғайны. Тик мин артабан уҡырға теләнем: үҙебеҙҙән ете саҡрымда ятҡан Әхмәр урта мәктәбенә йөрөп уҡыным. Унда миңә бәхет йылмайҙы – шағир Рауил Ниғмәтуллин беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты, ул мәктәп директоры ла ине. Шағир уҡытыусыбыҙ Рәми Ғарипов, Тимер Йосопов, Әсхәл Әхмәтҡужин, Сафуан Әлибай кеүек шағирҙарҙы саҡырып осрашыуҙар ойошторҙо. Мине иһә гел дәртләндереп торҙо: “Ҡолмөхәмәтова, һин – журналистар, шағирҙар тоҡомонан, ошо юлдан бараһың, ситкә боролма”, – тип ҡабатларға ярата торғайны.
– Студент йылдарығыҙ ҙа ҡыҙыҡһындыра...
– 1974 йылда БДУ-ның филология факультетының башҡорт-рус төркөмө студенты булып киттем. Ул саҡтарҙы хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды. Артыҡ баҫалҡы, оялсан инем. Атай-әсәйҙән маҡтау һүҙе ишетмәү ҙә үҙенекен иткәндер инде, айырыуса тәүге йылдарҙа белгәнемде лә әйтергә ҡурҡа торғайным. Ауыл мәктәбендә уҡып килгәс ни, төркөмдәге “интернатскийҙарҙы” үҙемдән аҡыллыраҡ тип иҫәпләй торғайным.
Рус теленән ныҡ тырышырға тура килде, китапханаларҙа күп ултыра торғас, телде барыбер өйрәндем бит: “Современный русский язык” предметын ныҡлы “өслө”гә тапшырҙым. Тапшыра алмаһаң, ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсерә торғайнылар, шунан ҡурҡтым. Хәҙер, Аллаға шөкөр, рус телендә лә иркен яҙышам. Чех теле лә оҡшай, славян телдәре төркөмөнә ҡараған был тел бик наҙлы. Чехия радиоһын тыңлайым, телевизор ҡарайым, гәзиттәр уҡыйым, чех телен юғары кимәлдә үҙләштереп, яҙышырға, Башҡортостанды танытырға хыялланам. Юғиһә “ҡасан беҙҙә яҙыша башлайһығыҙ?” тигән һорауҙы күп ишетергә тура килә. Хәҙергә интервьюларҙан баш тартып киләм, бер тапҡыр ғына Бланско ҡалаһының “Һжебенач” исемле район гәзитенә интервью бирҙем – унда ла күберәген башҡорттар, Башҡортостан тураһында һөйләнем. Чехтарға донъяла башҡорт тигән халыҡ барлығын һәм башҡорт теленең үҙенсәлектәрен еткерәм. Йырлатып, шиғыр һөйләтеп ҡаранылар ҙа, “башҡорт теле музыкаль икән” тип һығымта яһанылар.
Студент йылдарында “Башҡортостан ҡыҙы”, “Башҡортостан пионеры”, “Пионер” журналы, “Совет Башҡортостаны”, “Ленинсы” гәзиттәренә яҙыштым. Гонорар­ҙары бик ярап ҡала торғайны, сөнки бер ғаиләнән өсәр-дүртәр студент уҡыныҡ. Атайым Мөтиғулла Фәтҡулла улы – хеҙмәт һәм һуғыш ветераны, әсәйем – сөгөлдөрсө. Икеһе лә егәрле, бөтмөр, ғәҙел булды. Уларҙан күреп, беҙ ҙә бәләкәйҙән эшләп үҫкәс, студент булғас та юғалып ҡалманыҡ. Хеҙмәтте һөйөргә, донъя көтөргә өйрәткәндәре өсөн уларға әле лә рәхмәтем сикһеҙ.
Юрист һөнәрле иремдең эше үҙенсә­лекле булыу сәбәпле, Башҡортостанда беҙ йыш күсенеп йөрөнөк. Был миңә бай тормош тәжрибәһе бирҙе: төрлө милләтле төрлө һөнәр кешеләре менән аралаштым, рус телендә яҙышырға өйрәндем.
