Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әсәй йыры һалған оло юл...
Әсәй йыры һалған оло юл..."Күңелемдә һис тә юйылмаҫ йыр – әсәйемдең бишек йыры ул. Әйтерһең дә, әсәй шул йыр менән тормошома һалған оло юл". Шағирә Кәтибә Кинйәбулатованың ошо һүҙҙәре, әйтерһең дә, Әлфирә апайға ғына төбәлгән. Әсәһенең күркәм тәрбиәһен бәләкәйҙән күңеленә һеңдереп үҫкән ҡыҙсыҡ белем эстәү маҡсатында ҡалаға юллана. Әлбиттә, ғәзиз кешеһенең фатихаһын алып. Бөгөн ул – Йәрәмкә ауылында мәҙәниәт йорто мөдире вазифаһын башҡара. Бишек йырын көйләп үҫтергәне, дөрөҫ йүнәлеш биргәне, оло тормош юлына сығарғаны өсөн әсәһенә мәңге рәхмәтле. Байрам алдынан Әлфирә ӘХМӘТОВА уй-ниәттәре менән бүлеште.

– Беҙҙә мәҙәниәт йорто менән фельдшер-акушерлыҡ пунктын үҙ эсенә алған күркәм социаль-мәҙәни үҙәк йәй аҙаҡтарына файҙаланыуға тапшырыласаҡ, уның асылыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, – тип башта уҡ ҡыуаныстары менән уртаҡлашты ул. – Нисек кенә булмаһын, Йәрәмкәлә тормош ҡайнай, дөрөҫөрәге, дәрт-дарманы ташып торған ауылдаштарым уны шулай гөрләтә. Аҙна һайын ниндәйҙер сараның үтеүе күптән йолаға әйләнде.
Өлкән йәштәгеләр – иғтибар үҙәгендә. Гөлнәзирә менән Нәзиф Уйылдановтарҙың иңгә-иң терәшеп ғүмер итеүенә илле йыл тулды, шул уңайҙан "Алтын туй" тигән байрам уҙғарҙыҡ. Ундай сараға халыҡ эркелеп килеүсән. 8 Мартҡа ла "күстәнәс" әҙерләйбеҙ.
Ҡаланан кәм түгелбеҙ. Мәҫәлән, "Умырзая" ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбленең сибәркәйҙәре сәхнә түренә сығып баҫһа, филармония артистары ары торһон! Улар башҡарған моңло ла, хисле лә йырҙар күңелде йыуата, һағышты тарата. "Миҙгел" драма түңәрәге иһә күптән эшләй. Беҙ күбеһенсә яҡташ әҙиптәребеҙҙең әҫәрҙәрен сәхнәләштерергә тырышабыҙ. "Ҡалаға барып спектакль ҡарарға ине!" тигән теләк бөтөнләй юҡ. Бынан тыш, өлкәндәр өсөн – "Йәш йөрәктәр", кескәйҙәргә тәғәйенләнгән "Йәйғор" вокаль төркөмдәре бар, "Дуҫлыҡ" ир-егеттәр ансамбле лә уңыштары менән һөйөндөрә.
Өфө китапхана техникумын тамамланым, ләкин мәҙәниәт йүнәлешенән китеүем осраҡлы түгелдер, тим. Мәктәптә саҡта уҡ фольклор түңәрәгенә яратып йөрөнөм. Хәйер, бейеү һәм йыр яратҡан ғаиләлә тыуып үҫеүем дә уға этәргес булғандыр. Мәҙәниәт – ул минең эске тормошом, күңел торошом, бар булмышым. Матурлыҡты һөйгән кешеләр саф күңелле, ихлас та, улар бөйөклөккә ынтыла, тиҙәр. Тулыһынса килешәм. Күркәмлеккә ынтылайыҡ, ул саҡта йәшәйеш тә ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ, төрлө төҫтән торасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521