Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йондоҙнамә. 19 – 25 ноябрь
Уңышлы ғына аҙна. Белемегеҙҙе һәм тәжрибәгеҙҙе ваҡытында ҡулланһағыҙ, һөнәри бейеклек яуларһығыҙ. Әммә, етерлек мәғлүмәт булмай тороп, ҡатмарлы проблемаға тотонмағыҙ. Йәмәғәт эшмәкәрлегенә иғтибар күп буласаҡ. Үҙен күрһәтергә яратыусылар өсөн уңайлы осор.
Эшлекле мәсьәләләр ыңғай хәл ителһә лә, күңел асыу саралары бик үк шәптән булмаҫ: һеҙ иҫәпләгәндән ҡиммәтерәккә төшөр. Шәхси мөнәсәбәттәр ҡатмарлы буласаҡ, аңлашылмаусанлыҡтар тыуыр. Әммә көйөргә ашыҡмағыҙ, был – ваҡытлы күренеш.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Һәр кемдең ниндәйҙер ҡурҡыу тойғоһо һәм етешһеҙлектәре бар. Һеҙгә уларҙы онотоп торорға йәки еңергә тура килер. Был осраҡта ниәттәрегеҙ бойомға ашасаҡ.

Буға (21.04 – 21.05)
Ойоштороу һәләтен күрһәтеү мөмкинлеге тыуасаҡ. Әммә иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ни тиклем аныҡ һәм ҡыҫҡараҡ бойороҡтар бирәһегеҙ, шул тиклем яҡшыраҡ буласаҡ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Үҙегеҙ өсөн генә түгел, башҡаларға ла файҙа килтерә аласаҡһығыҙ. Әгәр ҙә быға тиклем дан-шөһрәт етмәгән икән, ошо көндәрҙә теләгегеҙ тормошҡа ашыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Матди-финанс мәсьәләләргә тотонмағыҙ: хаталар ебәрерһегеҙ, ә был һөҙөмтәләрҙә сағылыш табасаҡ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Нимәнелер яңынан башларға тура килер. Элекке тәжрибәгә таянып, проблемаға еңелерәк ҡарарһығыҙ һәм тиҙлекте кәметерһегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Дәрт-дарманығыҙ ташып торһа ла, ул төрлө йүнәлештә сарыф ителер. Бер аҙ тынысыраҡ булһағыҙ, башланғанды аҙағына еткереү ихтималлығы бар.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Уңышлы аҙна. Уны нисек үткәрергә – үҙегеҙ хәл итегеҙ. Тик балаларҙы онотмағыҙ: улар иғтибарға мохтаж.

Саян (24.10 –22.11)
Быға тиклем ҡала килгән эштәрҙе тамамларһығыҙ. Был бик яҡшы, сөнки яңыһын башларға барыбер хәлегеҙ юҡ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна ҡатмарлы һәм мәшәҡәтле булһа ла, уларҙың сәбәптәрен асыҡлап, хәл итә алырһығыҙ.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ҡараштарығыҙ даирәһен киңәйтеү, белемегеҙҙе арттырыу өсөн ҡулай көндәр. Киләсәктә барыһы ла кәрәк буласаҡ.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ябай ҡарарҙар һеҙҙең өсөн түгел. Ҡайһы ваҡытта мәсьәләне артыҡ ҡатмарлаштырып та ебәрәһегеҙ. Туҡтап тороғоҙ: шул саҡта проблеманы хәл итеү юлы төҫмөрләнер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Өйҙә лә, эштә лә һеҙҙең менән аҫтыртын ғына ярышыусы табылыр. Уны мөмкин тиклем ҡыҫырыҡларға тырышһағыҙ ҙа, был һөҙөмтәлә сағылмаясаҡ.
Өмөтбикә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523