Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәүге тапҡыр — төбәктә
Бөгөн Өфөлә “Социология һәм йәмғиәт: глобаль талаптар һәм төбәктәр үҫеше” тип аталған сираттағы IV Бөтә Рәсәй конгресының икенсе этабы асыла. Фәнни сараны Рәсәй социологтар йәмғиәте ойоштора. Конгресс эшендә Европа һәм халыҡ-ара социологик ассоциация вәкилдәре, Белоруссия, Украина, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Вьетнам, Һиндостан, Бразилия, Төркиә, Сербия, Польша, Чехия һәм башҡа ил ғалимдары ҡатнаша.

Рәсәй социологтары йәмғиәте президенты Валерий Мансуров әйтеүенсә, ҙур сара ғәҙәттәгесә баш ҡалала түгел, ә Рәсәй төбәктәренең береһендә уҙғарылыуы менән үҙенсәлекле.
Республикабыҙҙың Фәндәр академияһы, Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты, Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институтының Башҡортостан филиалы мөһим йыйынды ойоштороуҙа әүҙемлек һәм тырышлыҡ күрһәтеп, уның уңышлы үтеүе өсөн бөтә көсөн һаласаҡ. Конгресс барышында төрлө ойошмаларҙағы 18 фекер алышыу майҙансығында сессиялар, секциялар һәм “түңәрәк өҫтәл”дәр эшләйәсәк.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Рим ВӘЛИӘХМӘТОВ, Башҡортостан Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты директоры:
— IV Бөтә Рәсәй социологик конгрестың Өфөләге икенсе этабы ҡыҙыҡлы, фәһемле булмаҡсы. Рәсәйҙәге һәм бөтә донъялағы глобаль, дөйөм милли процестар һәм ҡатмарлы мәсьәләләр бер бөтөн итеп түгел, ә төбәк үлсәмдәренән, үҙенсәлектәренән сығып ҡараласаҡ. Ил төбәктәренең социаль-иҡтисади, сәйәси һәм этномәҙәниәт үҫеше үҙенсәлектәре мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ. Яңы сәйәси шарттарҙа, иҡтисадта ғына түгел, ә халыҡтың йәшәйеше өсөн үтә ҙур әһәмиәткә эйә һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәшғүллек, гражданлыҡ әүҙемлеге кеүек өлкәләр тәрән үҙгәрештәр кисергән осорҙа төбәктәр нисек үҫешәсәк? Рәсәйҙең демографияһы, киләсәге ниндәй хәлдә? Ошондай мөһим мәсьәләләргә форумда төрлө яҡлап анализ яһаласаҡ, төплө, ҡыҙыҡлы сығыштар, фекерҙәр яңғыраясаҡ, тип уйлайым, сөнки конгресс эшендә илебеҙҙәге билдәле социологтар менән бер рәттән, башҡа фән вәкилдәре — демограф, иҡтисадсы, сәйәсмән һәм социаль философтар ҙа ҡатнаша.
Ғәмәлдә Өфөләге оло йыйын социаль фәндәр вәкилдәренең халыҡ-ара форумына әүерелде, тип әйтергә мөмкин. Сит илдәрҙән генә лә 37 ғалимдың, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан һәм илдең башҡа төбәктәренән 500-ҙән ашыу фән һәм мәғариф әһеле ҡатнашыуы көтөлә.
Ошоғаса конгрестың Санкт-Петербург һәм Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларҙа үткәрелеүенә күнегеп бөткәйнек. Был юлы уның республикабыҙҙың баш ҡалаһында ойошторолоуы беҙҙең өсөн ғорурлыҡ ҡына түгел, ә оло яуаплылыҡ та икәнен йәшермәйбеҙ. Йыйын үҙ эшен Рәсәй төбәктәрен яңыртыу мәсьәләләренә арналған ғилми-ғәмәли конференция үткәреүҙән башлаясаҡ. Юғары уҡыу йорттары, ғилми-тикшеренеү институттары һәм үҙәктәре лә был көндәрҙә фекер алышыуҙарҙан, сессияларҙан гөрләп торасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523