Яңы электричкаға өҫтөнлөк бирТиҙ йөрөшлө, заманса поездар – Европала күптән ғәҙәти күренеш. Ләкин беҙҙә тимер юл транспортына өҫтөнлөк биреүселәр бындай уңайлыҡтан һаман да мәхрүм. Шулай ҙа хәл яҡшыға үҙгәрә: баш ҡала менән Ҡандра ҡасабаһын хәҙер шундай заманса поезд тоташтырасаҡ. Уның менән республика башлығы ла яҡындан танышты.
"Өфө – Ҡандра" тиҙ йөрөшлө электр поезы тәүге рейсына 23 августа юллана. Бынан ары пассажирҙар 144 километр араны 2 сәғәт 46 минутта үтәсәк, ябай электричкала иһә өс сәғәттән ашыу ваҡыт кәрәк булыр ине.
Бөтә вагондар ҙа һауаны даими елләтеүсе кондиционерҙар, шулай уҡ махсус видеокамералар менән йыһазландырылған. Поездың техник хәлен борт системаһы күҙәтеп барасаҡ. Вагондарҙың бер-береһе менән екһеҙ тоташтырылыуы арҡаһында экспресс тауышһыҙ хәрәкәт итә тиерлек.
Электричкала алты вагон, 624 пассажирға урын ҡаралған. Әйткәндәй, поезда юл хаҡы автобус билетыныҡынан күпкә арзаныраҡ. Өфөнән Ҡандраға автобус менән 230 һумға барып етеп булһа, тимер юлда – 150 һумға.
Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, бындай поездар, беҙҙең өсөн яңылыҡ булһа ла, үҫешкән илдәрҙә күптән үткән көн. "Сит илдәрҙә салонында тиҙлекте һәм һауа температураһын күрһәтеүсе экрандары, бәләкәй буфеттары булған һәм, иң мөһиме — ябай пассажирҙар өсөн тәғәйенләнгән бөтөнләй башҡа кимәлдәге электричкаларҙа йөрөгәнем булды. Заманса техника етерлек, кешеләргә шуларҙы тәҡдим итергә кәрәк. Быныһы өсөн рәхмәт, әлбиттә, әммә беҙҙең өсөн әлегеһе хыял сиге тиһәк, артабан үҫешә алмаясаҡбыҙ", – тине Президент.
Әйткәндәй...Белгестәр фекеренсә, тиҙ йөрөшлө был электричка пассажирҙар һанын айына ике мең кешегә арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Шишмә, Раевка, Аша, Ҡандра, Инйәр һәм Стәрлетамаҡ тимер юлдың халыҡ үтә лә күп йөрөгән йүнәлештәре икән.