"Күңелемдә һис тә юйылмаҫ йыр – әсәйемдең бишек йыры ул. Әйтерһең дә, әсәй шул йыр менән тормошома һалған оло юл". Шағирә Кәтибә Кинйәбулатованың ошо һүҙҙәре, әйтерһең дә, Әлфирә апайға ғына төбәлгән. Әсәһенең күркәм тәрбиәһен бәләкәйҙән күңеленә һеңдереп үҫкән ҡыҙсыҡ белем эстәү маҡсатында ҡалаға юллана. Әлбиттә, ғәзиз кешеһенең фатихаһын алып. Бөгөн ул – Йәрәмкә ауылында мәҙәниәт йорто мөдире вазифаһын башҡара. Бишек йырын көйләп үҫтергәне, дөрөҫ йүнәлеш биргәне, оло тормош юлына сығарғаны өсөн әсәһенә мәңге рәхмәтле. Байрам алдынан Әлфирә ӘХМӘТОВА уй-ниәттәре менән бүлеште.
– Беҙҙә мәҙәниәт йорто менән фельдшер-акушерлыҡ пунктын үҙ эсенә алған күркәм социаль-мәҙәни үҙәк йәй аҙаҡтарына файҙаланыуға тапшырыласаҡ, уның асылыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, – тип башта уҡ ҡыуаныстары менән уртаҡлашты ул. – Нисек кенә булмаһын, Йәрәмкәлә тормош ҡайнай, дөрөҫөрәге, дәрт-дарманы ташып торған ауылдаштарым уны шулай гөрләтә. Аҙна һайын ниндәйҙер сараның үтеүе күптән йолаға әйләнде.
Өлкән йәштәгеләр – иғтибар үҙәгендә. Гөлнәзирә менән Нәзиф Уйылдановтарҙың иңгә-иң терәшеп ғүмер итеүенә илле йыл тулды, шул уңайҙан "Алтын туй" тигән байрам уҙғарҙыҡ. Ундай сараға халыҡ эркелеп килеүсән. 8 Мартҡа ла "күстәнәс" әҙерләйбеҙ.
Ҡаланан кәм түгелбеҙ. Мәҫәлән, "Умырзая" ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбленең сибәркәйҙәре сәхнә түренә сығып баҫһа, филармония артистары ары торһон! Улар башҡарған моңло ла, хисле лә йырҙар күңелде йыуата, һағышты тарата. "Миҙгел" драма түңәрәге иһә күптән эшләй. Беҙ күбеһенсә яҡташ әҙиптәребеҙҙең әҫәрҙәрен сәхнәләштерергә тырышабыҙ. "Ҡалаға барып спектакль ҡарарға ине!" тигән теләк бөтөнләй юҡ. Бынан тыш, өлкәндәр өсөн – "Йәш йөрәктәр", кескәйҙәргә тәғәйенләнгән "Йәйғор" вокаль төркөмдәре бар, "Дуҫлыҡ" ир-егеттәр ансамбле лә уңыштары менән һөйөндөрә.
Өфө китапхана техникумын тамамланым, ләкин мәҙәниәт йүнәлешенән китеүем осраҡлы түгелдер, тим. Мәктәптә саҡта уҡ фольклор түңәрәгенә яратып йөрөнөм. Хәйер, бейеү һәм йыр яратҡан ғаиләлә тыуып үҫеүем дә уға этәргес булғандыр. Мәҙәниәт – ул минең эске тормошом, күңел торошом, бар булмышым. Матурлыҡты һөйгән кешеләр саф күңелле, ихлас та, улар бөйөклөккә ынтыла, тиҙәр. Тулыһынса килешәм. Күркәмлеккә ынтылайыҡ, ул саҡта йәшәйеш тә ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ, төрлө төҫтән торасаҡ.