Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауыл яңы һулыш кисерә
Ауыл яңы һулыш кисерәПрибельский халҡы икеләтә шатлыҡ кисерҙе: ауылда, реконструкциянан һуң, мәктәп менән дауахана сафҡа инде. Биналарға капиталь ремонт күптән кәрәк булған. Республика Хөкүмәте һәм “Башнефть” йәмғиәтенең хәстәрлеге менән был мәсьәлә тиҙ арала хәл ителде.

Хәҙер Прибельский халҡы, 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан район үҙәгенә йөрөмәйенсә, үҙ ауылының стационарында тулы кимәлдә дауалана ала. Кабинеттар заманса йыһазландырылған. Инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән бүлмәләрҙә лә барлыҡ уңайлыҡ бар. “Хәҙер һәр төрлө анализды, дауаланыуҙы ла үҙебеҙҙә үткәрә алабыҙ”, — тип һөйөнә дауахана хеҙмәткәрҙәре. Бында, Прибельскийҙың алты меңгә яҡын халҡынан тыш, күрше ауылдарҙы ла хеҙмәтләндерәсәктәр. Дөйөм алғанда, дауахана 14 мең Ауыл яңы һулыш кисерәтирәһе кешенең һаулығы һағында тора.
1963 һәм 1985 йылда төҙөлгән ике бинанан торған иҫке мәктәпкә капиталь ремонтты ла юғары кимәлдә атҡарып сыҡҡандар: бинаның тышҡы йөҙө, түбәһе, иҙән, тәҙрәләр, ишектәр, йылытыу, һыу, электр менән тәьмин итеү, канализация системалары тулыһынса яңыртылған.
Ремонт мәлендә балаларға төрлө учреждение бинаһында уҡырға тура килһә лә, өлгәш сифаты яҡшы.
Ауыл яңы һулыш кисерә— 36 сығарылыш уҡыусыһының барыһы ла Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырҙы, — ти мәктәп етәкселәре. — Улар араһында бер уҡыусыбыҙ — көмөш, икәү алтын миҙалға лайыҡ булды.
Сентябрҙә яңы мәктәпкә 700-гә яҡын бала аяҡ баҫасаҡ. Уларҙың уҡыуҙа тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшеренә шик юҡ, сөнки бында ныҡлы, сифатлы белем алыу өсөнАуыл яңы һулыш кисерә яҡшы шарттар тыуҙырылған. Кабинеттарҙа — интерактив таҡта, Интернет селтәренә сығыу мөмкинлеге бар. Һәр бүлмәгә йылы һыу үткәрелгән.
Прибельский мәктәбе элек-электән йәшелсәселек буйынса районда алдынғыларҙан һаналған. Үҙ уҡыусыларын туҡландырыуҙан тыш, һатырға ла еткән. Уңыш быйыл да мул булмаҡсы. Әле мәктәптә йәйге лагерь ойошторолған. Уҡыусылар ялын хеҙмәт менән бәйле үткәрә, йәшелсә баҡсаһын иғтибарҙан айырмай.
Яңыртылған биналар Прибельский ауылы тормошона яңы һулыш өрҙө кеүек. Етәкселәр әйтеүенсә, малсылыҡ, игенселек, эшҡыуарлыҡ үҫеш алған төбәктә республика ҡаҙнаһы иҫәбенә тағы ла бер нисә объект барлыҡҡа киләсәк, юлдар яңыртыласаҡ, һыу үткәреләсәк.
Дилбәр ИШМОРАТОВА
Ҡырмыҫҡалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519