Уңышлы ғына аҙна. Белемегеҙҙе һәм тәжрибәгеҙҙе ваҡытында ҡулланһағыҙ, һөнәри бейеклек яуларһығыҙ. Әммә, етерлек мәғлүмәт булмай тороп, ҡатмарлы проблемаға тотонмағыҙ. Йәмәғәт эшмәкәрлегенә иғтибар күп буласаҡ. Үҙен күрһәтергә яратыусылар өсөн уңайлы осор.
Эшлекле мәсьәләләр ыңғай хәл ителһә лә, күңел асыу саралары бик үк шәптән булмаҫ: һеҙ иҫәпләгәндән ҡиммәтерәккә төшөр. Шәхси мөнәсәбәттәр ҡатмарлы буласаҡ, аңлашылмаусанлыҡтар тыуыр. Әммә көйөргә ашыҡмағыҙ, был – ваҡытлы күренеш.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)Һәр кемдең ниндәйҙер ҡурҡыу тойғоһо һәм етешһеҙлектәре бар. Һеҙгә уларҙы онотоп торорға йәки еңергә тура килер. Был осраҡта ниәттәрегеҙ бойомға ашасаҡ.
Буға (21.04 – 21.05)Ойоштороу һәләтен күрһәтеү мөмкинлеге тыуасаҡ. Әммә иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ни тиклем аныҡ һәм ҡыҫҡараҡ бойороҡтар бирәһегеҙ, шул тиклем яҡшыраҡ буласаҡ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)Үҙегеҙ өсөн генә түгел, башҡаларға ла файҙа килтерә аласаҡһығыҙ. Әгәр ҙә быға тиклем дан-шөһрәт етмәгән икән, ошо көндәрҙә теләгегеҙ тормошҡа ашыр.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)Матди-финанс мәсьәләләргә тотонмағыҙ: хаталар ебәрерһегеҙ, ә был һөҙөмтәләрҙә сағылыш табасаҡ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)Нимәнелер яңынан башларға тура килер. Элекке тәжрибәгә таянып, проблемаға еңелерәк ҡарарһығыҙ һәм тиҙлекте кәметерһегеҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09) Дәрт-дарманығыҙ ташып торһа ла, ул төрлө йүнәлештә сарыф ителер. Бер аҙ тынысыраҡ булһағыҙ, башланғанды аҙағына еткереү ихтималлығы бар.
Үлсәү (24.09 – 23.10)Уңышлы аҙна. Уны нисек үткәрергә – үҙегеҙ хәл итегеҙ. Тик балаларҙы онотмағыҙ: улар иғтибарға мохтаж.
Саян (24.10 –22.11)Быға тиклем ҡала килгән эштәрҙе тамамларһығыҙ. Был бик яҡшы, сөнки яңыһын башларға барыбер хәлегеҙ юҡ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)Аҙна ҡатмарлы һәм мәшәҡәтле булһа ла, уларҙың сәбәптәрен асыҡлап, хәл итә алырһығыҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)Ҡараштарығыҙ даирәһен киңәйтеү, белемегеҙҙе арттырыу өсөн ҡулай көндәр. Киләсәктә барыһы ла кәрәк буласаҡ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)Ябай ҡарарҙар һеҙҙең өсөн түгел. Ҡайһы ваҡытта мәсьәләне артыҡ ҡатмарлаштырып та ебәрәһегеҙ. Туҡтап тороғоҙ: шул саҡта проблеманы хәл итеү юлы төҫмөрләнер.
Балыҡ (20.02 – 20.03)Өйҙә лә, эштә лә һеҙҙең менән аҫтыртын ғына ярышыусы табылыр. Уны мөмкин тиклем ҡыҫырыҡларға тырышһағыҙ ҙа, был һөҙөмтәлә сағылмаясаҡ.
Өмөтбикә.