Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күктән төшкән бәхет
Күктән төшкән бәхет— Быйыл көҙ өй туйларға ине, әле шуға ла тырышып ятҡан көнөбөҙ. Буш ваҡытыбыҙ булдымы, төҙөлөшкә йүгерәбеҙ, тиҙерәк үҙ усағыбыҙҙы тоҡандырырға уйлайбыҙ, — тип ҡаршы алды беҙҙе йорт хужаһы Илшат Билалов. — Шөкөр, хәҙер материалдарға элекке кеүек ҡытлыҡ юҡ, магазинда йәнең ни теләй, шуны һатып алаһың. Район үҙәгенең Йәштәр биҫтәһендә йорт күтәргән Гөлназ менән Илшат Билаловтарҙың, ысынлап та, ваҡыты юҡ: әле генә йөк машинаһы кирбесен ауҙарып китһә, икенсеһе иһә ярҙырылған таҡта алып килгән. Әммә улар был эште “ваҡ”ҡа һанай, ыҙалаһалар ҙа, үҙҙәре өсөн тырыша бит. Ана, һуңғы бер нисә йылда ғына күпме йәш ғаилә өй һалып ингән, тотош урам барлыҡҡа килгән. Борай ауылы ҡыҙы Гөлназ менән Яңы Таҙ ауылы егете Илшат 2001 йылда өйләнешә, бер-бер артлы Лилиана, Айһылыу һәм Наилә исемле ҡыҙҙары тыуа. Әлегә ғаилә Илшаттың әсәһендә йәшәй. — Ҡәйнәмдән уңдым, мәгәр, бер-беребеҙгә ауыр һүҙ әйтешкәнебеҙ булманы, ейәнсәрҙәрен өҙөлөп ярата, — ти Гөлназ. — Кәңәштәре менән дә ярҙам итә, ауыр саҡта йылы һүҙҙәрен дә йәлләмәй. Ҡәйнә кеше нисек кенә һәйбәт, яғымлы булмаһын, йәштәр үҙ мөйөшөн булдырыу хыялы менән йәшәй. Шуға ла район үҙәгенән йорт һалырға тип, 15 сутый ер алалар. Нигеҙен дә күтәрәләр, тик йәштәрҙең өйлө булыу Күктән төшкән бәхетхыялына аҡса мәсьәләһе кәртә була. Әммә йәштәр төшөнкөлөккә бирелмәй, “ярай, ҡасан да булһа беҙгә бәхет йылмайыр әле”, тип, төҙөлөш материалдарына аҡса туплай. Район хакимиәтенә лә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙе һорап ғариза яҙалар. Уларҙың тырышлығы бушҡа булмай: 2010 йылда Билаловтар ғаиләһен “2013 йылдарға тиклем ауылды социаль үҫтереү” программаһына индерәләр. Әлбиттә, Гөлназ менән Илшаттың ҡыуанысының сиге булмай. Йәштәр күктән төшкән бер миллион һум аҡсаны фәҡәт төҙөлөшкә генә тотона. Бөгөн улар ҡарағайҙан бына тигән иркен, бейек йорт һалып бөтөп килә, әле биҙәкләү эштәре бара. Иҙән-түбә заманса материалдар менән ҡапланған, пластик тәҙрәләр ҙә өйгә нур, яҡтылыҡ өләшә. Газ үтәсәк йортта ваннаһы ла, бәҙрәфе лә ҡаралған. “Һәр кемебеҙҙең бүлмәһе буласаҡ, ҡурсаҡтар ҙа хәҙер йәшниктә йәшәмәйәсәк”, — тип ҡыуана ҡыҙҙар. Гөлназ — һөнәре буйынса уҡытыусы, Яңы Таҙ ауылында балалар уҡыта, Илшат иһә “Газсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә слесарь булып эшләй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 123

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 473

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 111

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 918

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 680

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 263

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 585

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 969

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 446

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 524

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536