Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡандраға тиҙерәк барып етәм тиһәң...
Ҡандраға тиҙерәк барып етәм тиһәң...Яңы электричкаға өҫтөнлөк бир

Тиҙ йөрөшлө, заманса поездар – Европала күптән ғәҙәти күренеш. Ләкин беҙҙә тимер юл транспортына өҫтөнлөк биреүселәр бындай уңайлыҡтан һаман да мәхрүм. Шулай ҙа хәл яҡшыға үҙгәрә: баш ҡала менән Ҡандра ҡасабаһын хәҙер шундай заманса поезд тоташтырасаҡ. Уның менән республика башлығы ла яҡындан танышты.

"Өфө – Ҡандра" тиҙ йөрөшлө электр поезы тәүге рейсына 23 августа юллана. Бынан ары пассажирҙар 144 километр араны 2 сәғәт 46 минутта үтәсәк, ябай электричкала иһә өс сәғәттән ашыу ваҡыт кәрәк булыр ине.
Бөтә вагондар ҙа һауаны даими елләтеүсе кондиционерҙар, шулай уҡ махсус видеокамералар менән йыһазландырылған. Поездың техник хәлен борт системаһы күҙәтеп барасаҡ. Вагондарҙың бер-береһе менән екһеҙ тоташтырылыуы арҡаһында экспресс тауышһыҙ хәрәкәт итә тиерлек.
Электричкала алты вагон, 624 пассажирға урын ҡаралған. Әйткәндәй, поезда юл хаҡы автобус билетыныҡынан күпкә арзаныраҡ. Өфөнән Ҡандраға автобус менән 230 һумға барып етеп булһа, тимер юлда – 150 һумға.
Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, бындай поездар, беҙҙең өсөн яңылыҡ булһа ла, үҫешкән илдәрҙә күптән үткән көн. "Сит илдәрҙә салонында тиҙлекте һәм һауа температураһын күрһәтеүсе экрандары, бәләкәй буфеттары булған һәм, иң мөһиме — ябай пассажирҙар өсөн тәғәйенләнгән бөтөнләй башҡа кимәлдәге электричкаларҙа йөрөгәнем булды. Заманса техника етерлек, кешеләргә шуларҙы тәҡдим итергә кәрәк. Быныһы өсөн рәхмәт, әлбиттә, әммә беҙҙең өсөн әлегеһе хыял сиге тиһәк, артабан үҫешә алмаясаҡбыҙ", – тине Президент.

Әйткәндәй...
Белгестәр фекеренсә, тиҙ йөрөшлө был электричка пассажирҙар һанын айына ике мең кешегә арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Шишмә, Раевка, Аша, Ҡандра, Инйәр һәм Стәрлетамаҡ тимер юлдың халыҡ үтә лә күп йөрөгән йүнәлештәре икән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519