Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәлә-ҡаза алып килде ямғыр
Бәлә-ҡаза алып килде ямғырӘбйәлил халҡы ташҡын ҡуйынында ҡалды

Быйылғы йәйҙең тәүге яртыһы ҡоролоҡ менән йонсотһа, халыҡ бесәнгә төшөргә йыйына башлау менән ҡайһы бер райондарҙа ҡойма ямғырҙар китте. Айға яҡын дауам иткән яуым-төшөм Белорет, Бөрйән һәм бигерәк тә Әбйәлил районы халҡына ҙур зыян килтерҙе. Быны һуңғы көндәрҙә асыҡ күрҙек.

Бер туҡтамай яуған ямғырҙар үтә лә күңелһеҙ эҙемтәләргә килтергән: ярҙан сыҡҡан йылғалар юлдарҙы һәм күперҙәрҙе йыуған, кешеләрҙең йорт-ҡураларына үтеп ингән, хатта бесәнлектәрҙә күбәләрҙе ағыҙып алып киткән осраҡтар ҙа теркәлгән. Мәҫәлән, Әбйәлилдә 200-ҙән ашыу йорт ташҡын ҡуйынында ҡалған, Ҡыҙыл йылғаһы ярҙан сығып ете күперҙе емергән, тигән хәбәр ишетелде. 773 кеше (264 бала) ваҡытлыса тороу пункттарына урынлаштырылған. Магнитогорскиға илткән трассаның бер нисә өлөшөн һыу йыуған, шуға ла Асҡарҙан был ҡалаға юл ябылған. Тиҫтәләгән еңел машина юлдың тирә-яҡтан һыу менән уратылған өлөшөндә тороп ҡалған, был урындарҙан тик ҙур йөк машиналары ғына үтә ала икән. Һигеҙ ауылда (Таштимер, Үтәгән, Ишкилде, Сәйетҡол, Буранғол, Исхаҡ, Йәлембәт, Селивановка) электр уты юҡ.
Халыҡ ташҡынға нисек тә булһа ла ҡаршылыҡ күрһәтергә тырыша: бер нисә "КамАЗ", карьер таштарын ташып, һыу юлын ҡаплаған булған. Әммә һыуҙың көслө баҫымы уларҙы ситкә алып ташлаған. Ташҡын трассаның бер өлөшөнә бигерәк ҙур зыян килтергән, унан бер ниндәй техника үтерлек түгел.
Эйе, зыян ҡот осҡос: бындай бәлә Әбйәлилдә һуңғы йылдарҙа беренсе тапҡыр теркәлгән. Мәҫәлән, Буранғолда Ҡутырҙы йылғаһы, үҙенең йүнәлешен үҙгәртеп, ауылға килеп инә һәм аҫҡы урамдың Тәләкә йылғаһы буйындағы бик күп йортто баҫҡан. Әле районда һыу аҫтында ҡалғандарҙы ҡотҡарыу эше бара, ауыр техника ташҡын менән көрәшә.
Йылға-күлдәрҙәге дүрт гидротехник ҡоролмалағы һыуҙы ваҡыты-ваҡыты менән шлюздар аша сығарып тора, әммә ямғыр туҡтамаһа, уның дамбаны йырыуы бик ихтимал. Был осраҡта дүрт меңдән ашыу кешенең ташҡын аҫтында ҡалыуы бар.
Ямғыр бер аҙға ғына булһа ла туҡтамай, икенсе көн яуыуын дауам итә. Яуым-төшөм күләме тәүлек норманан өс тапҡырға күберәк тәшкил иткән. Шулай уҡ Абҙаҡтағы ял йорто ла ташҡын ҡуйынында ҡалған, һыу шәхси ихаталарҙы ла баҫҡан. Бөрйән районының Ҡолғана ауылында ла ҡойма ямғырҙар эҙемтәһеҙ үтмәгән: бында ла халыҡтың йорт-ҡураһы, бесәнлектәре ҙур зыян күргән, хатта мал-тыуары ағып киткән осраҡтар ҙа теркәлгән.
Әйткәндәй...
Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, республиканың көньяҡ-көнсығышында яуым-төшөм бер-ике көн дауам итәсәк әле. Шулай ҙа ямғырҙар көсәймәйәсәк, киреһенсә, яйлап кәмейәсәк, тип ышандырҙылар метеорологтар.
Рәсәйҙә ташҡындар арҡаһында Якутияла, Хабаровск һәм Приморье крайҙарында, Амур өлкәһендә һәм Еврей автономиялы округында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Шулай уҡ күрше Силәбе өлкәһенең ҡайһы бер ауылдарын да һыу баҫыуы билдәле. Мәҫәлән, Париж ауылында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.

Мария ВОИНОВА, Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре:
– Әлеге ваҡытта Әбйәлилдең һигеҙ ауылын һыу баҫҡан, ҡотҡарыу эшендә 234 кеше һәм 75 техника мәшғүл. Зыян күреүселәр өсөн алты ваҡытлыса тороу пункты эшләй. Шулай уҡ Белорет районының Яңы Абҙаҡ һәм Мөхәмәт ауылдарын да һыу баҫты. Бында 114 кеше һәм 34 техника ҡотҡарыу эшен башҡара. Әлегә ташҡын буйынса ғәҙәттән тыш хәл Әбйәлил районында ғына иғлан ителгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521