Сибайҙа йәшәгән дәүерҙе хәтерләйем: минең өс сәғәтлек программа менән өй беренсә йөрөп башҡорт телен уҡыта башлауыма коллектив ныҡ ҡаршы торҙо. Милләтселектә ғәйепләнеләр, педсовет­тарҙа әрләнеләр, ләкин сигенмәнем. Төп бинаға индермәгәйнеләр, аптырап торманым, мәктәп биләмәһендәге эш ҡоралдары, иҫке мебель ҡуйыу өсөн тәғәйенләнгән бәләкәй генә бер ташландыҡ өйҙө таҙартып-йыуып, сисенеү өсөн урын әҙерләп, парталар табып, буяп ултырттым, яҙырға таҡта ҡуйҙым. Гөрләп-янып эшләнем, ҡайҙан көс алғанмындыр... Мәктәптән һуң “башҡортса “Атайсал” гәзитен асайыҡ” тип эштән һуң, йә булмаһа ял көндәрендә ике баламды ике яҡтан етәкләп алам да, өй беренсә йөрөп, халыҡтан ҡултамғалар, аҡса йыям. Шунан төнөн үҙ аҡсама һатып алған конверттарға кешеләрҙең адрестарын тултырып, почта аша эйәләренә ебәрә торғайным. Хатта Зиннур Йәрмөхәмәтовтың үҙен дә гәзиткә яҙҙым бер йылды. Сибайҙа минең һигеҙ йылым – иң матур йәшлек мәлем – башҡорт телен уҡытыу хаҡына көрәшеп үтте. Ҡаланың иң рухлы башҡорт теле уҡытыусылары менән ярҙамлашып эшләнек. ”Сибайский рабочий” гәзитендә башҡорт телен уҡытыу проблемаларын күтәреп мәҡәләләр яҙҙым.
1987 йылда ҡала уҡытыусыларының “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында призлы урын яулағас, уҡыусыларым матбуғатта күренә, олимпиадала һәйбәт күрһәткестәр күрһәтә, йырлай-бейей, гәзиткә яҙыша башлағас, башҡорт теле предметының бәҫе күтәрелде, үҙемдең дә абруйым артты. Ата-әсәләр хәҙер балаларын үҙҙәре алып килә башланы. Төп бинаға ла индерҙеләр: дәрестәрҙе әҙәмсә үткәрергә форсат тыуҙы.
– Шакша биҫтәһендәге мәктәптә башҡорт теле кластарын асыуығыҙ хаҡында асыҡлабыраҡ һөйләһәгеҙ ине.
– Ныҡ ауыр булды бында ла. 1991 йылда Зәкирйәнде республика прокура­тураһына эшкә алдылар, һәм беҙ ошонда күсенеп килдек. Шунан фатир алдыҡ. Бында ла өй һайын йөрөп, башҡорт балаларын йыйып, кластар астым һәм дүрт йыл буйы башҡорт башланғыс кластары уҡытыусыһы булып эшләнем. БИРО-ла әҙерлек курсы үттем.
Башланғыс кластарҙа дәрестәргә әҙерләнеү еңелдән түгел. Балаларым Юлай менән Таңсулпан минең өсөн борсола, матур итеп карточкалар әҙерләп бирмәйенсә йоҡларға ятмай ине. Класымда урыҫ, татар, мордва балалары ла уҡыны, барыһын да һөйөп, иркәләп кенә уҡыттым, бер ваҡытта ла баҫым яһаманым. Башҡорт теленә һөйөү уятыу маҡсатында уҡыусыларымды электричка менән Өфөгә Ҡурсаҡ, Милли йәштәр, Башҡорт дәүләт академия драма театрҙарына, музейға, циркка йөрөттөм, радио-телевидениела сығыш яһаныҡ, балалар оркестры, ҡумыҙ, бейеү түңәрәктәре астым, ҡурайсы таптыҡ – һөҙөмтәлә балаларым рәхәтләнеп башҡортса һөйләште. Һуңынан, эшемдең яҡшы барғанын күргәс, элек “башҡорт теле кәрәкмәй” тигән ата-әсәләр ҙә, бүтән милләт вәкилдәре лә балаларын етәкләп “алығыҙ инде” тип үҙҙәре инәлеп килә башланы. Әйткәндәй, уҡыусыларым менән әле лә аралашып торабыҙ.
– Ә 20-се башҡорт гимназияһында нисә йыл эшләнегеҙ?
– Теп-теүәл биш йыл. Ошо йылдарҙа янып, йәнем-тәнем менән бирелеп эшләнем мин: филармонияла “Урал батыр” эпосы буйынса уҙғарылған беренсе республика конкурсында ҡатнашып Диплом яуланым, 1996 йылда республика “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатна­шып лауреат булдым, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләгәндә ”Мәктәп һылыуҡайы” конкурсын, ҡалала беренсе булып уҡыусыларҙың “Иман” мәктәп гәзитен сығарҙым. Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә инем, шуға өҫтәп бушлай журналистика һәм ҡумыҙ түңәрәктәрен алып барҙым. Быларҙың барыһын да мин халҡыма хеҙмәт итәм тигән уйҙан сығып эшләнем, хеҙмәтемә хаҡ һораманым.
