Прибельский халҡы икеләтә шатлыҡ кисерҙе: ауылда, реконструкциянан һуң, мәктәп менән дауахана сафҡа инде. Биналарға капиталь ремонт күптән кәрәк булған. Республика Хөкүмәте һәм “Башнефть” йәмғиәтенең хәстәрлеге менән был мәсьәлә тиҙ арала хәл ителде.
Хәҙер Прибельский халҡы, 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан район үҙәгенә йөрөмәйенсә, үҙ ауылының стационарында тулы кимәлдә дауалана ала. Кабинеттар заманса йыһазландырылған. Инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән бүлмәләрҙә лә барлыҡ уңайлыҡ бар. “Хәҙер һәр төрлө анализды, дауаланыуҙы ла үҙебеҙҙә үткәрә алабыҙ”, — тип һөйөнә дауахана хеҙмәткәрҙәре. Бында, Прибельскийҙың алты меңгә яҡын халҡынан тыш, күрше ауылдарҙы ла хеҙмәтләндерәсәктәр. Дөйөм алғанда, дауахана 14 мең
тирәһе кешенең һаулығы һағында тора.
1963 һәм 1985 йылда төҙөлгән ике бинанан торған иҫке мәктәпкә капиталь ремонтты ла юғары кимәлдә атҡарып сыҡҡандар: бинаның тышҡы йөҙө, түбәһе, иҙән, тәҙрәләр, ишектәр, йылытыу, һыу, электр менән тәьмин итеү, канализация системалары тулыһынса яңыртылған.
Ремонт мәлендә балаларға төрлө учреждение бинаһында уҡырға тура килһә лә, өлгәш сифаты яҡшы.
— 36 сығарылыш уҡыусыһының барыһы ла Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырҙы, — ти мәктәп етәкселәре. — Улар араһында бер уҡыусыбыҙ — көмөш, икәү алтын миҙалға лайыҡ булды.
Сентябрҙә яңы мәктәпкә 700-гә яҡын бала аяҡ баҫасаҡ. Уларҙың уҡыуҙа тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшеренә шик юҡ, сөнки бында ныҡлы, сифатлы белем алыу өсөн
яҡшы шарттар тыуҙырылған. Кабинеттарҙа — интерактив таҡта, Интернет селтәренә сығыу мөмкинлеге бар. Һәр бүлмәгә йылы һыу үткәрелгән.
Прибельский мәктәбе элек-электән йәшелсәселек буйынса районда алдынғыларҙан һаналған. Үҙ уҡыусыларын туҡландырыуҙан тыш, һатырға ла еткән. Уңыш быйыл да мул булмаҡсы. Әле мәктәптә йәйге лагерь ойошторолған. Уҡыусылар ялын хеҙмәт менән бәйле үткәрә, йәшелсә баҡсаһын иғтибарҙан айырмай.
Яңыртылған биналар Прибельский ауылы тормошона яңы һулыш өрҙө кеүек. Етәкселәр әйтеүенсә, малсылыҡ, игенселек, эшҡыуарлыҡ үҫеш алған төбәктә республика ҡаҙнаһы иҫәбенә тағы ла бер нисә объект барлыҡҡа киләсәк, юлдар яңыртыласаҡ, һыу үткәреләсәк.
Дилбәр ИШМОРАТОВА
Ҡырмыҫҡалы районы.