Артабан Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының 64-се рус телле ҡала гимназияһында, башҡорт лицейында туған телдәр методисы булып эшләгәндә лә аҙнаһына ике көн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барҙым. Тырышлығымдың бушҡа китмәүенә һөйөнәм: уҡыусыларым юғары уҡыу йортона башҡорт теленән матур итеп иншалар яҙып, конкурстан үтеп китә торғайны.
Хәҙер башҡорт теле уҡытыусылары өсөн матбуғатта бай мәғлүмәт баҫыла, шуға уларға күпкә еңелерәк, сөнки барыһы ла бар, эшлә генә! Йәнә лә шуны әйтер инем: милләтебеҙҙең, әҙәбиәтебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең киләсәге һеҙҙең ҡулда, хөрмәтле уҡытыусылар, нисек кенә ауыр булмаһын, эшегеҙгә яуаплы ҡарағыҙ, зарланмағыҙ!
– Методист та булып эшлә­гән­һегеҙ...
– Өфө ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығына методист итеп эшкә саҡырылғас, һис икеләнмәйенсә килдем һәм бында ла һынатманым: ҡала кимәлендә Өфөнөң бөтә ете районында уҡытылған башҡорт һәм татар телдәре уҡытыусыларының эшен һәм ошо йүнәлештәге белем биреү системаһын контролдә тотоу, уҡытыусыларҙың категорияһын күтәреүен, “Йыл уҡытыу­сыһы”, “Урал батыр” конкурстарында ҡатнашыуын күҙәттем, иншалар, олимпиадалар уҙғарыу, пландар төҙөү, министрлыҡҡа отчеттар яҙыу кеүек иҫ киткес күп ваҡыт һәм көстө ала торған эштәрҙе башҡарҙым. Өйгә йоҡларға киске 9-10-дарҙа ҡайтып йығыла торғайным. Эш хаҡы бәләкәй булғанға күрә, өҫтәп йома, шәмбе көндәрендә лә эшләргә рөхсәт иттеләр. Аҡса еткереп булмағанға, ялымда ла өйҙә торманым – өҫтәмә сәғәттәр алып, ауырыу балаларҙың өйөнә барып дәрес бирә инем. Шул хәлдә лә ижадтан айырылманым, төндәрен ултырып туған тел уҡытыу, ижади уҡытыу­сыларҙын эше, башҡорт телен уҡытыу проблемаларын күтәргән мәҡәләләр яҙҙым.
– Матбуғатҡа ниндәй юлдар илтте һеҙҙе?
– Кеше үҫергә теләһә, ҡурҡмайынса эшен алмаштырырға тейеш. 2004 йылдың йәйендә Марсель Сәлимов “Һәнәк”кә саҡырҙы. Унда эшләгән йылдарымды иң бәхетле осор тип иҫәпләйем. Марат Кәримов, Риф Мифтахов, Мансаф Ғиләжев, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Әхмәт Орбелий, Александр Андреев, Хәлил Әхтәмов менән бик күңелле эшләнек. Бер йыл фельетондар бүлеге мөхәррире булып эшләгәс, яуаплы секретарь итеп үрләттеләр. Өфө, республика мәктәптәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырҙым, төрлө осрашыуҙар ойошторҙоҡ, баҫмала башҡортса-русса “Сәнскәк” һәм “Колючка” махсус биттәрен алып бара торғайным – ул йәш сатириктар тәрбиәләү мәктәбен үҫтерергә этәргес булды.
Ижад минең өсөн – иң беренсе сиратта күңел талабы, ғүмерем буйы йыйғанымды халҡыма түкмәй-сәсмәй кире ҡайтарып биреү. Әҙәби ижад минең өсөн татлы сир кеүек. Ижадсы өҙлөкһөҙ эшләй – көндөҙөн дә, хатта төндә лә. Тап төндә башҡа иҫ киткес сағыу уй-фекерҙәр килә, шуларҙы тиҙ генә тороп яҙып алам. Ашарға бешергәндә лә, ниндәйҙер эш менән мәшғүл булғанда ла, гәзит-журнал уҡығанда ла ижад процесы дауам итә һәм быны туҡтатып булмай.
Ябай, аңлайышлы, һутлы үҙ телемдә яҙырға тырышам, сит ерҙә бит башҡортса һөйләшеү яңғырамай, шуға миңә туған телемде онотмау өсөн башҡортса китаптар уҡып торорға кәрәк. Башҡортса аралашыр кеше булмағанға күрә, хатта ҡайһы саҡта урманға сығып үҙ-үҙем менән һөйләшкән саҡтар ҙа була. Телем­де бик һағынам, мин бит Чехияға 54 йәштә сығып киттем. Башҡортостанға ҡайтһам, Чехияның теүәллеген, таҙа­лығын, итәғәтлелеген, унан китһәм, башҡортомдоң ҡунаҡсыллығын, ябай­лығын һағынам.
– Ирегеҙ Владимир Башҡор­тос­танға, башҡорттарға ниндәй мөнәсә­бәттә?
– Башҡортостанға бик теләп килә ул. Башҡорт халыҡ йырҙарын, ҡурай моңон тыңларға ярата. “Башҡорт көйөн эш араһында түгел, ә ултырып тыңларға кәрәк”, – тип һоҡлана. “Әгәр һиңә өйләнмәһәм, донъяла башҡорт тигән милләт барлығын белмәҫ инем”, – ти. Уны халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығы, саф күңеллелеге әсир итте. Ҡайтҡас, чехтарға шул хаҡта һөйләһә, тегеләр аптырай. Үҙ күҙең менән күрмәйенсә ышанмайһың шул. Европалар бит улар Рәсәйҙә тик урыҫтар ғына йәшәй тип уйлай, башҡа милләттәр барлығын белмәйҙәр ҙә...
– Буш ваҡытығыҙҙы нисек уҙғара­һығыҙ?
– Пенсияға сыҡҡас кешенең ваҡыты күп була икән, тип уйлап, яңылышҡанмын. Бер ваҡытта ла тик торғаным юҡ. Ижадтан тыш йәйен, көҙөн ҡанға һеңгән ғәҙәт буйынса баҡсала соҡсонам. Тегергә, бәйләргә яратам, йәйен урманда еләк, ҡара бөрлөгән йыям, баҡсамда еләк, гөлдәр, раузалар үҫтерәм, сейә, алма, ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағаттарым бар, шуларҙы тәрбиәләйем, быларҙың барыһы ла йәнгә ял бирә. Миндек, дарыу үләндәре йыйып киптерәм. Бассейнға йөрөйбөҙ, йәйәүләп йә велосипедта тәбиғәт ҡосағына сығабыҙ, телевизорҙан төрлө ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар, кинофильмдар ҡарарға яратабыҙ. Бына өс йыл инде Наилә менән Карина исемле ике башҡорт ҡыҙы менән аралашып йәшәйбеҙ, кәрәккәндә ярҙам итеп тә ебәрәбеҙ. Хәҙер йәштәр сит илгә бер ҡурҡыуһыҙ аяҡ баҫа һәм был берәүҙе лә аптыратмай.
– Һеҙ көслө кешеме?
– Ауырлыҡтар алдында бөгөлмәй йәшәп, ошо йәшемдә яңы тормош башлай алғас, моғайын, көслөмөндөр. Ә былай йомшаҡ күңелле кешемен, ҡайғырһам да, шатланһам да илап ҡына барам. Кешегә ауыр һүҙ әйтә алмайым, кеше күңелен аяйым. Бер кемгә лә көнләшмәйем, байлыҡҡа табынмайым. Ғүмерҙең ҡыҫҡалығын йәш саҡта уҡ аңлағайным – шул саҡтан үҙ-үҙем һәм тирә-йүндәгеләр менән килешеп йәшәргә тырышам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 1 424

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 1 170

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 1 319

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 1 390

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 21 970

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 1 123

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 120

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 196

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 1 274

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 1 436

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 1 465

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 1 321